6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Салауат Юлаев" көрәшен дауам итә
16.03.07


       "Салауат Юлаев" командаһы хоккей буйынса ил чемпионатының плей-офф серияһындағы киләһ е этабына сыҡты. Юлаевсылар Санкт-Петербург ҡалаһының СКА командаһы менән өс уйында ла е ңеү яулап, сирекфиналда үҙҙәренә урынды билд әләп ҡуйҙы.
       Был матчтарҙа юлаевсыларға еңеү еңелдән би релмәне. Өс осрашыуҙың икеһендә ярышыусылар
       овертаймда уйнаны. Төньяҡ баш ҡалала уҙған һуңғы уйында барыһын да буллиттар хәл итте.
       Матчта иҫәп уйындың ун алтынсы минутында а сылды. Был гол мәрәкә булды тиһәң дә була. М аксим Сушинский ҡапҡа буйына шайба тапшырғас , ул "Юлаевсылар" һаҡсыһы конькийынан ҡаҡлығ а һәм тура Андрей Мезин ҡапҡаһына барып инә.
       Иҫәп - 1:0. Тағы 37 минутта юлаевсылар ҡапҡ аһына икенсе шайба осоп инә. Уны һаҡсы Михаи л Чернов индерә.
       Өфөләр өсөнсө осорҙа ғына хәлде ҡотҡара ба шлай. 47 минутта Илья Зубов хужалар ҡапҡаһын а яуап голын индереп, иҫәпте 1:2 итә. Был ва ҡытта юлаевсылар аҙ һанда уйнай (уйын ҡағиҙә һен боҙған Андрей Сидякин булмай). Аҙаҡ инде
       төп ваҡыт бөтөүгә дүрт минут ҡалғанда ул иҫ әпте тигеҙләй. Игорь Волковтан шайбаны алып,
       Сидякин уны Сергей Белов ҡапҡаһына индерә, 2:2.
       Овертаймда иҫәп үҙгәрмәне. Аҙаҡ буллиттар серияһы башланды. Юлаевсыларҙан иһә Илья Зуб ов, Владимир Антипов һәм Михал Микеска булли ттарҙы уңышлы башҡарып, хужаларҙың еңеүгә өм өтөн һүндерҙе. СКА уйынсылары Мезин ҡапҡаһын а ике генә шайба индереүгә иреште. Дөйөм иҫә п 3:2, юлаевсылар файҙаһына. Һәм СКА плей-оф ф менән хушлаша, ә өфөләр ары китә.
       Ике команданың да остаздары ниндәй аңлатма
       бирә һуң?
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев" хоккей ком андаһының баш тренеры:
       - 0:2 иҫәбе менән беҙгә сигенергә урын юҡ ине, һәм беҙ нимә эшләргә кәрәк булғандың ба рыһын да эшләнек.
       Юрий Леонов, СКА командаһының баш тренеры:
       - Өсөнсө осорҙа беҙ һаҡланыу сараларын күр ә башланыҡ һәм һөжүмселәрҙең хаталаныуы арҡа һында ике шайба индерҙек.
       Сирекфинал уйындары 20 мартта башлана. Пле й оффтың киләһе этабына сыҡҡан алты команда билдәле инде. Улар - "Салауат Юлаев"тан башҡ а, "Аҡ барс" (Ҡазан), "Авангард" (Омск), "Ме таллург" (Магнитогорск), ЦСКА (Мәскәү), "Лок омотив" (Ярославль).
       "Себер" (Новосибирск) һәм "Нефтехимик" (Түбәнге Кама), "Хи мик" (Мытищи) һәм "Северсталь" (Череповец) мөнәсәбәттәр асыҡ лауын дауам итә.

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал