6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Телефон элемтәһе мутлыҡтары сығып тора
15.03.07


       "Билайн" абоненттарына тағы ла телефон мутлыҡтары янай. Күптән түгел генә был оператор менән файҙаланыусыларҙың ҡайһы берҙәре, экспресс-түләү карталары мәғлүмәттәренә алмашҡа ҡиммәтле приздар вәғәҙә иткән "Европа-плюс" радиостанцияһы уйҙырма хеҙмәткәрҙәренең ҡармағына эләгеп,
       алдыҡ ҡорбандары булғайны. Был юлы сит аҡсаға ҡыҙығыусылар, компанияның хәүефһеҙлек хеҙмәтенә һылтанып, алдашыуҙың тағы ла хаяһыҙыраҡ схемаһын уйлап тапҡандар, йәнәһе, телефон мутлыҡтарын иҫкәртергә маташалар.
       Яңғырауыҡлы һәм бик олпат ирҙәр тауышы үҙен ниндәйҙер оҙон исемле (унда "операцион системалар", "хәүефһеҙлек хеҙмәте" тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды) бүлектән Никитин әфәнде тип таныштырҙы. Яғымлы ғына итеп миңә "Билайн" селтәрендәге сетереклектәрҙе аңлата башланы:
       - Ошо көндәрҙә беҙҙә бик ҙур өҙөклөк килеп сыҡты, йөҙәрләгән абоненттар элемтәһеҙ ҡалды, күптәрҙең иҫәбендәге аҡсалар ҡайҙалыр юғалды.
       - Һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ?
       - Был бик ябай ғына: һеҙ хәҙер мин әйткән комбинацияны йыяһығыҙ, шулай итеп, һеҙҙең номерығыҙ беҙҙең "һаҡ" базаһына эләгә һәм телефон менән мутлашыусылар уға үтеп инә алмаясаҡ. Элемтә лә яҡшырасаҡ. Башланыҡ: йондоҙсоҡ...
       - Туҡтап тороғоҙ! Әҙәпһеҙ тип ҡабул итмәгеҙ, ләкин мине һеҙҙең, кеҫә телефоны элемтәһе операторы вәкиленең, ябыҡ номерҙан шылтыратыуығыҙ һағайта...
       - Бының сәбәбе ябай! Беҙ үҙ абоненттарыбыҙға стационар телефондан шылтыратабыҙ , - "ҡотҡарыусы" тағы ла коммуникациялағы өҙөклөктәргә һылтанды, тағы бер тапҡыр бик олпат яңғыраған вазифаһын һәм бүлектең исемен атаны һәм 0611 номеры буйынса компанияның берҙәм белешмә бүлегенә шылтыратып белешеүҙе үтенде.
       Мин белешмәләр бүлегенә шылтыратҡас, унда минең хәбәремдән шаҡ ҡаттылар: баҡһаң, мин граждандарҙы "төп башына ултыртыуҙың" яңы формаһына юлыҡҡанмын икән, әлегә тиклем "Билайн"ға бындай хәбәрҙәр килмәгән булған. Миңә уяулыҡ күрһәткәнем өсөн рәхмәт белдерҙеләр, телефон
       номерын, Никитиндың шылтыратҡан ваҡытын аныҡланылар ҙа,
       хәүефһеҙлек хеҙмәте (был юлы - ысын) был мәғлүмәттәрҙе тикшерәсәк, тип ышандырҙылар.
       Был хәлде "Вымпелком" акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы директоры Владимир Орлов шулай аңлата:
       - Ысынлап та, һуңғы ваҡытта телефон мутлыҡтары енәйәтселектең таралған төрөнә әйләнде. Жуликтар осраҡлы тәртиптә кеҫә телефоны элемтәһе операторҙары абоненттарына шылтырата ла төрлө операциялар тәҡдим итә. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, - тип дауам итә Орлов, - кеҫә телефоны элемтәһе операторҙарының береһе лә, селтәрҙә ниндәй генә өҙөклөктәр килеп сыҡмаһын, телефон аша һеҙгә һандар комбинацияһын йыйырға ҡушмаясаҡ. "Билайн" һеҙҙән үтенеп һорай: провокацияларға бирелмәгеҙ. Шикле шылтыратыуҙар булған хәлдә, уның ысынлап та кеҫә телефоны
       элемтәһе операторынан булғанмы икәнлегенә инаныу өсөн мотлаҡ белешмә хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал