6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Газға баҫабыҙ! Һәм нефткә!
14.03.07


       - Конструктив диалог өсөн рәхмәт, Башҡортостан Республикаһында беҙ үҙебеҙҙе бик тә уңайлы тоябыҙ, - тине "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы менән "Газпром" араһында нефтехимия сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул
       ҡуйыу тантанаһында.
       Республикабыҙ предприятиелары менән "Газпром" араһында
       нефтехимия продукцияһы етештереүҙә һалынған бәйләнештәрҙе һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан документҡа БР Президенты Мортаза Рәхимов һәм Алексей Миллер ҡул ҡуйҙы.
       Башҡортостан һәм газ концерны республиканың нефтехимия
       сәнәғәтендә етештереү һәм фәнни-техник мөмкинлектәрҙе рациональ файҙаланырға планлаштыра. Ике яҡты ла ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса берләшкән ғилми- тикшеренеү программалары эшкәртеү, конференциялар, семинарҙар, эш осрашыуҙары үткәреү, БР территорияһында хужалыҡ йәмғиәттәре төҙөү күҙ уңында тотола.
       "Газпром"да һәм Башҡортостанда булған потенциалды файҙаланырға кәрәк, - тине Миллер. - Һуңғы йылдарҙа беҙ республикағыҙ менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, үҙ-ара
       мөнәсәбәттәребеҙ яңы кимәлгә етте. Башҡортостан йылдам темптар менән үҫешә. Беҙ Башҡортостанға тиҙҙән 100 процент
       газ үткәреүгә өлгәшәсәк субъект итеп ҡарайбыҙ. Хәҙер тәбиғи
       газ үткәреү кимәле һеҙҙә 78,5 процент тәшкил итә, ил буйынса уртаса был күрһәткес 54 процентҡа тигеҙ. Беҙ республикаға газ килтереү күләмен арттырырға планлаштырабыҙ. Кәрәк булған һәм был оптималь вариант булып торған бөтә урында газ үткәрәсәкбеҙ.
       Быйыл "Газпром" акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанға газ
       үткәреүгә 500 миллион һум бүлә. Республика бюджетынан ҡасабалар эсендә селтәрҙәр төҙөүгә 400 миллион һум йүнәлтеү күҙ уңында тотола. Былтыр Газпром был маҡсатҡа - 65 миллион һум, Башҡортостан 238 миллион һум бирҙе.
       Өфөгә килгән Мәскәү делегацияһы составында, Миллерҙан
       тыш, "Газпром" акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев, маркетинг, газ эшкәртеү һәм шыйыҡ углеводородтар Департаменты начальнигы, "Межрегионгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль
       директоры Кирилл Селезнев, Рәсәй төбәктәре менән эшләү буйынса Департамент начальнигы Виктор Илюшин да бар ине.
       Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашҡан БР Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов, Башҡортостан менән "Газпром" араһында бик яҡшы мөнәсәбәттәр һалынған, тине. Уларҙың һөҙөмтәле хеҙмәттәшлегенең сағыу миҫалы булып "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора, уларҙың акциялары 2003 йылда "Газпром" идаралығына ышанып тапшырылды. Хәҙер был предприятие - Рәсәйҙең иң эре нефтехимия холдингыларының береһе.
       Миллер, Килешеү сиктәрендә "Салауатнефтеоргсинтез" акционерҙар йәмғиәте артабан реконструкцияланасаҡ һәм яңыртыласаҡ, тип өҫтәне. Нефтехимия комплексының башҡа предприятиелары ла үҫешәсәк. Башҡортостан энергетикаһына ла инвестициялар һалынасаҡ. "Газпром" Салауат яғыулыҡ- энергетика үҙәген реконструкциялауҙа ла ҡатнашырға йыйына.
       - Эйе, ҡеүәттәр иҫкерә, - тип килеште Рафаэль Байдәүләтов ,
       - улар Салауатта ла етешмәй, Өфөлә лә шул уҡ күренеш. Әүҙем торлаҡ төҙөү планлаштырылған Затонда йылылыҡ һәм электр энергияһы етешмәй. Әгәр Затонда бергәләп 200 мегаваттлыҡ йылылыҡ-электростанцияһы төҙөү килеп сыҡһа, беҙ быға ҡуш ҡуллап риза.
       Миллер БР Хөкүмәте Премьер-министрының тәҡдимен ҡыҙыҡһынып ҡабул итте.
       Яҡтар шулай уҡ концерндың республика бюджеты иҫәбенә төҙөлгән 12 газ бүлеү станцияһын һатып алыу мөмкинлеген тикшерҙе.
       12 мартта ҡул ҡуйылған Килешеү үҙ көсөнә инде, һәм ул, яҡтарҙың берәйһе уны туҡтатыу теләген белдермәһә, биш йыл
       буйына ғәмәлдә буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал