6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

Барыбыҙ ҙа уның аҫтынан үтәбеҙ
14.03.07


       Яҙҙы быйыл иртә тип әйтеп булмай, ләкин ул барыбер киләсәк. Биналар эргәһенә яҡын ҡуйылған машиналар һәм үтеп барыусы йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырып, ҡыйыҡ баштарынан һәленеп торған ҡар киҫәктәре лә, боҙбармаҡтар
       ҙа буласаҡ әле.
       Әгәр ошондай күренештәргә тап булһағыҙ, улар менән үҙ аллы көрәшергә уйламағыҙ ҙа, ә шунда уҡ торлаҡ-эксплуатация
       участкаһына хәбәр итегеҙ: был сараларҙы бейектә эшләргә рөхсәте булған һәм махсус техника менән генә үтәй алалар.
       Әйткәндәй, торлаҡ-эксплуатация участкалары һәм идара итеүсе компаниялар, хәүефле участкаларға "Хәүефле зона" тигән табличкалар элеп, регуляр рәүештә ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан
       таҙартып тора. Әммә юҡ-юҡта ҡар кәрәкмәгән урынға шап итеп килеп төшкөләй шул. Бындай осраҡта нимә эшләргә һуң?
       Ошо һорау менән беҙ "Һеҙҙең хоҡуғығыҙ өсөн" төбәк йәмәғәт
       ойошмаһы юристарына мөрәжәғәт иттек.
       Шулай итеп, әгәр ҡар автомобилегеҙ өҫтөнә килеп төшһә, иң элек, был бина ҡайһы ойошманың балансында, шуға дәғүә күрһәтергә кәрәк. Торлаҡ йорттар өсөн - был торлаҡ- эксплуатация участкалары һәм идара итеүсе компаниялар, ә административ биналар өсөн уларҙың хужалары яуаплы.
       - Ихтимал, һеҙгә ихтыяри тәртиптә килтерелгән зыянды ҡайтарырҙар, әгәр баш тартһалар, дәғүә ғаризаһы менән судҡа
       мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, - ти "Һеҙҙең хоҡуғығыҙ өсөн" ойошмаһы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Сергей Хозяинов.
       Машинаһы бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән страховкаланған
       хужаларға был турала үҙ страховка компанияһына ла хәбәр итергә кәрәк.
       Аллам һаҡлаһын, әгәр боҙло "бәхет" башығыҙға килеп төшһә,
       шулай уҡ бинаны ниндәй ойошма хеҙмәтләндереүен асыҡларға кәрәк. Тәнегеҙҙәге йәрәхәттәрҙе теркәү өсөн травмпунктҡа мөрәжәғәт итергә йәки "ашығыс ярҙам" машинаһы саҡыртырға мөмкин.
       РФ Граждандар кодексының 1085 статьяһы беренсе пунктына ярашлы, граждандың һаулығына зыян килгәндә ул дауаланған ваҡытта алырға тейешле эш хаҡы, шулай уҡ дауаланыуға, өҫтәмә туҡланыуға, дарыуҙар һатып алыуға, сит кеше тәрбиәләүенә, санатор-курорт дауаһына, махсус транспорт сараһы һатып алыуға, икенсе һөнәр алыуға киткән сығымдар ҡайтарылырға тейеш, тик бының өсөн зыян күреүсенең был ярҙам төрҙәренә мохтаж булыуы һәм уларҙы бушлай алыуға хоҡуғы булмауы билдәләнергә тейеш, - тип аңлата Хозяинов.
       - Юридик күҙлектән бындай эштәрҙә бер ниндәй ҙә ҡатмарлылыҡ юҡ, - тип хәбәрсебеҙ менән әңгәмәгә ҡушылды Башҡортостан Республикаһының мировой судьялар советы рәйесе Лариса Еникеева.
       Ул шулай уҡ бындай тикшереүҙәр бик һирәк булыуын билдәләп үтте. Һуңғы ике йылда мировой судьялар ҡыйыҡтан ҡар төшөп машинаға зыян килтергән ике осраҡты ҡараған. Икеһендә лә дәғүәселәр - еңел машина хужалары эште отҡан, коммуналсылар бер осраҡта - 20, икенсеһендә 40 мең һум түләгән.
       Ҡар төшөү һөҙөмтәһендә кеше имгәнгән осраҡта бинаны балансында тотоусыға ҡарата РФ енәйәт кодексының 293-сө статьяһы буйынса "Иғтибарһыҙлыҡ" енәйәт эше ҡуҙғатыла. Өфө судтарында беҙгә, һуңғы йылдарҙа бындай эштәр ҡаралманы, тип хәбәр иттеләр.
       Тотош Рәсәй буйынса иһә бындай осраҡтар булған. Быйыл февралдә генә Нижегородка район суды, юғары уҡыу йорто бинаһы ҡыйығынан башына боҙбармаҡ төшкән студентҡа бер миллион 200 мең һум аҡса түләргә, тигән ҡарар сығарған. Кемдеңдер вайымһыҙлығы арҡаһында - ә был эш буйынса һигеҙ ойошма, шул иҫәптән ҡала хакимиәте лә яуапҡа тарттырылған - егет, 80 процент эшкә һәләтлелеген юғалтып, II төркөм инвалиды булып ҡалған. Әлегә тиклем бындай эш буйынса иң ҙур компенсация суммаһы 350 мең һум булғайны. Был аҡсаны 2006 йылдың октябрендә Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында йәшәүсе 13 йәшлек ҡыҙға түләргә, тигән ҡарар сығарҙылар. Былтыр апрелдә уның башына торлаҡ йорт ҡыйығынан боҙбармаҡ төшә. Мейе һөйәге нигеҙе имгәнгән уҡыусы ҡыҙҙы дауахана илтәләр, ул мөғжизә менән тере ҡала.
       Ғөмүмән, яҙ көнө урамдан үткәндә аяҡ аҫтына ғына түгел, өҫкә лә ҡарап, һаҡ йөрөгөҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал