6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Волейболсыларыбыҙҙың уйынынан барыһы ла ҡәнәғәт
13.03.07


       Өфөнөң иң оҙон буйлы спортсылары мөғжизә ҡылыуын дауам
       итә. "Башҡортостан нефтсеһе" волейболсылары "Динамо" исемле командалар менән матчтарҙа еңеү артынан еңеүгә өлгәшә. Мәскәү "Динамо"һын матур итеп еңеү онотолоп өлгөрмәне, бик бай булыуы өҫтәүенә принципиаль дә булған команданы еңеүгә өлгәшелде. Ҡазандан "Динамо-ТТГ" бер партия ла алып өлгөрмәй, сигенде.
       Татарҙарға аҡса проблема түгел
       Былтыр тап өфөләр бишенсе урын өсөн серияла татар "Динамо-ТТГ"-һынан Европа волейбол конфедерацияһы кубогында урынды тартып алды.
       Шул ваҡыттан алып ҡазандар тағы ла лайыҡлыраҡ уйынсылар
       менән көсәйҙе. Аҡсаһын йәлләмәй, кешеләрҙе "күмәртәләп" һатып алды. "Локомотив-Белогорье" суперклубынан Рәсәйҙең иң яҡшы тоташтырыусы уйынсыһы Вадим Хамутцкихты алдылар. Унан тағы ла Сергей Тетюхинды, Александр Косаревты һәм Андрей Егорчевты алдылар.
       "Динамо"ға тағы ла бик ҙур аҡсаға ике американды - грек "Ираклис"ы лидерҙары Ллой Болл менән Клэйтон Стенлиҙы ылыҡтырҙылар. Әйткәндәй, уларҙы тәүҙә өфөләр алырға теләгәйне, әммә улар һораған хаҡ сиктән тыш юғары ине. Ә Ҡазан өсөн аҡса проблема түгел - уларға еңеү бир.
       "ТТГ"ның ике тулы составы шул тиклем көслө, хатта уларға составта урын да етмәй.
       Ҡазан - алды, Шпака - алманы
       Өфөләргә бөтә ошо йондоҙло плеядаға ҡаршы уйнарға тура
       килде. Матч шул тиклем ҡыҙыҡлы булды, хатта "Салауат Юлаев" хоккей командаһының баш тренеры Сергей Михалев трибунаға килеп сыҡты, ә уның командаһы иртәгәһенә плей-офф 2007-лә беренсе матчын уйнарға тейеш ине.
       Беренсе партияла өфөләр отто. Аныҡ, бик аныҡ уйнанылар. Егеттәр фиҙакәр һәм бик оҫта эш итте. Ҡазан гәүһәрҙәре Өфөнөң шымартыу приборҙарына килеп эләктеме ни, етмәһә,
       уларҙы ялтыратыу өсөн түгел, ә төҫһөҙләндереү өсөн шымарттылар.
       Икенсе партия хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бөтөнләй тар-мар итеү булды. Максим Терешин менән Алексей Казаковтың эйстары, "нефтселәрҙең" күбеһенең блоктары, уларҙың ышаныслы һөжүме. Урындағы публика, беҙҙе, журналистарҙы ла, индереп,
       сикһеҙ шатланды.
       Өсөнсө партияла "Динамо-ТТГ" аҡрынлап уяна башланы, иҫәпте арттырып, ныҡ ҡына алға ла китте. Ләкин өфөләр һәр туп өсөн көрәште һәм аҡрынлап, тешләнеп тигәндәй, ҡаршы яҡты ҡыуып етте. Һөҙөмтәлә барыбер еңеүгә өлгәшелде - 28:26. Юғалтылған мәрәйҙәр буйынса "Башҡортостан нефтсеһе" "Динамо-ТТГ" менән тигеҙләште. Өфөләрҙең уйнау кимәле буйынса фекер йөрөткәндә, ҡалған ике уйында уларҙың кәмендә бер еңеүгә өлгәшеү мөмкинлеге бар. Был плей-оффҡа эләгеүгә етергә тейеш.
       Наполеонса пландармы?
       Матчтан һуң журналистар триумфатор команданың баш тренеры Юрий Маричев менән әңгәмәләште.
       - Юрий Николаевич, ҡайҙан бындай күтәрелеш?
       - Беҙ тәғәйен бер командаға маҡсатлы әҙерләнәбеҙ. Уйынға тиклем беҙҙең бер аҙна ваҡытыбыҙ була, һәм беҙ дүшәмбенән
       әҙерләнә башлайбыҙ. Уйынсылар аҙна буйына эшкәрткән күнекмәне аныҡ үтәй. Ойошҡанлыҡ, күнекмәләр арҡаһында еңеүгә өлгәшәбеҙ ҙә инде.
       - Был юлы "Башҡортостан нефтсеһе" оттомо, әллә "Динамо- ТТГ" матчты отторҙомо?
       - Команда бирелгән күрһәтмәне тулыһынса үтәне. Ә ҡазандарға ниндәй күрһәтмә бирелгәндер, уныһын әйтә алмайым.
       - Ә өсөнсө матчта ете тупты отторғас, командаға нимә тип әйттегеҙ?
       - Мин уларға йыйылышта әйткән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙөм: һис ҡасан уйынды ташларға ярамай, ә аҙағынаса, һәр туп өсөн көрәшергә. Йәғни ҡаршы яҡ командаға уларҙың
       көслө икәнлеген тойорға мөмкинлек бирмәҫкә. Сөнки ҙур айырма динамосыларға ышаныс бирә ала ине бит. Беҙ айырманы кәметеү генә түгел, был ауыр партияны еңеп сыға алдыҡ.
       - Бындай еңелеүҙән һуң оппонентығыҙҙың яҙмышы ниндәй булыр, тип иҫәпләйһегеҙ?
       - Әйтә алмайым, бының өсөн уларҙың етәкселеге, тренеры бар, улар, моғайын, киләһе уйындарға бурыстар ҡуйыр.
       - Һеҙ тоташтырыусы уйынсы Жеков менән ҡәнәғәтһегеҙме?
       - Жеков, ахыр килеп, мин талап иткәнде үтәй башланы. Юҡһа, ул ҡайһы берҙә юғалып ҡала ине. Әлбиттә, яңы командаға инеп, күнегеп китеүе ауырыраҡ була, бының өсөн ваҡыт кәрәк.
       - Уйынды тамамлаусы Алексей Казаков нисек?
       - Бөгөн Волейбол федерацияһының генераль директоры һәм
       беренсе вице-премьеры булды, мин улар менән уйын алдынан
       осраштым һәм илдең йыйылма командаһы өсөн уйынды тамамлаусы (доигровщик/ әҙерләүебеҙ хаҡында әйттем. Беҙҙә
       тап улар менән ҙур проблема. Беренсе темптар, диагональ уйынсылар бар, ә яҡшы уйынды тамамлаусылар юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал