6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Юбилей - һөҙөмтәләр яһау ваҡыты түгел, яңы башланғыстар ваҡы ты
09.02.04


       Әгәр берәй ваҡыт был кешенең биографияһын яҙырға тура кил һә, эпиграф итеп, моғайын, боронғо аҡыл эйәләренең әйтемдәре н алыр инем. Мәҫәлән, "Күрһәтелгән ышаныс тоғролоҡ булып ки ре ҡайтыр", "Ватан өсөн дан да йәл түгел"...
       Был һүҙҙәр үҙенең сираттағы юбилейын билдәләүсе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа, Башҡортостан Республикаһы Президен тына, тулыһынса тап килә. Тик миңә уның биография китабын яҙ ырға тура килмәйәсәк: оло пландар менән янып йәшәгән һәм был
       пландарҙы тормошҡа ашырырлыҡ энергияһы ташып торған кешенең
       тормош юлы һөҙөмтәләре тураһында яҙыу килешмәй ҙә. Бер һүҙ менән әйткәндә, юбилей - ул пессимистар өсөн генә һығымталар
       яһарға сәбәп булып тора. Оптимистар иһә был көндө үҙҙәренә күтәрелер өсөн яңы офоҡтар билдәләй.
       Ябай ауыл малайы, нисек итеп Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәрене ң береһенең етәксеһе кимәленә күтәрелгән ул Тәү ҡарашҡа бар ыһы ла ябай һымаҡ: ғәҙеллек, эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, т ыуған яғына һәм яҡташтарына һөйөү тойғоһо - ошо сифаттар нин дәй мәлдә лә кеше булып ҡалырға ярҙам итә.
       Республика Президентының тормошонан алынған факттар иҫтә
       ҡалырлыҡ: 22 йәшендә, нефть институтын тамамлағас, Мортаза Рәхимов Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй. Артабан етештере ү начальнигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары, баш химик, баш инженер, тармаҡта иң ҙуры булған Өфө нефть эшкәртеү заво ды директоры вазифаларын башҡара. Һәм һәр бер характеристика
       уны "эш кешеһе", "яҡшы етәксе", "кешелекле начальник" булар аҡ һүрәтләй.
       1990 йылда Башҡорт АССР - ы Юғары Совет Рәйесе посында ла Мортаза Рәхимовтың эш стилен тап ошо сифаттар билдәләй. Ә
       инде 1993 йылдың 12 декабрендә халыҡ уны Башҡортостан Респу бликаһының Президенты итеп һайлай.
       Һуңғы бер нисә йыл эсендә Башҡортостан бик күп үҙгәрешт әр кисерҙе. Рәсәй Федерацияһы менән яңы мөнәсәбәттәр булдыры лды, иҡтисади көрсөктән сығыу буйынса индивидуаль программа төҙөлдө, ауыл хужалығы һаҡланып ҡалынды, республиканың социа ль өлкәһендә лә һиҙелерлек алға китеш булды, төрлө илдәр мен ән хеҙмәттәшлек булдырылды.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал