6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һауа торошо

Иртә яҙға өмөт итмә
13.03.07


       Иртә яҙ булмаясаҡ - Башҡортостан синоптиктары бөгөн ошондай күңелһеҙ прогноз бирҙе. Апрель башында ғына термометр билдәһе көндөҙ ҙә, төнөн дә 0 градустан юғары күтәреләсәк. Әлегә урамда иһә - календарҙағы ғына яҙ.
       Был аҙнала көндәр нисек торасаҡ һуң? Дүшәмбе, шишәмбе
       сағыу, ҡояшлы көндәр бүләк итәсәк. Дөйөм республика буйынса тәүге ике көндә температура көндөҙ минус 2-7 градус, төндә 17-22 градус һыуыҡ буласаҡ. Төнөн бер аҙ йылыраҡ - минус 10-15 градус булған урындар ҙа бар.
       Аҙна уртаһында һауа торошо һиҙелерлек үҙгәрәсәк: ҡар яуасаҡ, бер аҙ буран булыуы көтөлә. Көндөҙ температура шулай уҡ -2-7 градус, төндә бер аҙ йылытасаҡ: 8-13 градус һыуыҡ. Ел көсһөҙ, көньяҡ-көнбайыштан.
       Һауа торошо нисек кенә булмаһын, барыһында ла яҙ яҡынлашыуы тойола, оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уянғандай, кәйеф
       тә күтәренке.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал