6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Саксония варианты
12.03.07


       Совет заманында республикабыҙ менән ул саҡтағы ГДР-ҙың
       Галле округы араһында тығыҙ дуҫлыҡ бәйләнештәре урынлашҡайны. Был юлдар авторына, Башҡорт дәүләт университеты студенты сағында әле, 1976 йылда студенттар интеротряды составында Галлела булырға һәм ул дуҫлыҡтың эскерһеҙлегенә һәм ысынлығына үҙе күреп ышанырға тура килгәйне. "Дружба - Фрейндшафт!" лозунгы ул саҡта студенттар ғына түгел, ГДР-ҙың һәм илебеҙҙең өлкән халҡы араһында ла бик популяр булды.
       Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында - 90-сы йылдар башында СССР тарҡалды, Германия берләште. Берлин стенаһын емерҙеләр, стена менән бергә көнсығыш немецтары
       менән юлға һалынған бәйләнештәр ҙә емерелде. Барыһын да
       яңынан башларға кәрәк булды. Республикабыҙ етәкселеге был процесты оҙаҡҡа һуҙманы. ГФР-ҙың федераль ерҙәре - Саксония, Баден-Вюртемберг, Түбәнге Саксония, Берлин, Саксония-Анхальт менән иҡтисади һәм башҡа бәйләнештәр урынлаштырылды. Бигерәк тә Саксония менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылды. 1992 йылдың сентябрендә үк Ирекле Саксония Дәүләте Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәтенең сауҙа, иҡтисади, ижтимағи һәм мәҙәни бәйләнештәр тураһында Берләшкән Ғаризаға ҡул ҡуйылды, һәм уның нигеҙендә Башҡортостан өсөн ике хөкүмәт гарантияһы аҫтында 50 миллион евроға яңыртылған кредит линияһын асыуға башланғыс булып хеҙмәт итеүсе Финанс протоколына ҡул ҡуйылды. Шул ваҡыттан алып бына 15 йыл буйына Башҡортостан менән Саксония иҡтисад һәм ижтимағи
       тормоштоң бөтә өлкәләрендә тиерлек бергә эшләй. Был йылдар эсендә өлгәшелгән килешеүҙәр бөгөн тотороҡло характер алды, 109 берләшкән проект тормошҡа ашырылды, шуның 55-е иҡтисад өлкәһендә. 1999 йыл башында Финанс протоколы 2004 йылға тиклем оҙайтылғайны. Һәм бына хәҙер
       яңы Протоколға ҡул ҡуйыу зарурлығы килеп тыуҙы.
       Был БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми кешеләре һәм эшлекле даирәләре делегацияһының 4 мартта Ирекле Саксония Дәүләтенә өс көнлөк эшлекле сәфәренең төп моменттарының береһе булып торҙо ла.
       Сәфәр программаһы бик тулы булды. 5 мартта республика делегацияһы Конгресс-Үҙәккә Лейпциг күргәҙмәһенә килде. "ТерраТек" күргәҙмәһен асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан
       Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов тәбрикләү
       һүҙе менән сығыш яһаны. Ул, Башҡортостан Республикаһы менән Германия Федератив Республикаһы араһында эшлекле
       һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре бик әүҙем һәм уңышлы үҫешә, тип
       билдәләне. 2006 йылда башҡорт һәм немец предприятиелары
       араһында тышҡы сауҙа күләме 146,8 миллион доллар тәшкил итте.
       Күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң БР Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов Саксония Премьер-министры Георг Мильбрадт һәм ГФР-ҙың тирә-яҡ мөхит, тәбиғәтте һаҡлау һәм ядро хәүефһеҙлеге Федераль министрлығының парламент дәүләт секретары Михаэль Мюллер менән осрашты. Һөҙөмтәлә ике яҡҡа ла кәрәкле үрҙә телгә алынған
       яңы Протоколға ҡул ҡуйылды. Протоколға ҡул ҡуйыу Башҡортостан менән Саксония араһында артабан үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ һала.
       6 мартта иртәнән алып Рафаэль Байдәүләтов һәм беҙҙең рәсми делегация ағзалары Лейпциг мэрияһында ҡаланың беренсе бургомистры Андреас Мюллер менән осрашты һәм һөйләшеүҙәр алып барҙы. Һуңынан беҙҙең делегация ағзалары
       Халыҡтар һуғышы һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Халыҡтар һуғышы музейы экспонаттарын ҡараны. "Төньяҡ амурҙары"ның, ете башҡорт полкы составында француз ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан яугирҙарыбыҙҙың кейеме, ҡоралы, ҡылыстары ҡуйылған залдарҙың береһендә Рафаэль Байдәүләтов тантаналы рәүештә музей директоры Родекамп әфәндегә башҡорт һыбайлыларының шул бөйөк алыштағы һуғыш ҡоралы - йәйә һәм уҡтар тапшырҙы. Музейҙа бындай экспонат юҡ ине әле.
       Халыҡтар һуғышы һәйкәле территорияһынан алыҫ түгел Изге-Алексеевский сиркәүе урынлашҡан, делегациябыҙ ағзалары унда ла булды. Сиркәү священнигы Халыҡтар һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары телгә алынған иҫтәлекле бронза таҡталарҙы күрһәтте. Рус яугирҙары ерләнгән урында Икенсе бөтә донъя һуғышының Билдәһеҙ һалдатына ҡуйылған һәйкәлгә лә гөлләмәләр кәрзине һалдылар.
       Көндөң икенсе яртыһында Лейпциг йәрминкәһендә саксон- башҡорт экологик форумын асыу үткәрелде, ошонда уҡ Башҡортостан Республикаһын презентациялау үтте.
       Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге рәсми делегация ағзалары был көндө Лейпцигта урынлашҡан "BMW" автоконцернында ла булды. Предприятие управляющийы Клауссен әфәнде концерндың үҫеше хаҡында һөйләне, уның цехтарын күрһәтте.

Немецтар менән бәйләнеште Алик Шакиров нығытты.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал