6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Йондоҙҙар Өфө боҙонда
07.03.07


       Шоу-бизнес донъяһында беҙ йондоҙҙар ығы-зығыһынан алыҫ торабыҙ кеүек. Алексей Плющенко менән Тотьмянина һәм Маринин пары араһында контракт өҙөлөүе бөтә илгә яңғырап өлгөрмәне, бына улар беҙҙең Өфө Спорт һарайында шыуалар. Дөрөҫ, икенсе продюсер - Илья Авербух етәкселегендә.
       Рәсәйҙең 50 ҡалаһы, яҡын һәм сит илдәр буйлап үтәсәк "Йондоҙҙар боҙҙа" грандиоз халыҡ-ара туры сиктәрендә, Башҡортостан баш ҡалаһына спорт, музыка, театр һәм кино йондоҙҙарының тотош бер плеядаһы ағылды. Улар иҫәбендә, әлбиттә, былтыр ошо уҡ "Йондоҙҙар боҙҙа" исеме менән иң уңышлы телепроектта ҡатнашыусылар өсөн 130-ҙан ашыу номер ҡуйған, был гениаль фекер продюсеры, данлыҡлы фигурист, донъя чемпионы Илья Авербух. Шулай уҡ музыкант
       Игорь Бутман, актриса Анна Большова, фигуристар Татьяна Навка һәм Роман Костомаров, Елена Бережная, Мария Петрова
       кеүек билдәле шәхестәр. Матбуғат конференцияһында шоуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе, күп тапҡырҙар Литва чемпионы, Европа һәм донъя чемпионаттары призеры Повилас Ваганас: "Беҙ кисә иҫәпләп ултырҙыҡ: Өфөлә боҙға 64 коньки сығасаҡ!
       Беҙҙең дүрт йыл барған "Боҙ симфонияһы" турында бындайы
       булғаны юҡ ине әле", - тине.
       - Өфөлә нисек алҡышлауҙарын белеп, нисек һеҙгә килмәйһең һәм был шоуҙы күрһәтмәйһең инде, - тип боҙ буйынса үҙ партнерын хупланы Игорь Бутман.
       Баҡһаң, музыкант Игорь Бутмандың был турҙағы дебюты тап
       беҙҙең Спорт һарайында үткән икән. Гастроль графигы тығыҙ булыу арҡаһында, ул бөтә сығыштарға ла өлгөрә алмай. Ләкин телепроект репетициялары ваҡытында йондоҙҙар бер-береһенең әүҙем ритмына яраҡлашырға өйрәнгән.
       - Беҙ Маша Петрова менән Питерҙа репетициялар яһаныҡ, -
       тип һөйләй Игорь Бутман, - сөнки минең ул саҡта төньяҡ баш ҡалаһында концерттарым бара ине, ә Алексей Тихонов менән Аня Большова Мәскәүҙә күнекмә яһаны. Бер тапҡыр беҙ бер көндө ике бейеүгә күнекмә яһаныҡ, сөнки миңә китергә кәрәк
       ине. Икенсе бейеүҙе төн эсендә өйрәнеп бөтөргә кәрәк булды. Беренсе номерҙы эшкәртеп бөткәс тә ике сәғәттән һуң
       күнекмәгә тотондоҡ.
       - Спортсылар беҙҙең өсөн - илаһи йәндәр, - тип аныҡлай актер Вячеслав Разбегаев, - Спортсыларҙан, моғайын, космонавтар ғына юғары торалыр. Улар бала саҡтан үҙ маҡсаттарына фиҙакәр ынтыла. Әгәр беҙ, профессионал булмағандар, улар кеүек шөғөлләнһәк, беҙҙе лә, моғайын, Олимпиадаға ебәрергә мөмкин булыр ине.
       Был шоу йондоҙҙарының әле көстәре ҡалыуға ҡарамаҫтан, улар әлегә бер ниндәй телепроектта ла ҡатнашырға йыйынмай.
       - Миңә күптән түгел "Йондоҙҙар рингта" шоуында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр (көлмәгеҙ, һеҙгә лә тәҡдим итәсәктәр әле)! - тип һөйләй Вячеслав Разбегаев. - Мин, әлбиттә, баш тарттым. Был аҡылһыҙлыҡ бит! Ниндәй ринг булыуы мөмкин? Мин боҙҙо көскә үткәрҙем.
       - Миңә ҡалһа, был проектта ҡатнашыуыбыҙ барыбыҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс ҡына, - тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша Игорь Бутман. - Бына мин "Форд Боярд"та ҡатнаштым, был бит
       "Йондоҙҙар боҙҙа" менән сағыштырғанда балалар баҡсаһы ғына. Әгәр мине тағы ла ниндәй ҙә булһа авантюраға ылыҡтырһалар, тик әгәр фигуристарҙы саксофонда уйнарға өйрәтергә үтенһәләр генә. Бына минең партнершам Мария Петрова, мәҫәлән, Чижик-Пыжикты уйнарға өйрәнде.
       Татьяна Тотьмянина менән Максим Маринин журналистарға
       сыҡманы, ихтимал, Евгений Плющенко менән араларын өҙөүгә ҡағылышлы һорауҙарҙан тайпылғандарҙыр. Улар йәш фигуристар өсөн мастер-класс биреү менән сикләнде. Ләкин парлап шыуыуҙа 2006 йылғы Туриндағы Олимпиада уйындары чемпиондары, биш тапҡыр Европа һәм ике тапҡыр донъя чемпиондары улар менән аралашыуға ла 15 минуттан артыҡ ваҡыт сарыф итмәне. Максим Маринин йәш спортсыларҙы: "Иң төп талант - ул эш һөйөүсәнлек, шуға күрә эшләргә лә эшләргә кәрәк. Һеҙҙең һәләттәрегеҙ етерлек. Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле", - тип дәртләндерҙе. Ә махсус журналистар өсөн: "Беҙ күп ҡалаларҙа булдыҡ һәм фигуралы шыуыуҙың бик популяр спорт төрөнә әйләнә барыуын күрәбеҙ. Бында беҙҙең дә ҡаҙанышыбыҙ булыуына ышанаһы килә. Беҙ боҙҙа барыһын да спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм фигуралы шыуыуҙы пропагандалау өсөн эшләйбеҙ бит. Сығыштарыбыҙға йыйылған тулы стадиондарға ҡарап, беҙ быны уңышлы башҡарабыҙ кеүек тойола.
       Беҙ Беренсе каналда күргән "Йондоҙҙар боҙҙа" туры ул телемонтаж түгел, ә ысынлап та бик билдәле һәм бик талантлы
       кешеләрҙең ауыр хеҙмәте булыуына инанырға мөмкинлек бирҙе. " Ә һәләтле кеше, билдәле булыуынса, һәр нәмәлә һәләтле.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал