6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

Йәштәр - стратегик ресурс
06.03.07


       Былтыр сентябрҙә 2007-2010 йылдарға "Башҡортостан йәштәре" Президент программаһы раҫланды. Программаның төп маҡсаттары - йәштәрҙе интеллектуаль һәм әхлаҡи үҫтереү,
       уның иҡтисади үҙаллылығын күтәреү. Ә иҡтисади үҙаллылыҡ -
       ул, иң элек, үҙ торлаҡ майҙаныңды булдырыу мөмкинлеге. Шуға күрә дәүләт йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе - ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа йәш ғаиләләргә ярҙам итеү.
       Һуңғы дүрт йылда биш меңләп йәш ғаиләгә торлаҡ алыуҙа ярҙам күрһәтелде. Уларға фатир һатып алыуға республика бюджетынан - 400 миллион һәм Өфө бюджетынан 160 миллион
       һум аҡса бүленде. Был аҡсалар БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды йәки ипотека кредиты биреү программаһы буйынса оҙайлы ваҡытҡа бүлеп түләү менән торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелде.
       Был программа менән тыуымды арттырыу стимуллаштырыла.
       Ике меңдән ашыу йәш ғаилә балалары тыуғанда бушлай торлаҡ субсидияһы алды. 2003 йылдан алып быға 130 миллион
       һум тотонолдо.
       Былтырҙан башлап индивидуаль торлаҡ һатып алғанда йәки
       төҙөгәндә тәүге взносты түләүгә субсидия сифатында 120 миллион һум бүленде.
       Республика бюджетынан 100 миллион һум ауылда йәшәүсе йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә субсидия биреүгә йүнәлтелде. Был "2010 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше"
       Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләнде.
       Республика йәштәрҙе "квадрат метрҙар" менән тәьмин итеү
       өсөн саралар күрһә лә, тағы 11 меңдән ашыу йәш ғаилә фатир
       мәсьәләһен хәл итеү өсөн дәүләт яҡлауынан баш тартмаҫ ине. Республика Хөкүмәте льготалы кредиттарҙы финанслау күләмен һәм иҫәбен арттырырға кәрәклеген аңлай. Был мөһим эшкә предприятиеларҙың аҡсаһын йәлеп итергә кәрәк.
       Тап предприятиелар йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә льготалы ссудалар һәм башҡа төрлө ярҙамдар күрһәтә ала.
       Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу - бер, ләкин эш булыуы ла үтә
       мөһим бит. Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү - йәштәр сәйәсәтендә шулай уҡ өҫтөнлөклө йүнәлеш. Былтыр мәшғүллек хеҙмәте органдарына мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһын тиерлек 16-29 йәшлек йәштәр тәшкил итте. Ә эшһеҙҙәр араһында 40 процентҡа яҡыны - йәштәр.
       Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеү өсөн башҡарма власть халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт
       хеҙмәте, эш биреүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Былтыр 42 мең йәш кешеләр, йәғни мөрәжәғәт итеүселәрҙең 73 проценты даими эшкә урынлаштырылды.
       Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу проблемаһы киҫкен тора. Вуздарҙа һәм
       техникумдарҙа йыш ҡына әлеге мәлдә иҡтисадта кәрәкле булған белгестәр әҙерләнмәй. Эш биреүселәр менән профессиональ белем биреү учреждениеларының үҙ-ара килешеп эш итеүен көсәйтергә кәрәк.
       Шулай ҙа йәштәр офоғонда барыһы ла ал да гөл түгел. Ҡайһы бер предприятиеларҙа йәштәр өсөн эш урындарын квоталау буйынса йөкләмәләр үтәлмәй. Кәңәшсе-тәрбиәселек
       эше һәр ерҙә дәртләндерелмәй. Квалификацияны күтәреү, һөнәр алыу мөмкинлеге бирелмәй. Йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә льготалы ссудалар, кредиттар бүлеү коллектив договорҙарҙың ете процентында ғына ҡаралған. Эш биреүселәрҙең 40 проценты ғына профессиональ белем биреү учреждениелары менән йәш белгестәр һәм эшселәр әҙерләү буйынса килешеү мөнәсәбәттәре төҙөгән.
       Күренеүенсә, "Башҡортостан йәштәре" программаһы өсөн
       эшмәкәрлек майҙаны ҙур, башҡараһы эштәр байтаҡ әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал