6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Алыҫта, алыҫта, болонда көтөүлектә...
06.03.07


       Башҡортостан һыйыр малы һәм һөт етештереү
       буйынса Рәсәй субъекттары араһында беренсе урынды биләй. Һөт етештереү, - һис шикһеҙ, х ужалыҡтар өсөн табышлы. Үткән йылда Стәрлет амаҡ, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары хужалы ҡтары иҙ ҙур күләмдә һөт етештергән - утыҙы шар мең тонна. Әммә 1-2-шәр мең тонна һөт ет ештергән райондар ҙа бар .
       Был миҫалда күренеүенсә, төп күрһәткес - һ ауылған һөт күләмдәре - ныҡ айырыла. Ҡаҙаныш тар менән бер рәттән уңышһыҙлыҡтар ҙа юҡ түг ел. Башҡа күрһәткестәр ҙә бик яҡшынан түгел.
       Республикала һөттөң юғары миҙгеллелеге ниге ҙһеҙ. Миҙгеллелек коэффициентты 1,1-1,2 тирә һендәй булырға тейеш, йәйен, ҡышҡа ҡарағанд а, һөт күберәк һауылырға тейеш. Ә йәйге осор ҙа республика хужалыҡтарында уны етештереү к үләме, ҡышҡа ҡарағанда, уртаса 2,3 тапҡырға юғары. Һуңғы сиктәге осраҡтар ҙа бар - Йәрмә кәй районында коэффициент - 3,1, Федоровка һ әм Стәрлебаш райондарында - 3,8, Ейәнсура ра йонында - 4,1, Йылайырҙа - 6,3.
       Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа һөт етештереү һәм һ аҡлау технологияһы боҙола. Тап шул арҡала Би шбүләк, Йылайыр, Борай, Салауат райондары ет ештерелгән һөттө 25 проценттан 15 процентҡа тиклем икенсе сорт менән һатырға мәжбүр булд ы. Продукт сортһыҙ, йә булмаһа сифаты түбән икән, уны һатып алыу хаҡы ла юғары булмай. Алда һаналған райондарҙа һөт һатыу хаҡы дүрт
       һумдан артмай, ә республика буйынса уның үҙ ҡиммәте литр өсөн дүрт һум 60 тин тәшкил итә . Бындай осраҡта иҡтисади иҫәп һәм файҙа тур аһында әйтеп тораһы ла юҡ.
       Дөйөм алғанда, республика буйынса һөт һаты п алыу хаҡы донъя хаҡына яҡынлашты - ете һум
       20 тин. Етештереүселәр баҙар шарттарында ун ы етештереүҙә үҙҡиммәтен кәметеү иҫәбенә кон курентлыҡ итә ала.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ша мил Вахитов хаҡтар сәйәсәтен координациялау һәм эшкәртеүселәр диктатынан яҡлау өсөн респ убликала Һөт етештереүселәр союзы булдырырға
       тәҡдим итә.
       Бөгөнгө көндә һөт заводтары һөт етештергән
       хужалыҡтарҙы дәртләндерергә тейеш, иҡтисади
       яҡтан файҙаһы булған тейешле күләмдә сифатл ы һөт етештереүҙе булдырған хаҡтар сәйәсәтен
       эшләү кәрәк.
       Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиел ары башлыса һыйыр малдары һанын арттыра. Ар тта ҡалыусы хужалыҡтар ҙа бар. Мишкә районын да һыйыр малдары һаны 18 процентҡа кәмегән, Дыуанда - 16, Ишембай районында 11 процентҡа
       кәмегән.
       Республика буйынса 100 һыйырҙан үрсем алыу
       уртаса 79 быҙау тәшкил иткән. 34 районда һө ҙөмтәләр юғары. Хужалыҡтарҙа яһалма ҡасырыу буйынса эштең көйләнмәүе, мал аҙығы рационын ың тигеҙ булмауы үрсемдең кәмеүенә, яңы тыуғ ан быҙауҙарҙың үлеүенә килтерә. Әбйәлил райо нында үрсем алыу - 51, Туймазы районында - 6 2, Асҡында - 64.
       Һуңғы йылдарҙа тоҡом малдарын һатып алыу а рта, республика төбәктәр араһында беренселәр ҙән булып лизинг индерҙе. Малдарҙы осһоҙлаты уға республика бюджетынан йыл һайын средство лар бүленә. 2006 йылда 67 миллион һум аҡса б үленгән. Бөгөнгө көндә күп кенә ауыл хужалығ ы предприятиеларының үҙ средстволарына йәш т оҡом малдары һатып алыу мөмкинлеге бар. Әммә
       түләмәү проблемаһы лизинг идеяһын ҡаҡшата.
       - 2008 йылға беҙҙең бурыс, - тине Вахитов , - һөт етештереүҙе 4,6 процентҡа арттырырға
       (2179 мең тоннаға еткерергә), ит етештереүҙ е - 8,2 процентҡа ( 413 мең тоннаға).
       "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" өҫтөнлөкл ө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә райондар тәҡдим иткән программалар нигеҙендә
       2010 йылға тиклем малсылыҡты үҫтереү респуб лика программаһы эшләнелә. Уны апрель айында
       БР Хөкүмәте ултырышында ҡараясаҡтар. Был пр ограмманы тормошҡа ашырыу 2010 йылға малсылы ҡта һәм йәмәғәт секторында производство күрһ әткестәрен 30 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Малсылыҡты үҫтереү буйынса район пр ограммаларында ла тейешле рубеж билдәләнергә
       тейеш.
       - Һәр ауылда малсылыҡ объекттары булырға т ейеш, - тип һанай Вахитов. - Аңлашыла - ферм а эшләй икән, тимәк, ауыл йәшәй. Программа б уш фермаларҙы модернизациялауҙы ҡарай, ә рес публика буйынса улар һаны меңдән ашыу. Был р езервты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләтә башларға к әрәк. Күптән түгел Иглин районында муниципал ь район хакимиәттәре башлыҡтарының семинары үтте. Районда малсылыҡ биналары тулған, яңы фермалар төҙөлә.
       Башҡа миҫалдар ҙа бар. Әлшәй, Ауырғазы, Ба ймаҡ, Кушнаренко һәм Учалы райондарында буш торған биналарҙы ҡаҙ үрсетеү өсөн ҡулланалар ® Бөгөнгө көндө был райондарҙа биш бина тулғ ан. Мәләүез районында фермер Сергей Захаров ( "Дубровский" крәҫтиән фермер хужалығы) буш
       торған өс малсылыҡ бинаһында йылына 30 мең бройлер үҫтерә. Был тәжрибәне башҡа райондар
       ҙа үҙләштерһен ине.
       Тоҡом эшен үҫтереү - программаның төп йүнә леше булып тора. Һәр районда тоҡом хужалығы булырға тейеш. Бөгөнгө көндә республикала 1 13 хужалыҡ тоҡом малын үрсетеү менән шөғөллә нә. Дүртөйлө районында 20 тоҡом хужалығы бар , Саҡмағошта - 10. Әммә 20 районда улар бөтө нләй юҡ. Сит илдән алынған тоҡом малдары ниг еҙендә юғары продуктлы үҙ малыңды алырға һәм
       тауар хужалыҡтарына һатырға кәрәк.
       Малдарҙың продуктлылығын арттырыуҙа башҡа ысул - малдарҙы яһалма ҡасырыу. Бындай ысул ҡулланған хужалыҡтарҙың йыл һайын үгеҙ һатып
       алыу мохтажлығы юҡ.
       Асҡын, Благовар, Бөрйән, Нуриман райондары
       хужалыҡтары яһалма ҡасырыу һәм үгеҙҙәрҙе ал маштырыу менән бөтөнләй шөғөлләнмәй.
       Республикала күп кенә сит ил компанияларын ың вәкиллектәре асыла һәм уңышлы эшләп килә,
       берлектә предприятиелар булдырыла. Сит ил партнерҙары менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән һәм алдынғы технологиялар үҙләштергән "Алекс еевка" совхозы быға миҫал. Был хужалыҡ күптә н инде юғары һөҙөмтәләргә ирешә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал