6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Спринтта еңелде, эҙәрлекләүҙә күтәрелде
06.03.07


       Максим Чудов уҙған ял көндәрендә Лахтиҙа (Финляндия) ике
       старт үткәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Чудов күп мәрәй йыя алманы. Спринтта ул 49-сы ғына булды, йәғни мәрәйҙәр зонаһынан ситтә ҡалды. Эҙәрлекләү уҙышында Максим өҫкә күтәрелһә лә, донъя кубогының дөйөм иҫәбендә хәлде яҡшыртыу өсөн ул йыйған 13 мәрәй етмәне.
       Артыҡ һаҡланыу ҡайһы берҙә файҙа килтермәй
       Беҙ биатлон тураһында баҫмаларыбыҙҙың эксперты итеп Максим Чудовтың ҡустыһы Алексейҙы саҡырырға ҡарар иттек. Һүҙ уға:
       - Спринтер ярышы бик ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле барҙы. Максимға килгәндә, шуны әйтер инем: старт алдынан ул йоҡлай алманы, кәйефе бик төшөнкө ине. Һөҙөмтәлә, минеңсә,
       ауыр индивидуаль ярыштан һуң ул көс йыйып өлгөрмәне. Беренсе рубежда ул ниҙер уйлап сығарҙы, көттө. Өс тапҡыр сәпкә тейҙермәне. Һөҙөмтәлә 49-сы ғына урын...
       Яҡшы сығыш яһай алмағаны өсөн Максимдың бик ныҡ кәйефе ҡырылды.
       Геройҙарса пасьют
       - Киләһе старт - эҙәрлекләү уҙышы, йәки уны "пасьют" тип атайҙар. Максим спринтта уңышһыҙлығын танып, лайыҡлы сығыш яһарға тырышты - һәм бөтәһе лә яҡшы килеп сыҡты. Дүрт рубежда ике тапҡыр ғына сәпкә тейҙерә алманы. Һөҙөмтәлә 49-сынан 18-се урынға күтәрелде.
       - Нисек уйлайһығыҙ, ҡалған ике этапта лайыҡлы сығыш яһай
       алыр микән?
       - Норвегиялағы донъя кубогының киләһе этабына ул үҙен формаға килтерер, тип уйлайым. Ул бит көслө спортсы, һәм ҡалған старттарҙа приз һәм миҙалдар өсөн көрәшә алыр, минеңсә.
       Лахтиҙа Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Филипп Шульман яҡшы ғына сығыш яһаны. Ул спринтта, ике тапҡыр сәпкә тейҙермәй, 27-се урында ине һәм пасьютта 15-се урынға күтәрелде. Был юлы спорттан китергә йыйыныусы Рафаэль Пуаре Финляндия этабы короле булды. Ул бөтә өс этапта ла еңде.
       Бөгөнгө көнгә донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Максим Чудов 388 мәрәй менән 12-се урынды биләй. Немец Михаэль Реш унан аҙға ғына ҡалышып, 372 мәрәй менән 13-сө урында.
       Норвегияның Холменколлен һәм Рәсәйҙең Ханты-Мансийск ҡалаларында үтәсәк ҡалған ике этапта юғары күтәрелеү өсөн Максимға юғары урындар яуларға кәрәк - тәүге алтауға инергә
       йәки унан да юғарыраҡ. Әле немец Михаэль Грайс (641 мәрәй) ҡына алда бара.
       Чудовтарҙың кесеһенә килгәндә, әлегә бер ни менән дә ҡыуандыра алмайбыҙ. Имгәнеүе һаман да төҙәлеп бөтмәй әле
       - Алексейға йөрөүе лә, хатта тик кенә тороу ҙа ауыр. Ул, ауыртыныуын еңеп, күнекмәләрен башлар ҙа ине, тик был осраҡта хәле насараясаҡ ҡына.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал