6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Тыныс атом етештереү әүҙемләштереләсәк
01.03.07


       Традицион энергетика тармағы артынан реформа атом тармағына киләсәк. Быға хатта Рәсәй дәүләте лә аҡсаһын йәлләмәйәсәк. Иҡтисадтың энергетик аппетиты ҡапыл үҫеп китеүе ашығыс рәүештә бөтә прогноздарҙы ҡайтанан ҡарауҙы
       талап итте. Һәм атом энергетикаһының яңы көстәрен тиҙерәк
       сафҡа индерә башлауға этәрҙе.
       "2007-2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклем перспективаға
       Рәсәйҙең атом энергосәнәғәт комплексын үҫтереү" федераль
       маҡсатлы программаһы ил территорияһында ун атом энергоблогы төҙөүҙе ҡарай.
       - Программа проекты өҫтөндә эшләгәндә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ быны фантастика тип уйланыҡ - ике-өс йылға бер энергоблок индерергә күнеккәнбеҙ бит инде. Ләкин Федераль маҡсатлы программаға ярашлы, беҙгә йылына икешәр яңы энергоблок индерергә тәҡдим ителә, бер үк ваҡытта беҙҙә атом электростанцияһында унлап ҡоролма төрлө әҙерлек кимәлендә булырға тейеш, - тип һөйләй "Росэнергоатом" концерны федераль дәүләт унитар предприятиеһын үҫтереү буйынса директор Александр Полушкин. - Һүҙ юҡ, беҙҙең тармаҡта бындай үҫеш темпы 80-се йылдар башында булғайны, ләкин ул саҡта бөтә СССР атом энергетикаһын үҫтерә ине.
       Закондың тулы рәсми исеме - "Атом энергияһын файҙаланыу
       өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы ойошмаларҙың милкенә һәм акцияларына идара итеү үҙенсәлектәре һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында".
       - Атом тармағын реформалаштырыуға кәмендә бер йыл кәрәк буласаҡ. Ләкин иң мөһиме - мөмкин тиклем тиҙерәк энергетика объекттарын урынлаштырыуҙың генераль схемаһын ҡабул итеү - сәнәғәтте үҫтереү, торлаҡ секторы
       һәм буласаҡ энергия дефициты нөктәләре менән зоналарға
       Рәсәй картаһын йәйергә маташыу ул. Атомсылар өсөн был дәүләт түләргә риза булған инвестиция нөктәләренең барлыҡҡа килеүен белдерә, - тип аңлата Александр Константинович. - Иң элек Тверҙа һәм Ростовта, Белоярскиҙа
       эшләүсе АЭС-тарҙа яңы энергоблоктар төҙөлөп бөтәсәк. Программаға Ленинград АЭС-2-лә - дүрт, Нововоронеж АЭС-ында ике энергоблок төҙөү индерелгән. Федераль программа атом тармағы алдына ҡуйған төп шарт - 2020 йылға
       билдәләнгән ҡеүәтте 41 гигаваттҡа еткерергә (бөгөн 23 гигаватт/. Ә дөйөм электр энергияһы эшкәртеү күләмендә АЭС-тарҙың өлөшө 17 процентҡа тиклем үҫергә тейеш.
       - Хәйер, беҙгә барыбер - энергетиктар беҙгә АЭС-ты ҡайҙа төҙөргә ҡуша, беҙ шунда төҙөйәсәкбеҙ. Әммә "юл картаһы" төбәктәр менән яраштырылырға тейеш. Беҙгә мотлаҡ төбәк власының яҡлауы кәрәк. Төбәк власы яҡламаған, йәмәғәтселек
       риза булмаған урындарға беҙ бармаясаҡбыҙ, - тине хәйләләшеп тормай Александр Константинович. - Сәнәғәттең энергетик аппетитына беҙ һәр ваҡыт яуап бирергә әҙербеҙ: беҙҙә, мәҫәлән, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм хатта Алыҫ Көнсығышта АЭС өсөн яҡшы өйрәнелгән майҙансыҡтар бар. Былар, әлбиттә, һикһәненсе йылдарҙан ҡалған Советтар Союзы мираҫы.
       - Ысын мәғәнәһендә уникаль ошондай ике майҙансыҡ бар - Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында Ағиҙел ҡалаһындағы Башҡорт АЭС-ы һәм Кострома АЭС-ы. Икеһе лә 80-се йылдар аҙағында һуңғы стадияһында туҡтатылған. Ул саҡта бөтә социаль инфраструктураһы, кәрәкле автомобиль һәм тимер юлдары, тулы төҙөлөш индустрияһы базаһы, электртапшырыуҙар линияһы менән 25 мең кешелек ҡала төҙөлгәйне. Котлован ҡаҙып, атом электростанцияһын төҙөй башларға ғына ҡалғайны, - "Росэнергоатом" концерны генераль директоры урынбаҫары Александр Полушкин Ағиҙел проектын "ауыртмаған башҡа тимер таяҡ" тип атаны, әммә: - Беҙ "юл картаһы" өҫтөндә эшләү сиктәрендә Кострома һәм башҡорт ерҙәрендә АЭС төҙөлөшөн башлауға баҫым яһаясаҡбыҙ, - тине. - Был тырышлыҡтар бушҡа китмәҫ, тип ышанам. Рәсәй атом энергетикаһын интенсив үҫтереүҙе тап ошо майҙансыҡтарҙан башларға теләр инек. Шулай иткәндә әҙерлек осоронда беҙ кәмендә биш йыл экономиялаясаҡбыҙ.
       Ихтимал, ул саҡта Башҡорт АЭС-ы атомсыларының хыялы тормошҡа ашыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал