6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Триллер нисек ижад ителә?
28.02.07


       Руслан Юлтаевтың "Тырнаҡ эҙе" ("Царапина") мистик триллеры был жанрҙың бөтә закондары буйынса башлана: ташландыҡ зыярат, төн, күктә ай йөҙә. ХIХ быуатта уҡ ерләнгә н
       француз сәғәт оҫтаһы ҡәберендә балалар хазина табырға маташа. Ауыр таш плита иң бәләкәй баланың өҫтөнә килеп төшкәс, тамашасылар терт итеп ҡала. Фильм аҙағында ғына улар мәрхүмдең йәне, теге донъянан килеп, малайҙы ҡотҡарыуын, уның ғүмеренә алмашҡа иҫке сихырлы сәғәт ярҙамында көн һайын бер баланың йәнен алыуы хаҡында белә. Бына ауылда бер-бер артлы балалар үлә башлай, ә ауылға ҡот осҡос сәғәтте килтергән малай тере ҡала, буй етеп, олоғайырға өлгөрә.
       Рәсәй кинематографияһы үҙәге - "Родина" кинотеатрында күрһәтелгән "Тырнаҡ эҙе" фильмы төрлө хистәр һәм фекерҙәр
       тыуҙырҙы. Хәйер, "сәғәтле ләғнәтле йорттоң ҡот осҡос сере"
       сиселеүен көтөп, ике сәғәт буйына көсөргәнештә ултырған тамашасыны аңларға мөмкин инде. Етмәһә, фильм сюжеты бик
       ныҡ тәьҫирләндерә. Картинаны хатта өлкәндәрҙе лә ҡурҡытырлыҡ "балалар имәнесе" тип атанылар. Залдан берәүҙәр "бик шәп, супер!" тип ҡысҡырһа, икенселәре "ҡот осҡос!" тине. Картинаны ҡуйыусы режиссер Руслан Юлтаев "вайымһыҙҙар юҡ, һәм был иң мөһиме" тип һығымта яһаны.
       - Экранда ҡот осҡос булып күренһә лә, төшөрөүе бик күңелле булды, - тине Руслан. - Был, беренсе сиратта, балаларҙың иң имәнес күренештәрҙә - зыяратта һәм өрәктәр
       менән йортта - ҡатнашыуына ҡағыла. Кино төшөрөү майҙансығында даими йәнлелек һәм көлөп-шаярыу хөкөм һөрҙө. Тик бына хәҙер, бәләкәй актерҙар тәүге тапҡыр "үҙ ҡулдарының эшен" киң экранда күргәс кенә, тынып ҡалды. Был тиклем ҡурҡыныс булыр тип көтмәгәндәрҙер инде, күрәһең.
       Руслан Юлтаев һөйләүенсә, мистик триллер былтыр көҙ Башҡортостандың Учалы районының Кирәбе ауылында төшөрөлдө. Төпкөл ауылдың матур тәбиғәте картинаға үҙенсәлекле бер колорит бирҙе.
       - Кирәбе ауылы осраҡлы рәүештә һайлап алынманы, унда ағастан һәм таштан боронғо ҡоролмалар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, төп героиня - уҡытыусы Марияның йортона 250 йылдан ашыу. Был йорт һәм һеҙ экранда күргән башҡа ҡоролмалар, ауыл мәктәбен дә индереп, - ысын.
       Режиссер фильмға сценарийҙы Радамир Таймасов менән Мәғәфүр Тимербулатов яҙыуын билдәләп үтте.
       - Сценарийҙа ҡайһы бер ролдәр фильмда беҙ бик күрергә теләгән актерҙар өсөн махсус рәүештә барлыҡҡа килтерелде,
       - тип һөйләне Руслан. - Мәҫәлән, Михаил Ефремов өсөн беҙ эсеп, боларыусы, ҡаланан килгән уҡытыусы ҡыҙға бәйләнгән шаян, үткер егет Василийҙы уйлап таптыҡ. Быға беҙҙе "Туғыҙынсы рота" фильмында уның ҡатнашлығындағы бәләкәй
       эпизод этәрҙе.
       Игнат бабай роленә Валерий Золотухинды саҡырырға уйлағайныҡ, тик уның ваҡыты булманы. Бәхеткә ҡаршы, Алматыла йәшәгән бына тигән актер Владимир Толоконников
       менән бәйләнешкә сыға алдыҡ. Ул, эше күп булыуға ҡарамаҫтан (беҙ уны Омскиҙан, гастролдәрҙән машина менән
       барып килтерҙек), сценарийҙы юғары баһаланы һәм уйнарға ризалашты.
       Рәйес роленә Алексей Булдаковтың кандидатураһын беҙ шунда уҡ раҫланыҡ, башҡорт киноһы проекттарында элек тә ҡатнашҡан актер үҙе лә бер һүҙһеҙ килеште.
       - Миңә сценарий оҡшаны, шуға күрә фильмда ҡатнашырға ризалыҡ бирҙем, - тип һөйләне Михаил Ефремов. - Мин уны бер тынала уҡып сыҡтым. Күптән инде, ауыр тормош менән бер рәттән, ярата ла, нимәнәндер ҡурҡа ла белгән ябай кешеләр хаҡында фильмдар булғаны юҡ ине.
       Ә "Өфөфильм" төркөмөн үҙ эшенең пионеры тип атарға мөмкин. Үҙ-ара татыу йәш егеттәр. Ғөмүмән, улар барыһы ла
       геройҙар. Тиҙ төшөрҙөләр, өс йөҙ йыллыҡ иҫке йортта йәшәнеләр! Барыһын да һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.
       - Фильмды төшөргәндә мин, иң элек, дисциплинаны, майҙансыҡтың әҙер булыуын, артисҡа мөнәсәбәтте, бик яҡшы
       ойоштороуҙы айырып билдәләр инем. Ғәжәп, бөтәһе лә шундай йәш кенәләр бит әле! Ә нисек эшләйҙәр... Йәне-тәне
       менән бирелеп, картина менән генә йәшәйҙәр! Барыһы ла фиҙакәр эшләй, - тип билдәләне Владимир Толоконников. - Бындай кинотөркөмгә һәр олпат киностудия көнләшерлек. Әгәр был егеттәрҙең аҡсаһы ла күберәк булһа, беҙ бик яҡшы
       кино яһай алыр инек. Сценарий ҙа тел тейҙерерлек түгел.
       - Миңә тамашасы өсөн яуап биреүе ҡыйын, шулай ҙа 80-се
       йылдарҙа йәшәмәгәндәргә үҙгәртеп ҡороу осоро башында Рәсәй төпкөлөнә күҙ һалыуы ҡыҙыҡ булғандыр, тип уйлайым, -
       тип үҙ фекерен әйтте Алексей Булдаков. - Был характерҙар яңы заман һәм яңы Рәсәй быуынына ҡыҙыҡтыр, минеңсә.
       Кино төшөрөү процесынан тәьҫораттар бик көслө. Мин күптән экспедицияла булғаным юҡ ине, ә бында ялан, хатта хәрби шарттарға килеп эләктемме ни. Ысынлап та, хәрби шарттарға яҡынлаштырылған. Миңә коллектив йәш булһа ла, бер кемдең дә зарланмауы оҡшаны. Барыһы ла намыҫлы, берҙәм һәм ойошҡан рәүештә эшләне.
       Фильм буйынса партнерша Регина Ромманова миндә бик яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Ул шундай етеҙ һәм хәрәкәтсән. Режиссерҙың һәр иҫкәрмәһен ҡабул итеп, уны үтәй. Тимәк, актриса көслө ихтыярлы. Ә был бик мөһим.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал