6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Гәлсәр ярсыҡтарҙа - ысыҡ сафлығы....
06.02.04


       Уның эштәренең һәр береһе тылсымлы, тәрән серле мәғәнә ғә эйә, ысыҡ тамсыһындай сафлыҡҡа һәм күҙҙе ҡамаштырған ил аһи яҡтыллыҡҡа сорналған - әйтерһең дә, йәйғор айырым төҫтәр гә ярсылып, уның картиналарын үҙенең төп, йәшел, төҫөнә манс ыған...
       Был тәьҫораттар Павел Шамыкаевтың "Урал" халыҡ ижады галереяһында асылған күргәҙмәһен ҡарағандан һуң тыуҙы.
       Рәссам Ҡараиҙел районында 1953 йылда тыуған. Артабан у ның биографияһы ғәҙәти: мәктәп, армияла хеҙмәт итеү, институ т. Өфө дәүләт сәнғәт иниститутына уны рәссам булу теләге ки лтерә, н тиһәң дә бәләкәй сағынан алып ул ҡәләм һәм ҡағыҙҙан
       айырылмаҫ була. Һеңлеһенең хәтерләүҙәре буйынса, әсәһе уны хатта малайҙар менән уйнарға ҡыуып та сығара алмаған - тик һ үрәт төшөрөргә генә булһын!
       Институтты тамалағандан һуң, Ҡараиҙелдә художество мәктәб ендә уҡыта. Әммә бер аҙ ваҡыт үткәс, ул тыуған яғына - Старо кустино ауылына - тартыла башлай һәм унда эшкә ҡайта. Әлбит тә, балаларҙы рәсем төшөрөү нескәлектәренә өйрәткәндән һуң ҡ алған ваҡыт тулыһынса яратҡан шөғөлөнә бирелә.
       Бөгөн килеп беҙ рәссамдың эҙләнеүҙәр, эксперименттар һөҙ өмтәһен күрәбеҙ. Шамыкаев үҙенең эштәре менән Ҡараиҙелдә, һ уңынан Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында танышт ыра. Екатеринбург ҡалаһында уҙған "Урал -2003" зона һәм Сар анск ҡалаһында төбәк - ара күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
       Уның эштәрен БР Рәссамдар союзы рәйесе Зөфәр Ғаянов, Нес теров исемендәге музей директоры Фәйзрахман Исмәғилев, Рәссс амдар Георгий Калитов, Светлана Шамаева, Владислав Мари, Але ксей Королевскийҙар юғары баһалай. Галерея директоры Кәрмиә Кайдалова рәссам тураһында былай ти:" Павел Шамыкаев - ысын ауыл интеллигенты, ул ауылдаштарының рухи матурлығы тураһынд а ҡайғырта, уның өсөн крәҫтиән хеҙмәте, уҡытыусы һөнәре мөһи м, әммә быларҙың барыһы ла уға ижад кешеһе булырға ҡамаулама й."

Алевтина Бугайчук.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал