6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Белем биреү

ЙӘШТӘР ЕТӘКСЕЛЕК ИТЕРГӘ ТЕЛӘЙ
30.07.03


       Юғары уҡыу йорттарында бөгөн иң ҡыҙыу мәл -- ҡабул итеү имти хандары. Абитуриенттарҙан да нығыраҡ уларҙың ата - әсәләре, туғандары тулҡынлана. Сәбәбе лә бар шул - белемгә булған һор ау ҡырҡа артты. Башҡортостан Респуликаһының мәғариф министрл ығынан хәбәр итеүҙәренсә, юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бү лектәренә генә лә 44300 ғариза ҡабул ителгән. Былтырғы кимәл менән сағыштырғанда был 7900 - гә күберәк. Дөрөҫ, бында ғар изалар һанының артыуы абитуриенттарҙың бер юлы бер нисә юғар ы уҡыу йортона ғариза биреүе менән бәйле. Республика буйынса конкурс ҡабул итеү имтихандарынан алда бер урынға 5,2 кеше тәшкил итте. Быйыл, элекке кеүек үк, иң ҙур конкурс Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инер өсөн -- уртаса бер урынға 8 кеше. Ошо уҡ уҡыу йортона иң күп ғариза ла бирелгән -- 10 446. Абитуриенттар араһында иң ҙур абруй ҡаҙанған бүлек "ойо штороу менеджменты"-- бер урынға 27 кеше. Ә бына юриспруден ция йәштәрҙе хәҙер бик үк ҡыҙыҡһындырмай икән -- бер урынға
       3 кеше. Әммә Башҡорт дәүләт педагогика унивеситетындағы "юр испруденция һәм социаль педагогика" бүлегенә уҡырға инергә д әғүә итеүселәрбайтаҡ -- бер урынға 14 кеше. Ә иң юғары конку рс ( бер урынға 16,2 кеше) шулай ҙа"педагогика һәм психолог ия" бүлегендә күҙәтелә. Финансист һөнәре һаман да үҙенең аб руйын юғалтмай: Өфөдәүләт сервис институтына уҡырға инер өсө н бер урынға 16 кешедәғүә итә. Ошондай уҡ конкурс Өфө дәүлә т авиация техник университетының "автоматизация технологиче ских процессов и производств" бүлегендә теркәлеүе инженер һө нәрҙәренең престижы үҫеүе тураһында һөйләй. Өфө дәүләт нефть техник университетында ҡыҙыҡ күренеш барлыҡ ҡа килде. Бында иң популяр бүлектәр "автоматизация химико -т ехнологических процессов" һәм "нефтегазовое дело". Уларҙа бе р урынға уҡырға инергә теләүселәр һаны 4,7, ә "биотехнологи" ға бирелгән ғаризалар уҡыу урындарынан кәмерәк. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында информатика һәм ме неджмент бүлектәре буласаҡ студенттар өсөн ҡыыҡһыныу тыуҙыра , бында бер урынға 8 кеше дәғүә итә. Бөрө дәүләт педагогия и нститутында иң юғары конкурс --"педагогика и методика началь ного обучения, логопедия" бүлегендә бер урынға 14,7 кеше тер кәлгән. Үткәндәге кеүек үк филология, педагогика, техник, технологик профилдәргә, шулай уҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә конкурс түбән.. Шулай, Өфө дәүләт сәнғәт акдемияһында "композиция" б үлегендә бер урынға бер кеше, йәғни конкурс юҡ тип әйтерлек.
       Шул уҡ ваҡытта актер оҫталығына өйрәнергә теләүселәр кәрәкк әндән 12 тапҡыр күберәк.

РОМАН КРАСНОВ.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал