6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Беҙҙең менән, беҙҙең кеүек, беҙҙән күберәк төҙөгөҙ
28.02.07


       Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов журналистарҙың һәр һорауына ентекле яуап бирә. Тик уны осрата алырға ғына кәрәк. Мэриялағы матбуғат конференцияһында ул төҙөлөш һәм сетерекле фатир мәсьәләһе хаҡында һөйләне.
       Шулай итеп, былтыр Өфөлә 521 мең квадрат метрҙан ашыу
       торлаҡ, йәғни 7581 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Унан алдағы йыл кимәленән 11 процентҡа арттырылған. Өфө - Рәсәйҙең иң эре ҡалалары араһында алтынсы урында, ә беҙ
       күп ҡатлы йорттар тапшырыу буйынса Ҡазандан 16 процентҡа алда барабыҙ. Быйылғы планка 620 мең "квадрат"ҡа күтәреләсәк, ә унан һуңғы бер нисә йылда Өфөлә торлаҡ йыл һайын кәмендә 700 мең квадрат метрға
       артасаҡ.
       Иң мөһиме шунда, тине Рәмил Карам улы, әгәр элек ҡала социаль торлаҡ төҙөүгә аҡса бүлмәһә, быйыл иһә 150 миллион һум бирәсәк. Был аҡсаға социаль найм буйынса торлаҡ төҙөләсәк һәм социаль ипотека программаһы бойомға
       ашырыласаҡ. "Социаль ипотека" проектында ҡатнашыусы тәүге 150 кеше һайлап алынған. Проектҡа аҙаҡтан ҡайтанан һатыу һәм еңел аҡса табыу хаҡына үҙ фатир мәсьәләһен хәл итергә йыйыныусылар эләкмәһен өсөн, ҡала һайлап алыуға бик ентекле ҡараны, тип билдәләне Хәлимов. Мохтаж булыусылар араһында ундайҙарға урын юҡ! Шуға күрә өфөсә
       социаль ипотеканың төп үҙенсәлеге - кредитты тулыһынса түләп бөтмәйенсә тороп, торлаҡ менән эш итә алмау.
       Фатирҙары булмаған өфөләргә кем миһырбанлыҡ күрһәтә һуң? Тәүге осорҙа 149 фатирҙы Өфө төҙөлөш компанияһы бирҙе, тағы ла биш мең квадрат метр тирәһе торлаҡты БР Президенты эргәһендәге Торлаҡ төҙөлөшө фонды вәғәҙә итә.
       Шулай итеп, баш ҡалала бик тә кәрәкле был программа урынынан ҡуҙғалды.
       Әммә миллионлы ҡалала торлаҡтан тыш мәсьәләләр ҙә етерлек. Рәмил Хәлимов металл гараждарға ҡаршы көрәш башланыуы хаҡында хәбәр итте. Әлегә айырым бер биҫтәлә -
       Сипайловола. Унда күп кимәлле ике паркинг төҙөлә, унда льготасылар арендаға урын ала алалар. Тиҙҙән бөтә Сипайловоны тимер ҡумталарҙан азат итәсәктәр - теләгәндәр
       уларҙы Сельский Богородский урамына күсерә ала. Аҙаҡтан Өфөнөң бөтә биҫтәләре тимер гараждарҙан "таҙартыласаҡ".
       - Өфөлә авария хәлендәге йорттар торлаҡ фондының 3,9 процентын тәшкил итә, ә статистиктар раҫлауынса, бер ярым
       процент түгел, - тине Рәмил Хәлимов. - Сөнки беҙ барыһын да иҫәпкә алабыҙ.
       Хәҙер беҙ балалар баҡсаһына төп йүнәлеш тотабыҙ. Быйыл
       дүрт балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ, әлбиттә, шулай ҙа властар элек төрлө сәбәптәр менән ябылған иҫке балалар баҡсаларын ҡайтарырға маташа. Улар реконструкцияланасаҡ, ҡайһылары, Инорстағы кеүек, мансардалар өҫтәп төҙөп, ҙурайтыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал