6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // БР Хөкүмәтендә

Тулайым төбәк продукты ярты триллион һумдан ашты!
27.02.07


       Республика Хөкүмәте Башҡортостандың сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм социаль өлкәһе эшенә йомғаҡ яһаны. Уҙған йыл төбәк өсөн үтә уңышлы булды, ә иң мөһиме - башланған проекттар быйылғы 2007 йыл да насар булмаясағына өмөт уята. Киңәйтелгән ултырышты БР Хөкүмәте
       Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы.
       Республика халҡының аҡсалата килеме артыуы - ҡыуаныслы
       күренеш.
       - Халыҡтың реаль аҡсалата килеме 21,5 процентҡа артты, шул уҡ ваҡытта тотош Рәсәй буйынса был күрһәткес ике тапҡырға кәмерәк, - тип билдәләне Рафаэль Ибраһим улы. - Тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр менән файҙаланыу үҫеше халыҡтың килеме күтәрелеү хаҡында һөйләй - ваҡлап һатыу тауар әйләнеше күләме сирек тапҡырға артты.
       - Торлаҡ төҙөлөшө күләме юғары булыуға ҡарамаҫтан (1,7 миллион "квадрат"тан ашыу), күптәр торлаҡ ала алмай. 131 меңдән ашыу ғаилә сиратта тора, уларҙың дүрттән бер өлөшө
       тиҫтә йылдан ашыу торлаҡ көтә. Республика баш ҡалаһында
       фатир мәсьәләһе ҙур проблемаға әйләнде, - тип борсолоп әйтеп үтте Рафаэль Байдәүләтов һәм 2007 йылда ҡала властарына, социаль тәғәйенләнештәге фатирҙарҙы ла индереп, 650 мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә ҡушылыуы хаҡында хәбәр итте.
       Республикала мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны кәмеүе лә иҡтисадтың яҡшырыуы хаҡында һөйләй. Профессиялар имиджы һәм учреждениелар эсендә социаль шарттар яҡшырыуына, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө милли проекттар ярҙам
       итә. Республикала улар уйлап, төплө итеп тормошҡа ашырыла.
       Башҡортостандың иҡтисади күрһәткестәре һәр ҡайһы "терәк" төбәгенә өлгө булырлыҡ. Тулайым төбәк продукты күләме ярты триллион һумдан ашып китте, бер йыл эсендә ул
       һигеҙ процентҡа тиерлек артты, ә уртаса Рәсәй буйынса - 6,9
       процентҡа. 2006 йылда республика территорияһында бөтә кимәлдәр бюджеттарына һәм бюджеттан тыш фондтарға 209,5
       миллиард һум аҡса тупланды, был бынан алдағы йылдан өстән
       бер өлөшкә күберәк. Һалымдарҙың 67,4 проценты федераль бюджетҡа күсерелде.
       Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы эшмәкәрлеге айырыуса ғорурлыҡ тыуҙыра. Бер йылда 11,9 миллион тонна нефть табылды, шуның 11 миллионы - республика территорияһында. 30 миллион тонна тирәһе нефть
       эшкәртелде. Нефть сеймалын эшкәртеү күләме, асыҡ төҫтәге
       нефть продукттары етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләй - был бөтә эшкәртелгән Рәсәй нефтенең 12 проценты, автомобиль бензины етештереүҙең 17 проценты, дизель яғыулығының 15 проценты.
       Әлбиттә, киңәйтелгән ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыу юбилейын
       байрам итеүгә әҙерлек барышын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Иҫтәлекле датаға 41 объект төҙөү һәм реконструкциялау ҡаралған.
       Сығыш яһаусы директорҙар корпусы, министрлыҡтар һәм
       ведомстволар етәкселеге вәкилдәре билдәләүенсә, артабан
       өҫтөнлөклө үҫтереү йүнәлештәре итеп иҡтисадты яңыртыу һәм уның инновацион өлөшөн арттырыу, республиканы илдең
       "терәк төбәге" сифатында ҡуйыу, Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген һәм конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү һайланған. Муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының иҡтисади базаһын нығытыу айырым бер йүнәлеш буласаҡ.
       Һис шикһеҙ, тип белдерҙе Рафаэль Байдәүләтов, 2007 йыл
       республиканың иҡтисади үҫеш позицияһынан һынылыш йылы
       булырға тейеш - беренсе планға иҡтисадты үҫтереү темптарын һаҡлау ғына түгел, үҫештең яңы сифатын тәьмин итеү бурыстары ла сыға.
       - Бының өсөн ҙур өҫтәмә ҡиммәт потенциалы менән иҡтисад
       секторын: машиналар эшләү, төҙөлөш комплексы, нефтехимия, ауыл хужалығын үҫтереү темптарын тиҙләтеү талап ителә, - тип өҫтөнлөклө өлкәләргә баҫым яһаны Рафаэль
       Ибраһим улы һәм эшкәртеүсе юғары технологиялы секторға айырым туҡталды. - Республикала ҙур инвестиция проекттарын
       тормошҡа ашырыу башланды, шул иҫәптән ҙур йөклө автомобилдәр, уртаса ҡеүәтле тракторҙар, яңы быуын троллейбустары, универсаль тәғәйенләнештәге бәләкәй ҡеүәтле двигателдәр, газотурбина приводтары етештереү ил
       иҡтисадында Башҡортостан производстволарының алдынғы позицияһын нығыта аласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал