6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Спирт ҡәлғәһен алыу
27.02.07


       Республика парламентының 44-се ултырышы бик тиҙ үтте. Дәүләт Йыйылышы депутаттары хөкүмәткә ҡаршы барманы, ә үҙҙәре көн тәртибендәге ун биш мәсьәләне 45 минут эсендә хәл итте. Алдан күҙалланыуынса, Башҡортостан Республикаһындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил доклады һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге закон сығарыусыларға мөрәжәғәт төп ваҡиғалар булды. Хәйер, йыйылыусыларҙың иғтибарын, иң элек, өсөнсө уҡыуҙа ҡаралған "алкоголгә ҡаршы"
       закон проекты йәлеп итте. Депутаттар бер ниндәй төҙәтеүһеҙ "риза" тип тауыш бирҙе - Президент ҡул ҡуйғандан һәм баҫып сығарылғандан һуң ун көн үткәс, ул үҙ көсөнә инәсәк. Тимәк, киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы тыйыу март уртаһынан уҡ ғәмәлгә инеүе ихтимал.
       Республика омбудсмены Фәтхелислам Тоҡомбәтов депутаттар алдында уҙған йыл өсөн отчет бирҙе - иң элек ул чиновниктарҙың бюрократик баш-баштаҡлығына ялыуҙар йышайыуына иғтибарҙы йәлеп итте. Ул закон сығарыусыларға Вәкил тураһында закон ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тәҡдим
       итте, уны депутаттар мартта беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Был юлы депутаттар тағы өс республика законының ҡабул ителеүен
       көтөп алды.
       Бер юлы өс уҡыуҙа депутаттар уҙған йыл өсөн Башҡортостан
       бюджетына төҙәтмәләр менән закон проектын ҡабул итте. Дөйөм алғанда, килемдәр буйынса уҙған йыл бюджетын, 256 миллион һум өҫтәмә доходтар иҫәпләп, 64,382 миллиард һум күләмендә раҫланылар. Быйылғы йыл да республика өсөн килемле булырға оҡшай, төбәк бюджеты, нигеҙҙә, социаль йүнәлештә ҡалды.
       Парламентарийҙар "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының РФ субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органдарына мөрәжәғәте"нә бик
       иғтибарлы ҡараны. Ул Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм
       һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан әҙерләнгән. Мөрәжәғәттә Башҡортостандың милли сәйәсәт, милли телдәрҙе өйрәнеү һәм милли мәҙәниәтте үҫтереү өлкәһендә билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу юлдары
       һүрәтләнә.
       "Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең башҡорттар тупланып йәшәгән ҡайһы бер субъекттарында башҡорт телендә уҡытылған дөйөм
       белем биреү мәктәптәрен ябыу тенденцияһы күҙәтелә. Туған
       телде өйрәнеү мөмкинлегенән мәхрүм итеү милли тиңлекте юғалтыуға килтерә", - тиелә мөрәжәғәттә. Дәүләт Йыйылышы депутаттары "Рәсәй Федерацияһында йәшәгән башҡорт халҡы
       яҙмышы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған был мөһим проблемаға вайымһыҙ ҡалмауҙарын" үтенә.
       Парламент спикеры Константин Толкачев ҡушыуы буйынса
       әҙерләнгән ошондай уҡ мөрәжәғәт РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко адресына оҙатыласаҡ. Ултырыш тамамланыр алдынан БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа
       һәм эшҡыуарлыҡ министрының беренсе урынбаҫары Валерий
       Вәлиәхмәтов депутаттар алдында 2007 йылға республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы Республика программаһын "яҡланы". Уға бюджеттан 51 миллион һум аҡса
       күсереләсәк. Программа авторҙары иҫәп тотҡан төп йүнәлеш
       - региональ продуктта бәләкәй бизнес өлөшө, эшҡыуарҙар иҫәбе кеүек үк, 15 процентҡа булһа ла үҫергә тейеш. Программа сиктәрендә бер миллион һумлыҡ "Башҡортостан Республикаһының 10 иң яҡшы инновацион идеяһы" яңы республика конкурсы булдырылды. Программаға ярашлы, һәр
       муниципаль берәмектә бизнес-карталар - биләмәләрҙең ентекле перспективалы инвестиция паспорттары барлыҡҡа киләсәк.
       Ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал