6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Көслө зат булыу еңелме?
27.02.07


       Ысынлап та, хәҙерге заманда көслө зат бул ыу еңелме? Яугир, табыусы, яҡлаусы һәм аҫрау сы ир-ат цивилизацияның хәҙерге мәнфәғәттәре
       араһында үҙен нисек итеп ғәмәлгә ашыра ала?
       Ир-аттың физик көсө - уны ҡайҙа ҡулланып бу ла? Утын ярырға, һыу ташырға - былар барыһы ла үткән ваҡыттарҙа... Ҡалалар буйынса инжен ер селтәрҙәре йәйелдерелгән, һәм уларға бөтә һе лә тиерлек эләгә. Ғаиләне ашатырға? Бының
       өсөн ир-ат булыу кәрәкме? Мамонтҡа һунар та рих ҡына булып ҡалды, ҡырағай йәнлектәргә һ унар тыйыла. Әҙер бифштексты төрөп өйгә алып
       килһендәр өсөн - бер шылтыратыу етә. Ә быны
       бит ҡатын-ҡыҙ ҙа эшләй ала. Шулай булғас, з аман ир-аттары нисек йәшәй һуң, улар үҙҙәрен
       таяныс тип тоя микән? Хәлдәргә яраҡлашамы, әллә үҙҙәре булдырамы?
       Быларҙың барыһын да асыҡлау өсөн беҙҙең гә зит һорау уҙғарҙы: "Көслө зат булыу еңелме?" . Төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләренең яуаптары ла төрлө һәм киң булды. Һорау ваҡыт ында мауыҡтырғыс тенденция күҙәтелде. Бына н индәй.
       Йәш кешеләр, һөнәр һәм специальностарына ҡ арамаҫтан, үҙ хәлдәрендә бер ниндәй ҙә ҡыйын лыҡтар тоймай. Өҫтәүенә, шуныһы мәҙәк, "Көсл ө зат вәкиле булыуы еңелме?" тигән һорауға, күптәр: "Нормаль!" тип яуап бирҙе. "Ир-ат бу лыуы еңелме?" тигән еңел формала бирелгән Һо рауға, йәштәр: " Еңел!" тип яуап бирә. Аҙаҡ инде "Эшкә урынлашыуы еңел!", "Беҙҙең өсөн б арыһын да ҡатын-ҡыҙҙар эшләй!", "Өйҙә мине т әрбиәләйҙәр!" тигән яуаптар яуҙы. Ғөмүмән ал ғанда, ир-егеттәрҙең егерме йәшкә тиклем про блемалары юҡ. Етешһеҙлектәре юҡ, барыһы ла һ әйбәт. Тыныс һәм ҡәнәғәтләнерлек тормош күҙә телә: ҡатын-ҡыҙҙар - әсәләр, йә булмаһа әхир әттәр, ир-ат тормошон ниндәйҙер кимәлдә еңел әйтә.
       Өлкәнерәк йәштәге кешеләр, ғаиләләре булға н йәки уны булдырырға теләгәндәр, был һорауғ а башҡасараҡ яуап бирә. Ир-ат булыуы еңел, ә ммә бер ни ҡәҙәр проблемалар килеп сыға - ма тди яҡтан һәм торлаҡ мәсьәләһе. "Еңел, әгәр һин үҙең тураһында ғына уйлаһаң, башҡалар ту раһында ла хәстәрләһәң, ул ваҡытта, әлбиттә,
       ауыр" тигән яуап биреүселәр ҙә булды.
       Совет власы осоронда йәшәгән кешеләр яуабы
       ла башҡасараҡ булды: "Ир-ат булыу еңелдән т үгел?" йәки "Ҡыйынлыҡтары ла бар". Был катег ория кешеләренә ғаиләне аҫрау өсөн аҡса эшлә ү - мотлаҡ. Уларҙың балалары, ейәндәре бар, уларҙы ҡарарға кәрәк. "Беҙгә баҙар шарттарын а күнегеүе ауыр. Элек, совет осоронда, иртәг әһе көнгә ышаныс бар ине, ул ваҡытта дәүләт кешеләр тураһында ҡайғырта ине, ә хәҙер ир-а тҡа үҙенә төшә". "Ҡайтанан үҙгәрергә, компью тер үҙләштерергә тура килә. Элек еңелерәк ин е - 120 һум түләйҙәр, һәм етә ине. Ә хәҙер ө ҫтәп тә торалар, ә файҙаһы юҡ. Бер яҡтан ҡый ын - мәшәҡәттәр күп, ә икенсе яҡтан - балала р, ейәндәр һөйөндөрә".
       "Ир-ат булыу ғәҙәттән тыш ауыр" тигән феке р ҙә булды. Улар статистика буйынса ҡатын-ҡы ҙға ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй - 57 йәшкә тиклем
       генә. Ир-ат иңендә психологик ауырлыҡтар ят а, улар йәмғиәт менән етәкселек итә, уларҙа - ҡарар ҡабул итеү яуаплылығы. Ә ир-аттар эс ке көсөргәнешкә бирешеүсән бит.
       Ир-аттар бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Һә м быныһы инде ауыр. Ир-ат был йөктө үҙҙәренә н алып ташламай, көслө зат вәкилдәре ҡатын-ҡ ыҙҙарға хөрмәт күрһәтә: "Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙа р көслө. Күп ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар - баш".
       Эйе, хәҙер тормош шундай, ир-ат яҡлаусы һә м табыусы буламы-юҡмы - быныһы инде уның тәр биәһенән һәм аңынан тора. Ысын ир-ат булыу е ңел түгелдер ул, моғайын. Был һәр ваҡытта ла
       шулай булды. Әммә ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ үҙенең янында көслө ир затын күрергә теләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал