6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яйыҡ казагы нисек граф булып китә
22.02.07


       1775 йылдың 21 февралендә Өфөлә 1773-1775 йылғы Крәстиәндәр һуғышы юлбашсыларының береһе, Пугачев "атаманы һәм поход полковнигы" Иван Никифорович Зарубин- Чиканы язалайҙар.
       Уны Емельян Пугачевты язалағандан һуң, Мәскәүҙән Өфөгә килтерәләр.
       Иван Зарубин-Чиканы Ағиҙел йылғаһы аръяғында, ул, Чесноковка лагеры етәксеһе булараҡ, Өфөнө штурмлаған урында язалайҙар. Ҡала ҡаршыһында йылға ярында язалаусылар махсус эшафот төҙөй. Хөкөм ҡарарын иғлан иткәндән һуң Зарубиндың башын сабып өҙәләр. Ҡанға батҡан
       башын бейек бағанаға ҡағып ҡуялар; кәүҙәһе менән бергә эшафотты яндыралар.
       Пугачев "граф Чернышев" тигән исем биргән Крәҫтиәндәр һуғышының данлыҡлы ойоштороусыһы һәм полководецы Иван
       Зарубин тураһында обелиск иҫкәртеп тора. Ул Чесноковканан
       алыҫ түгел, Өфөнән аэропортҡа юлда ҡуйылған. Унда: "... Чесноковка ауылында Крәҫтиәндәр һуғышы үҙәктәренең береһе урынлашҡан булған..." тип яҙылған.
       Пугачев көрәштәше биографияһының иң сағыу бите ошо үҙәккә етәкселек итеү менән бәйләнгән.
       Иван Зарубин-Чиканы Яйыҡта, Ырымбурҙа һәм Көньяҡ Уралда яҡшы беләләр. Ул сығышы менән ярлы казак ғаиләһенән. Хөкүмәткә ҡаршы 1769-1771 йылғы ихтилал ваҡытында ла ярлы халыҡты яҡлап сығыш яһай ул.
       1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы башланыуға уға 36 йәш тула. Ул ауыр тормош мәктәбе үтә, батша хөкүмәте менән
       бәрелештәрҙә ҡатнаша, ҡулға алына, төрмәлә ултыра. Ер өсөн
       көрәш тәжрибәһенә эйә була һәм казактарға хас иреклекте ярата. Бына шуның өсөн дә ул бер ниндәй икеләнеүһеҙ Пугачев ихтилалына ҡушыла.
       Зарубин етәкселегендә казактар отряды ойошторола. 1773
       йылдың октябрендә был отряд батша хакимиәтенең мөһим терәк пункттарын - Илецк ҡаласығын, Түбәнге Күл һәм Татищев ҡәлғәләрен баҫып ала, Ырымбурҙы ҡамап алыуҙа ҡатнаша. Атаман генерал Кар ғәскәрҙәрен дә ҡыра, Башҡортостанда Воскресенск заводында Пугачев өсөн суйын
       пушкалар ҡойоуҙы ла юлға һала.
       Пугачев ставкаһына әйләнеп ҡайтып, Зарубин "Петр III"нөң яңы бойороғон ала - батша хакимиәтенең мөһим терәк пункты
       - Өфөнө ҡамап алыуға етәкселек итергә. Хәҙер ул Петербургтағы Дәүләт хәрби коллегияһы президенты исеме менән "граф Чернышев" тип атала башлай.
       Һәм бына ул Өфөгә, Крәҫтиәндәр һуғышының икенсе ихтилал үҙәге (беренсеһе - Бердала) урынлашҡан Чесноковка
       ауылына килә.
       Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле тарихсыларының береһе Ленинград ғалимы Юрий Лимонов Зарубиндың Өфө эргәһенә килеү датаһын атамай. Датаны башҡорт ғалимы Әнүәр Әсфәндиәров аныҡлай. Был 1773 йылдың 12 декабрендә була.
       Зарубин үҙенең төп бурысы итеп Өфөнө алыуҙы иҫәпләй. 25 пушкаһы булған уның ғәскәренең һаны 10 мең кешегә етә.
       Ләкин башта ул ҡаланы тыныс юл менән - "һуғышмайынса" баҫып алырға йыйына. Ләкин был килеп сыҡмай.
       1773 йылдың 23 декабрендә ихтилалсылар ҡаланы баҫып алырға маташа. Һуғыш иртәнсәк башлана һәм һигеҙ сәғәткә яҡын дауам итә. Ике яҡтан да ҡаты артиллерия уты асыла. Ҡамауҙа ҡалыусылар штурмды кире ҡайтарыу өсөн "партикуляр ҡала халҡын" - чиновниктарҙы, сауҙагәрҙәрҙе, мещандарҙы саҡырырға мәжбүр була. Гарнизондың һәләкәтле
       хәлгә ҡалыуына ҡарамаҫтан, атакалар кире ҡағыла, һәм Өфө "батшабикә" власы аҫтында ҡала.
       Өфөнө бер айҙан һуң, 1774 йылдың 25 ғинуарында, ҡабат штурмлайҙар. Пугачевсылар дүрт яҡлап һөжүм итә. Алыш ун сәғәткә яҡын дауам итә. Ихтилалсыларҙың һан яғынан күберәк
       булыуына, шәхси ҡаһарманлыҡтарына, Зарубиндың батырлығына ҡарамаҫтан, штурм кире ҡағыла.
       Уңышһыҙлыҡтың сәбәбе шунда: пугачевсыларҙа тәжрибәле
       артиллеристар булмай, етмәһә, улар нығытылған ҡәлғәләрҙе штурмларға ла өйрәнмәгән булалар.
       Бер нисә уңышһыҙ штурмдан һуң Зарубин Өфөнө оҙайлы ҡамауға күсергә ҡарар итә.
       Бөтәһе лә уйлап хәл ителә. 1774 йылдың яҙында ҡалала аслыҡ башлана.
       Ҡаланы ҡалдырыу ҡотолғоһоҙ була. Ләкин полковник Михельсон командованиеһы аҫтында регуляр ғәскәрҙәр килеп
       етә. Пугачевсылар отрядтары алышта еңелә. "Граф Чернышев" үҙе егерме кешелек отряды менән көньяҡҡа Табынға ҡаса, ихтимал, был райондағы ихтилалсылар менән ҡушылырға уйлағандыр.
       Ләкин Табындан 12 саҡырым алыҫлыҡта Богоявленск баҡыр
       иретеү заводында Зарубинды иптәштәре менән бергә казак капралы Кузнецовтың командаһы әсиргә ала. Пугачевсыларҙы,
       ҡандалалар кейҙереп, ҡаты ҡарауыл аҫтында тоталар. Уларҙы ҡотҡарырға маташып ҡарайҙар, ләкин килеп сыҡмай.
       Пугачев атаманы һәм поход полковнигы Иван Зарубинды Табында, Мәскәүҙә язалайҙар, әммә ул үҙен батырҙарса ныҡ тота. Хатта аяуһыҙ ҡата яза - Емельян Пугачевты язалауҙа ҡатнаштырыу ҙа уны һындыра алмай.
       ...Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк. Өфө эргәһендәге Пугачев ғәскәренең төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итһә лә, әсирҙәр араһында улар бер нисә генә кеше була. Каратель Михельсон асыу менән, "уларҙың (башҡорттарҙың) береһе лә тере көйөнсә бирелмәй бит" тигән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал