6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

Консерваланған селәүсендәр ҙә булғылай...
20.02.07


       - Беҙ тикшергән бөтә мәктәптәрҙә, ашханаларҙа аштарҙы 50
       процентҡа тиклем һалып еткермәүҙәре асыҡланды! - тине "Башинформ" агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында Аҙыҡ-түлек тауарҙарының әйләнешенә һәм
       сифатына контроль яһау һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса БР дәүләт комитеты начальнигы Айрат Халиҡов.
       - Беҙ Өфөлә һәм Нефтекамала мәктәп һәм мәктәпкәсә тиклемге учреждениеларҙы тикшерҙек. Һәм бөтә ерҙә ошондай күренеш. "Ни өсөн шулай килеп сыға?" тигән һорауға
       беҙ бер үк төрлө "Балалар ашап бөтмәй!" тигән яуап алабыҙ. Ә ни өсөн балалар биргәнде ашап бөтмәй? Сөнки тәмһеҙ! Ә ни
       өсөн тәмһеҙ? Сөнки аш-һыу әҙерләнергә тейешле ҡиммәтле сифатлы компоненттарҙы арзан һәм сифатһыҙҙары менән алмаштыралар. Балаларҙа экономиялауға нисек ҡулдары күтәрелә? - тине йәне көйөп Халиков. - Эшселәр ашханаһында һалып еткермәһәләр, нисек тә аңларға мөмкин булыр ине. Ләкин былар үҫешеүсе йәш организм, беҙҙең балаларыбыҙ бит! Һуңынан балалар баҡсалары мөдирҙәре килеп, күҙ йәштәрен түгеп, был фактты фашламауҙы үтенә, юҡһа, уларҙы
       эштән сығаралар, йәнәһе.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмәлдәге закондар буйынса бындай ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн туранан-тура башҡарыусы - был осраҡта
       тәғәйен ашты әҙерләгән ашнаҡсы язаһын алырға мөмкин. Уға
       бер меңдән ике мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Учреждение етәксеһенә иҫкәртеү яһала. Ә бер учреждениены
       инспекция ике йылға бер тапҡыр ғына тикшерә ала.
       Халиков етәкселек иткән БР Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһы
       бер йыл элек кенә ойошторолдо. Ләкин уҙған йылдың майынан алып ул предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлеген әүҙем тикшерә башланы. Инспекцияның үҙ офис бинаһы бар, лабораторияһы ойошторолған, лаборатор ҡорамалдар бүленгән.
       Был ваҡыт эсендә республика ҡулланыу баҙарының меңгә яҡын сауҙа объекттары тикшерелде. Һәм өс меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды. Иң таралғандары - лицензияһыҙ, федераль акциз маркаһыҙ, ярашлы документтарһыҙ алкоголле
       продукция һатыу. Яраҡлылыҡ срогы үткән тауарҙарҙы һатыу осраҡтары йыш булғылай.
       Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһы үҙ аллы ла, Тышҡы иҡтисади
       бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, Эске эштәр министрлыҡтары, "Роспотребнадзор", прокуратура һәм Федераль именлек хеҙмәте менән бергә лә тикшереүҙәр үткәрә. Һуңынан инде тейешле саралар күрелә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 200-ҙән ашыу административ һәм туғыҙ
       енәйәт эше ҡуҙғатылған.
       Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, бер ваҡыт уларға "Треска балығы" тип яҙылған консерва банкаһын килтерәләр, ә эсендә селәүсендәр була. Тикшерә башлайҙар. Баҡһаң, был продукт менән һатыу иткән эшҡыуар уны ике төбәктә - Мурманскиҙа һәм Мәскәүҙә һатып алған. Унда тикшереүҙәрен һорап хат ебәрәләр. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу асыҡлай алмайҙар.
       Июндән "Баҙар" программаһы үткәрелә. 30-ҙан ашыу баҙар
       һәм сауҙа-сервис комплексы тикшерелгән. Баҙарҙарҙы тикшереүе бик ҡатмарлы.
       - Прилавка эргәһенә киләһең, ә хужалар юҡ, - ти Халиков, - уларҙың ҡайҙа икәнлеген бер кем дә белмәй. Теләһәң, бөтә тауарын тейәп алып кит, улар яҡын да килмәйәсәк.
       Инспекция хеҙмәткәрҙәре райондарға алдан иҫкәртмәй, көтмәгәндә барырға тырышалар. Мәҫәлән, кистән белгескә иртәгә командировкаға барасағын әйтәләр, ә ҡайҙа икәнлеген
       әйтмәйҙәр. Бәлки, уның унда туғандары барҙыр! Иртәгә күрешәбеҙ, тип шылтыратып ҡыуандырыр. Ә туғаны уның ҡайҙа
       эшләгәнен белә бит инде. Һәм бер ун минуттан бөтә ҡасаба йәки ҡала халҡы беләсәк - әҙерләнеп көтөп торасаҡ.
       Ә әгәр тикшереү иҫкәрмәҫтән килеп төшһә, бер магазинға булһа ла көтөлмәгәндә барып инергә өлгөрә. Инспектор документын күрһәтеү менән, хәбәр йәшен тиҙлегендә тирә-йүн
       сауҙа нөктәләренә тарала, һәм улар ябылып та ҡуя. Кемдер ҡапыл сирләп китә, кемгәлер ашығыс рәүештә тауар артынан барырға кәрәк, кемдеңдер өйөндә торбаһы шартлаған.
       Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге асылды. Бүлектең эше хеҙмәтләндереүҙең бөтә өлкәләрен солғап ала - банктар хеҙмәтен дә, сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итеүҙе лә, йәмәғәт туҡланыуын да. Һәр ҡулланыусы С. Халтурин урамы, 28-се йорт адресы буйынса был бүлеккә мөрәжәғәт итә йәки 223-83-15 телефоны аша шылтырата ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал