6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош ваҡиғалары

Тәне аша шар кеүек йәшен үтһә лә...
19.02.07


       Риф Мөхәрәмов касса аппараты ремонты буйы нса ябай инженер. Был ғәжәп кеше менән таныш
       булғандар белә, уның тормошо ҡалыплылыҡтан,
       ғәҙәтилектән йыраҡ. Ул ниндәй генә эшкә то тонмаһын, ғәҙәти булмаған һәләтлелек күрһәтә . Замокҡа оҡшатып йорт төҙөй икән, дуҫтар ме нән осрашыуҙар байрамға әйләнә. Былар бары һы ла армияла хеҙмәт иткән ваҡыттан башлана.
       - Мине армияға алырға теләмәнеләр. Миндә я ҫы табанлылыҡ. Өс тапҡыр хәрби комиссариатҡа
       барҙым, мине яраҡлы тип таныуҙарын үтендем.
       Комиссар, минең ныҡышмалылығымды күреп, бир елә төштө һәм "Яҡшы, мин һине күп йүгерә тор ған ергә ебәрәм", тине.
       Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылында т ыуып-үҫкән егет социалистик илдәр лагерында урынлашҡан ғәскәр төркөмөнә - Венгрияға эләг ә. Уларҙың мотоуҡсылар батальоны Сомбатхей ҡ алаһында урынлаша, Австрия менән сик буйында
       тиерлек. Яҫы табанлылыҡ арҡаһында Риф Мөхәр әмовты кухняға билдәләйҙәр, әммә тыуған йорт тан алыҫтағы хәрби хеҙмәтте еңелдән тип әйте п булмай. Ул ваҡытта, 25 йыл элек, Риф Әмир
       улы армия уны көслө һәм ҡаһарман итер, һәм уникаль һәләт менән наградлар тип уйламағанд ыр. Был турала хыялланырға ғына ҡала. Армия ла Риф бәхетһеҙлеккә осрай. Уның батальоны х әрби уҡыу өсөн полигонға оҙатыла. Был көндө ҡаты йәшен була.
       - Мине частан рацияға саҡырҙылар. Трубканы
       алып, ҡолағыма ла тейҙереп өлгөрмәнем... шу л тиклем ҡаты шатырлау булды. 15 сантиметрҙа й осҡон - һәм минең ҡолағым тондо. Йәйғорҙоң
       төрлө төҫөндәй шар ғына күҙ алдымда ҡалды.. .
       - Бер нисә секунд эсендә күҙ алдымда "офоҡ " эсендә тар ғына алһыу һыҙатлы ҡара тамға б арлыҡҡа килде, ул ашығыс рәүештә тарайғандан -тарая барҙы. Бик аҙ ғына ваҡыт эсендә минең
       тормошом үткәндәй булды. Был күҙ асып йомға н арала булды. Был шар. Пуля кеүек. Офоҡ ю ғалды. һәм мин төпкөлгә йығылдым...
       Будапештағы Үҙәк хәрби госпиталь профессор ы әйтеүенсә, Риф аша 14 мең (!) вольт үткән , һәм ул нисек иҫән ҡалғандыр - тәбиғәт серҙ әре.
       - 400-гә яҡын бындай осраҡ булған. Мин бер  үҙем генә иҫән ҡалғанмын. "Красная звезда" гәзите хәбәрсеһе минең турала китап та яҙмаҡ сы ине.
       Дөрөҫөн әйткәндә, "мөғжизәле ҡотолоу" рядо вой Мөхәрәмовты бер ҙә ҡыуандырмай. Ул һөйлә шә алмай, ул көндәр буйына ләж ята һәм баш а уыртыуынан интегә. Уның күҙ асырлыҡ та хәле булмай. Врачтарҙың төшөнкө күҙаллауҙарына ҡа рамаҫтан, ул иҫән ҡала, өйләнеү һәм Венгриял а күргән йорт-замок төҙөү хыялы менән тыуған
       яғына ҡайта. Риф Мөхәрәмов үҙ өлөшөнә төшкә н һынауға нәфрәтләнмәй, киреһенсә, Венгрияға
       булған һөйөүен ғүмере буйына һаҡлай.
       - Венгрия - королдәр һәм иҫке замоктар иле . Экскурсияла булған ваҡытта мин уларҙың бер еһенә ғашиҡ булдым. Мөхәббәт замогы - бындағ ы халыҡ шулай тип йөрөтә ине. Уны бер мадьяр
       үҙенең яратҡан ҡатыны өсөн төҙөгән. Әле бул һа ла был замок минең төшөмә керә. Мин һәр к өн һайын төшөмдә Венгрияны күрәм. Мин бында килгәнмен, имеш, поездан төшкәс, минең өсөн ҡәҙерле булған ерҙе үбә башлайым.
       Затон халҡы хәҙер белә, замоктар Европала ғына осрамай Риф Мөхәрәмов бер-береһенә оҡш аш булмаған йорттар төҙөй. Уның төҙөлөш эштә ре осош фантазияһы менән тулыланған.
       - Был тормошта, әлбиттә, мин фантазер. Ҡал ыплылыҡ, сикләнгәнлек миңә хас түгел. Миңә ғ әҙәти булмаған, мауыҡтырғыс эш оҡшай, кешелә рҙең уға ҡарап һоҡланыуҙарын, ҡыуанғандарын күрәһем килә.
       Риф Мөхәрәмов элекке мэр Михаил Зайцевҡа м өғжизә-йорт төҙөргә вәғәҙә итә, әммә ул эшкә
       тотона алмай ҡала, уны шар кеүек йәшен ҡыуы п етә.
       - 20 йылдан һуң мине шар кеүек йәшен барыб ыр ҙа ҡыуып етте. Врачтар ваҡытында әйттеләр
       ул, 45 йәштән һуң бар ауырыу ҙа һинеке була саҡ, тип. Тап 45 йәштә мин икенсе төркөм инв алиды булдым.
       Риф өсөн тормошоноң иң ауыр осоро башлана.
       Ҡайҙа ти ул йорт төҙөү, ул ярҙамсыһыҙ йөрөй
       алмай башлай. Ауырыуҙы еңеп, үҙ хыялын тор мошҡа ашырырына Риф бер генә шикләнмәй.
       - Мин аяҡҡа баҫырыма ышандым. Мин быны һәр
       ваҡыт тойҙом. Мин еңдем, тип әйтә алам. Ша р кеүек йәшен мине еңә алмағас, был ауырыу, минең уйымса - буш нәмә. Минең рухым көслө.
       Үҙ хыялы артынан аҙағына тиклем бара белеү
       - шар кеүек йәшен наградлаған берҙән-бер та лант ҡына түгел. Ул экстрасенс һәләтен дә уя та унда. Уның өсөн хәҙер эсер һыу сығанағы т абыу, алыҫта булған кешенең ауыртыныуҙарын б аҫыу, хатта фекерен уҡыу - проблема түгел.
       Риф Мөхәрәмов үҙ миҫалы менән ауыр сирлеләр ҙе аяҡҡа баҫтырыуын иҫбатланы.
       - Кеше кодын таба белеү - мөһим, ул ваҡытт а инде пациентты дауалап була. Миңә хатта һа улыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә тәҡдим иткәндә р ине, ә мин ризалашманым. Бер хата яһауҙан да ҡурҡам мин. Был бит кеше яҙмышы. Хата ебә рәһең икән, был кешенең ләғнәт уҡыуы бар. Ха лыҡ менән тулы стадионда дауалау ойошторолар . Быныһын инде мин аңлап етмәйем.
       Риф Мөхәрәмов һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡындар ыңа ярҙам итеү ысулдары күп. Миҫал өсөн, бар
       дуҫтар ҙа иҫкә алырҙай осрашыу уҙғарыу. Риф
       Әмир улы үҙ аҡсаһына тыуған ауылында конкур с, приздар менән "Урам байрамы" ойоштора.
       - Бындай осрашыуҙар кешеләргә шатлыҡ алып
       килә. Кешеләргә ти тиклем күберәк бирәһең, үҙеңә шул тиклем күберәк ҡайта.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал