6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Путин өсөнсө булып теркәлде
06.02.04


       Рәсәй Федерацияһы Президенты исеменә дәғүә итеүсе кандид аттар исемлегенә тағы бер фамилия өҫтәлде: Үҙәк һайлау комис сияһы Владимир Путинды кандидат сифатында рәсми рәүештә тер кәне. Бының өсөн әлеге дәүләт башлығы ике миллиондан ашыу ҡу лтамға тапшырҙы. Тикшереү үткән 600 мең ҡултамға араһынан ет е мең тирәһе генә ғәмәлгә тап килмәй тип танылды. Йәғни яраҡ һыҙ ҡултамғалар сама менән 1,16 процент тирәһе тәшкил итә. Ә йткәндәй, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, бракка сығарылған ҡултамға ҡағыҙҙарының төп ғәйебе - бары тик уларҙ ың дөрөҫ тултырылмауында икән. Тимәк алдаҡ тураһында һүҙ алы п барыуҙың кәрәге юҡ. Ошоға нигеҙләнеп, Владимир Путин канди дат итеп теркәлде һәм уға махсус танытма тапшырылды.
       Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы Үҙ әк һайлау комисияһында теркәү үтеүселәрҙең өсөнсөһө. Сергей Глазьев, Ирина Хакамада, Сергей Миронов һәм Иван Рыбкин әле теркәү көтә. Парламентта урын алған партияларҙан күрһәтелеүс е Олег Малышкин ( ЛДПР) һәм Николай Харитоновҡа ( КПРФ) канд идатлыҡ танытмаһы автоматик рәүештә тапшырылды.
       Дәүләт башлығы вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙың а ҙаҡҡы исемлеге һигеҙенсе февралдә - кандидаттарҙы теркәүҙең һуңғы срогы - билдәләнәсәк. Тик унда Виктор Геращенконың фам илияһы булырмы икән һуң Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Геращенко ун ы теркәүҙән баш тартыуҙа ғәйепләп Үҙәк һайлау комиссияһына
       ҡаршы дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт иткәйне. Тиҙҙән был эште Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тикшерәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал