6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов бәләкәй саҡта
19.02.07


       Чудов бала сағында бөҙрә сәсле булған, шулай уҡ йүгерерг ә яратҡан...
       Етмәһә, быймаһы менән тауҙан шыуырға ғына түгел, ә саңғы
       буйынса тренерҙан балыҡ тоторға ҡасырға ла. Уның тормошонан был хәл "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында асыҡланды.
       Максим журналистар менән осрашыуға үҙ кәңәшсе- тәрбиәселәре: хәҙергеһе - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Виктор Никитин һәм беренсеһе, саңғы буйынса - Валерий Ковалев менән бергә килде. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры "Биатлон" спорт-сәләмәтләндереү комплексы директоры Мазһар Алсынбаев та почетлы урын биләне.
       Барыһына ла рәхмәт
       Тренерҙар, донъя чемпионы һәм журналистар әңгәмәһе дуҫтарса килеп сыҡты. Артыҡ көсөргәнеш тә, ауыр һорауҙар ҙа булманы.
       - Внуковола самолет бәрелеп, осош тотҡарланған төндө мин
       оҙаҡ йоҡлай алманым, ҡар ҙа күп яуғайны. 10 сәғәт аэропортта ултырып арыттырғайны, шулай ҙа тиҙерәк тыуған яҡҡа ҡайтырға теләүҙән йоҡлай алмағанмындыр инде.
       Мин уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән бөтә кешеләргә рәхмәт
       әйтергә теләйем. Башҡортостан Президентына һәм Хөкүмәтенә, беҙҙең биатлон федерацияһы рәйесе Энгельс Варис улы Ҡолмөхәмәтовҡа, бөтә тренерҙарыма, минең старттарым өсөн янып-көйөп ултырған атай-әсәйемә, минең йыш дәрес ҡалдырырға мәжбүр булыуыма аңлап ҡараған БДУ-ның Хоҡуҡ институтына һәм минең өсөн борсолоп, үҙ көсөн сарыф иткән башҡа бик күптәргә.
       - Беҙҙең мәктәп көслө спортсыларҙы, донъя чемпионаттары
       һәм Олимпия уйындары призерҙарын беренсе йыл ғына тәрбиәләмәй, - тине ғорурланып Мазһар Алсынбаев. - Галина Кулева, Павел Мөслимов, хәҙер бына - Максим Чудов. Спортсыларҙы үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, беҙҙә йәш таланттар бар.
       Ныҡышмал һәм күҙгә бәрелеп бармай
       - Максим миңә башланғыс класта килде. Ул бәләкәй генә ине. Ҡайһы берҙә занятиеға килмәй торғайны. Ҡайҙа булдың? Балыҡта! Ғәҙәттә, мин өс тапҡыр килмәһәләр, ҡыуып сығара торғайным, ә уны ни өсөндөр ҡыуманым. Һөҙөмтә лә күрһәтә торғайны шул. Йүгерә - һәм беренсе булып килә! Хәҙер мин балаларға яғымлыраҡ ҡарарға тырышам - тик маҡтайым. Ә улар
       миңә һөҙөмтә менән яуап бирә - башҡаларҙан минут ярымға алдараҡ килә. Бөтәһе өсөн дә өлгө - Максим Чудов. Ул тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында ошондай бейеклеккә
       өлгәште.
       - Максим, үҙең үрнәк булып торған балаларға ниндәй кәңәштәр бирер инең?
       - Килмәй ҡалырға һәм балыҡҡа йөрөргә. Ә инде етди итеп әйткәндә, балаларҙы ниҙер эшләргә көсләп мәжбүр итергә ярамай, тип иҫәпләйем. Теләйҙәр икән - улар быға үҙҙәре өлгәшә. Хәтеремдә, оҡшамаған урыны булһа, тренер "улым" ("сынок"/ тиер ине. Уның өсөн был әр һүҙе, ә беҙҙең өсөн - атайҙарса, кәрәкле һүҙ.
       - Балыҡ тоторға яратаһын, ә һунарҙы? Биатлон - мылтыҡ менән спорт бит.
       - Быйыл яҙ тәҡдим иттеләр. Һуйырға сығырға йыйынам - бәлки, оҡшар. Йәнлектәрҙе атҡым килмәй минең. Һунар мылтығы буласаҡ: биатлон мылтығынан йәнлеккә атыу - насар
       билдә, уңыш китәсәк.
       Һигеҙ штраф түңәрәге менән беренсе
       - Максим ысынлап та бик ныҡышмал, - тип иҫкә ала Виктор Никитин, - бер ваҡыт Өфө саңғы марафоны стартына һуңланы. Килде, илай: саңғы ботинкаһы уға ике размерға ҙурыраҡ эләккән, беҙ бигерәк тә тауҙан төшкәндә саңғыһы үҙенә килеп
       ҡапланмаһын тип ҡурҡтыҡ. Һәм ул ошо хәлдә лә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ғөмүмән, Максим әле Рәсәй үҫмерҙәр чемпионаттары рекордын ҡуйыусы булып ҡала - ике рубежда һигеҙ штраф түңәрәге менән еңә алған берҙән-бер кеше ул!
       Өлкән спортсылар араһында ҡарағыҙ: чемпионатта һуңғы рубежда ул "көмөш" яуланы.
       Шуны әйтер инем: Өфө үҙ таланттарын тәрбиәләй, ә башҡа
       төбәктәрҙән һатып алмай.
       Хатта сувенир ҙа килтермәгән
       Максимдың әйтеүенә ҡарағанда, чемпионат старттары уға
       бөтөнләй буш ваҡыт ҡалдырмай. Хатта ғаиләһе өсөн сувенирҙар ҙа һатып ала алмаған. Губерниев менән индивидуаль ярыш тураһында ул шулай тине:
       - Был эш бик ауыр. Минең бер нәмә лә килеп сыҡманы, тип иҫәпләйем. Ә ул унда тырышып ултырҙы, ҡысҡырҙы. Мин кабинканан сыҡҡайным - башым тондо. "Был көндө тау саңғыһында ғына йөрөһәмсе инде", тип уйланым. Бына был эште мин яратам. Тик тренер рөхсәт итмәй шул.
       - Алтын миҙал алғанда ниндәй тойғолар кисерәһең?
       - Нәҡ тә нисек кәрәк, шулай бара кеүек. Хәтеремдә, үҫмерҙәр араһында чемпионатта беренсе "көмөш" алғас, илағайным - бөтәһе лә тәүге тапҡыр ине бит. Ә өлкәндәр араһында "көмөш" донъя чемпионатындағы беренсе үҫмер миҙалым да эҙәрлекләү уҙышында булыуы менән күңелгә бер
       рәхәтлек бирҙе. Хәҙер эстафета "алтыны"нан - тик ҡыуаныс ҡына. Дөрөҫ, эстафетала Кругловтың финишынан һуң күҙгә йәштәр тығылды былай. Кисен команда менән йыйылышып билдәләнек, тик, әлбиттә, спиртлы эсемлекһеҙ. Сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙыҡ.
       - Селтәр почтаһы аша һорау килде: башҡа йыйылма командаларҙан һәм төбәктәрҙән үҙҙәренә күсергә саҡырып тәҡдимдәр булдымы?
       - Йыйылма командаларҙа бының менән шөғөлләнмәйҙәр, ә башҡа төбәктәрҙән - эйе. Ләкин мин бер ҡайҙа ла китмәйем.
       Мөмкинлек һәр кемдең бар
       - Максим, һеҙ ҡайтҡас ял да итмәнегеҙ тиерлек - күнекмәләргә тотонғанһығыҙ ҙа?
       - Эйе, ял итергә тура килмәне. Оҙон юл, осрашыуҙар, һуңынан өйгә ҡайтыу, кисен хоккейға, һуңынан клубҡа. Икенсе
       көнөнә ҡустымдың артынан санаторийға барҙым. Юлды үҙегеҙ
       күреп тораһығыҙ, тик мин уға вәғәҙә иткәйнем. Көн үтте лә китте. Бына ҡустыма яҡшы врач табырға ине.
       Бөгөн күнекмә яһаным да инде, еңелсә саңғыла йөрөнөм. Хәҙер көн һайын күнекмәгә сығасаҡмын.
       - Ә хоккейға нисек ҡарайһығыҙ?
       - Мин барғанда ике тигеҙ иҫәп һәм бер еңеү булды. Һуңғы матчта, спортсы булараҡ әйтә алам, ҡунаҡтар йылдамыраҡ хәрәкәт итте. Юлаевсыларҙан миңә чех Микеска нығыраҡ оҡшай.
       - Ниндәй ҙә булһа ырымығыҙ йәки бетеүегеҙ бармы?
       - Эйе, муйынымда әсәйем бүләк иткән тәре һәм исем атайым биргән бетеү йөрөтәм. Ғәфү итегеҙ, күрһәтә алмайым.
       Хатта саунала ла һәм ярышҡанда ла мин уларҙы һалмайым. Тағы ла - ярыш алдынан бер көн алда автографтар бирмәйем. Уңышты ҡурҡытмау өсөн мылтыҡты ла бер кемгә лә бирәһем килмәй, шуға күрә бөгөн дә уны килтермәнем, миҙалдар менән генә сикләндем.
       - Ҡыҙҙар беҙгә "һинең йөрәгеңде берәйһе биләмәйме, беҙгә өмөтләнергә яраймы?" тип яҙалар һәм һорайҙар.
       - Өмөт һәр ваҡыт була инде ул. Хатта минең ҡатыным булған
       булһа ла! - тип шаяртты Максим.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал