6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Банкир булыу һәйбәт - проценттарға йәшәп була!
31.12.69


       - Башҡортостан банктары "Арзан торлаҡ" һә м "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" өҫтөнлөкл ө милли проекттарҙа ҡатнаша. 2006 йылда торл аҡ һатып алыуға бирелгән кредит суммаһы 10,7
       миллиард һум тәшкил иткән, шул иҫәптән ипот ека кредиттары буйынса - туғыҙ миллиард һумд ан ашыу Үткән йылда ипотека буйынса кредитта р өс тапҡырға үҫкән, - тине матбуғат конфере нцияһында БР Милли банкыһы рәйесе Рәстәм Мәр ҙәнов. - Ипотека кредиттары биреү - өҫтөнлөк лө сегмент. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан тер риторияһында 50-нән ашыу банк кредиттар бирә . Кредитлау шарттары яҡшыра, процент ставкаһ ы кәмей.
       Милли проект халыҡтың бар ҡатламына ла тор лаҡтың уңайлы булыуында таныла. Әммә торлаҡ хаҡтары туҡтауһыҙ үҫә, тимәк, торлаҡтың уңай лы булыуы кәмей. Шуға күрә яраҡлы хаҡтар буй ынса социаль беренсел торлаҡты күберәк төҙөр гә кәрәк. Тиҙҙән республикала Башпромбанк ба заһында төбәк махсуслаштырылған ипотека банк ы асыласаҡ. Ул "социаль" ипотека менән шөғөл ләнәсәк. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа сиратта
       торған бюджетниктар банк кредиттарын төп ҡу лланыусылар булырға тейеш.
       "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" проекты б уйынса ла кредиттар күләме үҫкән. 2006 йылда
       малсылыҡ комплексы төҙөлөшөнә һәм етештереү селәрҙе яҡлауға ике миллиард ярым һум биреү планлаштырылған ине. Ә бирелде - өс миллиард . Хәҙерге ваҡытта милли проекттар буйынса,
       айырыуса "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" б уйынса кредит рәсмиләштереү процедураһы ҡатм арлы. Төбәктең агросәнәғәт секторы предприят иеларына, айырыуса крәҫтиән (фермер) шәхси я рҙамсы хужалыҡтарына документтарҙың ҙур паке тын йыйыу кәрәк. Һеҙ аҡсаны нимәгә тотонорға
       уйлайһығыҙ, нимә һатып алырға теләйһегеҙ - былар барыһы ла мотлаҡ аныҡ итеп яҙылырға те йеш. Мәрҙәнов белдереүенсә, был банктар проб лемаһы түгел, ә дәүләттеке. Бар документтар йыйыу - РФ Хөкүмәте талабы. Средстволар дәүл әт программалары сиктәрендә бүленә, тимәк, д окументтарға талап бюджет закондарына нигеҙл әнә.
       Матбуғат конференцияһында шулай уҡ банк эш мәкәрлеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Мәрҙә нов һүҙҙәренә ҡарағанда, эштең бөтә секторын да ла йомғаҡтар ыңғай. Кредит ойошмаларының һаны киңәйгән - республика территорияһында 3 5 үҙаллы кредит ойошмаһы эшләй, шул иҫәптән 12 урындағы банк. 2006 йылда Башҡортостанда башҡа төбәк банктарының ун филиалы асылды. О шо арауыҡта банк капиталы 50 процентҡа үҫте һәм 3,8 миллиард һум тәшкил итте.
       2006 йылда банктар секторы республика иҡти садына биргән дөйөм кредиттар суммаһы 120 ми ллиард һум тәшкил иткән. Оҙайлы ваҡытҡа һалы уҙар өлөшө үҫә. Республика буйынса дөйөм кре дитлау күләмендә ул 50 процент тәшкил итә. Б ыл ыңғай тенденция, ти Мәрҙәнов. Оҙайлы кред иттар банк ресурстары барлығы хаҡында, ә пре дприятиеларҙың оҙайлы ваҡытҡа кредит алырға әҙер булыуҙары тураһында һөйләй. Тимәк, килә сәктә уларҙы банкротлыҡ көтмәй, улар Ватан х аҡына эшләйәсәк. Һәм үҙҙәре хаҡына ла.
       Республика иҡтисадына йүнәлтелгән оҙайлы кредиттар суммаһы 46 миллиард һум тәшкил итк ән. 2006 йыл башынан алып ул 58 процентҡа үҫ кән.
       2006 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 54 миллиард һум кредит алған, шул иҫәптән аг росәнәғәт комплексы вәкилдәре 13 миллиард һу м кредит алған.
       Үткән йылда республика халҡы банктарға 55 миллиард һум аҡсаһын һалған. Статистика мәғл үмәттәренә ҡарағанда, сит валютала вкладтар өлөшө кәмей - үткән йылда ул 20 процентҡа кә мегән. Хәҙер 3,9 миллиард валютала һаҡлана. Республика халҡы тотороҡһоҙ долларға һәм ыша нысһыҙ евроға ышанмай. Һумдарҙа - ышаныслыра ҡ.
       Килеме ҙур булмаған граждандар кредит ала,
       проценттарҙы иҫәпкә алып, ҡайтарып биреү су ммаһы үҫеүе ни өсөндөр уларҙы ҡурҡытмай. Ғөм үмән, иртәгә нимә булыр, билдәһеҙ. Юҡ, улар кредит ала. 2006 йылда республика халҡына 31
       миллиард һум кредит бирелгән. Күреүегеҙсә, был тормоштоң тотороҡлана барыуы билдәһе. Әй ткәндәй, июлдә ҡайнатма ҡайнатһалар, тимәк, оҙаҡ йәшәйәсәктәр. Банк счеттарына ла кредит
       буйынса проценттар тотороҡло инәсәк. Тимәк,
       кемдер кредит ала аласаҡ Ә был бик тә һәйбә т. Барыһына ла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал