6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Арттырып иҫәпләргә яратабыҙ шул...
15.02.07


       Кем иң матуры? Аҡыллыһы? Сыҙамлыһы? Көслөһө? Түҙемлеһе? Мәргәне? Һәләтлеһе?
       "Рәсәй саңғы юлы-2007"не ойоштороусыларҙы был һорауҙар
       ҡыҙыҡһындырманы. Хәйер, бынан алдағы "Саңғы юлдары"нда
       ла бындай һорауҙар ҡуйылманы. Хатта "кем тиҙерәк?" тигән һорау ҙа төп урында торманы. Ойоштороусыларҙың барыһын да тик бер һорау борсоно: күпме? Саңғыла йүгереп үтеү, берҙәмлек һәм сәләмәт йәшәү рәүеше реклама акцияһында ҡатнашыу өсөн күпме кеше килер?
       Мәғлүмәт агентлыҡтары белдереүҙәренә күҙ һалығыҙ: "Рәсәй саңғы юлына Сыуашстандың 27 меңдән ашыу кешеһе сыҡты", "Рәсәй саңғы юлы"на Ҡазандың 20 меңдән ашыу кешеһе сыҡты", "Сыктывкарҙа биш меңдән ашыу кеше Рәсәй
       саңғы юлына сыҡты"...
       Иҫәп! Был төшөнсә беҙгә совет заманын һеңгән. Балалар күптән инде Ленинды "СССР президенты" тип атай, джинсы, сит ил шоколадтары һәм газлы һыуҙар күптән инде дефицит булыуҙан туҡтаны, буғай, ә һаман күмәкләп йыйылырға яратабыҙ, шул уҡ ваҡытта иҫәпләргә лә онотмайбыҙ. Теге саҡта планды арттырып үтәү модала булһа, хәҙер ҙә шуға оҡшаш картинаны күрәбеҙ - кәмендә һанға еткерергә һәм арттырып ебәрергә кәрәк.
       Әйтәйек, Өфөлә 15 меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйырға планлаштырғайнылар, ә 16 меңдән арттырып ебәре алдылар! Ғорурланырлыҡ сәбәп түгелме ни? Күрәһегеҙме - беҙ ниндәй
       әүҙемдәр! Бына ошо турала ҡала хакимиәте рапорт бирә: "Ярыштар Өфө ҡалаһының ете районында үткәрелде, унда бөтәһе 16288 кеше ҡатнашты. Киров районында 3310 ҡатнашыусы старт алды, Дим районында - 2010, Октябрь районында - 2505, Совет районында - 2000, Ленин районында - 1857, Калинин районында - 2052, Орджоникидзе районында 2476 кеше саңғы юлына баҫты".
       Шулай итеп, ете район һәм меңәрләгән саңғысылар, тик эш
       бына нимәлә: ошо һандар буйынса күпме кеше килеп сыға икән тип, өс тапҡыр калькуляторҙа һанап ҡараным, һәр юлы 16210 һаны килеп сыға. Тағы 78 кеше ҡайҙа булған? Әллә "үлек йәндәр"ме? Әллә компьютерымдағы "Калькулятор" программаһы боҙолғанмы тип, ҡағыҙға яҙып һанап ҡараным. Юҡ, барыбер 16210 килеп сыға. 78 кеше шул көйөнсә һауала
       аҫылынып ҡалды.
       Ихтимал, Рәсәй буйынса ла көтөлгән "580 меңдән ашыу кеше" урынына күпкә күберәк йүгереүҙәре тап шулай килеп сыҡҡандыр. Үҙәк мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе, "Рәсәй саңғы юлы"нда миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте. Тимәк, кешеләрҙең яртыһы тиерлек номерһыҙ йүгергән
       һәм сувенирһыҙ тороп ҡалғанмы?
       Эйе, арттырып иҫәпләргә яратабыҙ шул. Өфөлә, мәҫәлән, 78
       кешегә өҫтәп яҙғандар, ә ҡайҙалыр тағы ла күберәктер. Һуңынан, дөйөм иҫәпләп сығарғанда, тағы ла яңылышҡандарҙыр
       - һәм бына шулай түңәрәк миллион килеп сыҡҡандыр.
       Минеңсә, милләт сәләмәтлеге өсөн алышта бер йылда бер нисә күмәк старт үткәргәнсе, һәр кеше сәләмәтлеге өсөн аныҡ
       билдәләнгән көрәш күпкә дөрөҫөрәк ҡарар булыр ине. Аборттарға, наркотиктарға, тәмәке тартыуға, иҫерек килеш руль артына ултырыуға ҡаршы йүнәлтелгән социаль реклама ҡайҙа? Урындарҙа һәр бала менән эшләү, мәктәптәр эргәһендәге спорт секциялары, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа фитнес һәм, әйтәйек, футбол буйынса белгестәр
       ҡайҙа?
       Ә күмәк төркөм кәрәк икән, халыҡҡа сығып: "Әйҙәгеҙ, бөтә
       Рәсәй менән Гиннестың рекордтар китабына инәйек! Һәр кем
       үҙ саңғыһы , конькийы һәм сноуборды менән килһен дә, бергәләп шыуайыҡ, иптәштәр!" - тип оран һалайыҡ.
       Бына шул саҡта беҙ миллиондан ашыуыраҡ ҡатнашыусылар йыя алырбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал