6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Максим Чудов: юғары оҫталыҡ һәм профессионализм
14.02.07


       Максим Чудов донъя чемпионатында Рәсәй өс өн өс миҙалдың икеһен яуланы. Беренсе миҙалд ы ул үҙе - эҙәрлекләү уҙышында, икенсеһе - э стафета составында, ул бик яҡшы йүгерҙе һәм уңышлы атты. Максимға тағы ла бер миҙал алыр ға тура килмәне. Йондоҙҙар ярышында, масс с тартта саңғы майының дөрөҫ һайланмауы, алдағ ы этаптан һуң арыу-талыуҙар һәм тура атмау -
       былар барыһы ла сағылмай ҡалманы.
       Иң насар атыусы "яҡшы"ға.
       Эҙәрлекләү уҙышы тураһында һөйләгән инек и нде. Хәҙер - алтын тарих ваҡыты.
       Эстафета. Рәсәйҙең иң яҡшы көстәре стартта . Ярышташтар етди юғалтыуҙар кисерә.
       Беҙҙең снайпер Иван Черезов, һәр ваҡыттағы са алға ынтылмай, йүгерә һәм атыу тикшереүҙә рен көтә. Тап бында ул үрнәк күрһәтә лә инде . Ун патрон да маҡсатҡа - һәм яҙа атыусылар артта ҡалды.
       Чудов атылған уҡтай оса. Эстафетала йүгере үселәр араһында ул дистанцияла тиҙлек буйынс а икенсе һөҙөмтә күрһәтә. Уны тик Ларс Берге р ғына уҙып китә.
       Атыу яғына килгәндә - барыһы ла һәйбәт. "Я тып атыуҙа" ул ҡабаланмайса, әммә таҙа үтә. "Баҫып атыуҙа" хата ебәрә, әммә беренсе өҫтә мә патрон барыһын да төҙәтә.
       Эстафетаны Чудов Дмитрий Ярошенкоға тапшыр ып, ун секундлыҡ өҫтөнлөк ала. Шул уҡ Ларс Б ергер, үҙенең һәр бер рубежында икешәр өҫтәм ә патрон ҡулланып, икенселәргә алмаш яһай. У л 41,7 секундҡа ҡалыша.
       Ярошенко һәйбәт йүгерә, тағы ла яҡшыраҡ ат а. Тағы ла нулдәр. Арттан барыусы Николай К руглов бөйөк һәм көслө Бьорндален алдынан бе р минут һәм 23,1 секунд ала ла инде.
       Норвег короленең Кругловты ҡыуып етеү өмөт ө булды микән? Биатлонда күп нәмә булыуы ихт имал, әммә күп нәмәне биреү - хатта королгә булһын, ти - тик Рәсәй өсөн алтын көндә генә
       түгел. Бьорндален Кругловҡа ҡарағанда тиҙер әк йүгерҙе, әммә Чудовҡа ҡарағанда әкренерәк , ул бер тапҡыр яҙа атты. Һөҙөмтәлә Круглов уны бер минутта ярты секундҡа уҙып китте.
       Николай Рәсәй флагын ҡулына алып, шатланып
       финишҡа яйлап килде.
       Рәсәйҙәр һөҙөмтәһе - дүрт этапға бары тик aep өҫтәмә патрон ғына, эстафетала һигеҙ ялҡ ынлы рубеж һәм 40 сәп - яңы донъя рекорды, тинеләр уҙыштан һуң уҙған матбуғат конференц ияһында.
       Был еңеү икеләтә тарихи булды: донъя чемпи онаты эстафетаһында рәсәйҙәр ете йыл эсендә беренсе тапҡыр алтын яуланы.
       Матбуғат конференцияһында егеттәр бына ним ә ти:
       Иван Черезов:
       - Уҙыштан һуң мин шул тиклем интектем, 20 минут буйына ҡалтыраным.
       Максим Чудов:
       - Ҡатнаш эстафетала минең атыуҙы һәйбәт ти п әйтеп булмай. Шуға ла мин был турала бөгөн
       уйламаҫҡа тырышам.
       Дмитрий Ярошенко:
       - Был минең донъя чемпионатында беренсе эс тафетам, шуға күрә лә мин күберәк борсолғанм ындыр. Төнөн мин фәлсәфәүи китап уҡыным һәм һәйбәт йоҡланым.
       Николай Круглов:
       - Кисә мин көтмәгәндә Татьяна Навка һәм ун ың иптәшенән хәбәр алдым. Улар беҙгә уңыш те ләгән. Улар минең телефон номерын ҡайҙан алғ андыр, уныһын белмәйем.
       Эстафета чемпиондарын тағы бер һынау - йон доҙҙар уҙышы көтә ине. Шулай итеп, масс-стар т. Рәсәйҙәр бында бер нәмә лә яуламаны. Бирн бахер һәм Грайстың Бьорндален менән көрәше, унда Рафаэль Пуаре лә килеп ҡыҫылды - был ыс ын мәғәнәһендә йондоҙҙар алышы булды, ти әйт ергә була. Йәш Бирнбахерҙы тағы ла йәш Чудов
       менән алыштырһаң...
       Әммә килеп сыҡманы. Уҙыш башында Макс еңел
       рус танкыһы кеүек барҙы, аҙаҡ, ятып беренсе
       атыуҙан һуң, ул әҙерәк ҡалыша төштө.
       Саңғылар шыумай, Макс өсөн был хөкөм кеүек
       ине. Еңел һәм йылғыр биатлонсы үҙ миҙалына йүгереп өлгәшә ине лә бит. Әммә, әйтерһең дә , Чудовтың шыуыуына саңғы майы кәртә булды. Үтә лә үкенесле...
       - Беҙҙе хеҙмәтләндергән кешеләрҙе мин ғәйе пләмәйем, бында, тауҙарҙа ғәҙәти булмаған ҡа р, - ти Николай Круглов.
       Егеттәребеҙ юғары тиҙлек күрһәтә алманы. К руглов бер тапҡыр яҙа атып - 12-се урында, Р ожков, шулай уҡ бер яҙа атып - 13-сө, Черезо в - 16-сы урында. Бында саңғыларҙы әҙерләү г енә түгел, арығанлыҡ та сағылмай ҡалманы.
       Максим Чудов алтын эстафетала ҡатнашты һәм
       эҙәрлекләү уҙышында көмөш миҙал алды. Натал ья Гусева ил өсөн бронза миҙал яуланы. Башҡа
       наградалар булманы.
       Минең уйымса, "Спорт" каналы февраль айынд а Максим Чудовты Рәсәйҙең иң яҡшы спортсыһы исеменә күрһәтер. Ғинуар айында үҙ тауыштары
       менән иң яҡшы спортсыны - Николай Кругловты
       билдәләгән үҫмер ҡыҙҙар аҙаҡ инде эшкә тото нор.
       Уйын-көлкөнө ситтә ҡалдырып тороу кәрәктер . Күңел асыу сәғәте тамамланды, хаталар өҫтө ндә эшләү ваҡыты етте.
       Ир-егеттәр йыйылмаһының баш тренеры Владим ир Аликин һүҙҙәренә ҡарағанда, уйланылғандар ҙың донъя чемпионатында барыһы ла үтәлмәне. Хаталарға етди анализ яһаласаҡ. Шуныһы мөһи м: егеттәребеҙ алмаштырғыһыҙ еңеү тәжрибәһе,
       үҙ көстәренә ышанғанлыҡ алды. Донъя кубогын ың ҡалған старттарында Максим Чудов 12-се по зициянан өҫкә күтәрелә алыр, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал