6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Виктор Домашниковтың юбилей күргәҙмәһе
13.02.07


       Берәүҙәр уны, өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән портреттар төшөрә б ашлаған, тип иҫәпләй - был атаһы эшләмәгән берҙән-бер жанр б улған бит. Икенселәр иһә, киреһенсә, уны "ғаилә традициялары н дауам иттереүсе" тип атай. Нисек кенә булмаһын, рәссам Вик тор Домашников бер кемгә лә оҡшарға ла тырышмай, сағыштырыуҙ арға ла мохтаж түгел. Һәр оҫтаның үҙ юлы, үҙ почеркы, ти ул.
       Әллә даими рәүештә үҙ-үҙеңде эҙләү рәссамға хас хәлме? Кесе
       Домашников һорауҙарға яуап биреүҙе кәрәкле тип тапмай - бар ыһы тураһында ла картиналары һөйләй.
       Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество
       музейында асылған Виктор Домашников һынлы сәнғәтенең юбилей
       күргәҙмәһе авторҙың - Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО Халы ҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһының 50 йәшенә тап килтерел де.
       Экспозиция ретроспектива принцибы буйынса төҙөлгән: бында
       1983 йылдан 2006 йылға тиклемге осорҙа ижад иткән эштәре йы йылған, шуға күрә рәссамдың ижад юлы аныҡ күҙәтелә.
       Атаһынан, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың данлыҡлы рәссам-пе йзажсыһы Борис Домашниковтан, айырмалы, Виктор портрет, натю рморт жанрҙарына һәм тематик композицияға өҫтөнлөк бирә. Күп
       картиналары билдәле, үҙенә яҡын һәм ҡәҙерле булған кешеләрҙ е һүрәтләй: "Атай портреты", "Сергей Аксаков", "Петр Столыпи н" һәм башҡалар.
       Виктор Борисовичтың пейзаждары өлкән Домашниковтың тормош сан әҫәрҙәренән айырыла. "Ҡыҙғылт һары шыршылар", "Алһыу шыр шылар", "Алһыу зәңгәр тирәктәр"...
       - Мин төҫтәрҙе үҙгәртеп, пейзаждар серияһын ижад итергә ҡ арар иттем. Алһыу шыршылар булмай, тип әйтһендәр әйҙә. Был м атур бит, тимәк, яҡшы ла. Тормошта мин матурлыҡты күрергә ты рышам, был минең асылым. Мин шуға ынтылам, шуға хеҙмәт итәм,
       - ти Виктор Домашников.
       Виктор Борисович Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап күп сәйәхә т ҡылған, йыш этюдҡа сыҡҡан, үҙе өсөн яңы тәжрибә туплаған. Әммә рәссам өсөн Парижда ижади стажировка ысын мәғәнәһендә а сыш була, бында ул "Париж серияһы"нан бик күп этюдтарын яҙа,
       бөгөн дә уның өҫтөндә эшләүен дауам итә.
       Бөтә был эштәренә уның еңеллек, образдарҙы юрамал тамамлап еткермәү хас.
       - Парижға сәфәр сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Иң оҡшаған ы - эске азатлыҡты тойоу. Баҡһаң, тар ғына Париж урамдарында
       рәссамға эшләү - этюднигыңды ҡуйып, һыҙмалар яһау өсөн, ҡай ҙа теләй, шунда туҡталырға мөмкин икән. Миңә кемдер ҡамасаул аған, йә булмаһа, мин башҡаларға ҡамасаулайым, тигән тойғо б улманы. Кешеләр үтә яғымлы һәм сит кеше хеҙмәтенә ихтирам ме нән ҡарай, - тип һөйләне автор.
       Бөгөн Домашниковтың "Париж тәьҫораттары" 56 әҫәрҙән тора.
       Улар араһында, әлбиттә, Эйфель башняһы, Триумфаль арка һәм Франция баш ҡалаһының башҡа бик күп матур урындары бар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал