6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы - мөһим ваҡиға
13.02.07


       Археологтарға ысын мәғәнәһендә әллә ҡасанғы ваҡиғалар сәбәптәрен, асылын асыҡларға тура килә. Ҡайһы берҙә метр ҡалынлығындағы ҡатлам йөҙләгән шаһиттарҙың дәлилдәренә һәм том-том архив материалдарына ҡарағанда тарихи мәл тураһында күберәк һөйләй. Бер үк ваҡытта ваҡиғалар судьяһы
       ла, замандашы ла булыу - бик һирәк тап килә һәм ул ҙур уңыш. Беҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультеты деканы, тарих фәндәре докторы Гөлнара Обыденнова менән 450 йыл элекке ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ.
       - Тарихсылар 450 йыл элек башҡорттарҙың көнбайыш дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итер алдынан булған ваҡиғалар хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Яҡын киләсәктә беҙҙе тағы ниндәй асыштар көтөүе
       ихтимал?
       - Күреүегеҙсә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыр алдынан хәлдәр бик ҡатмарлы булған. Хәйер, был ваҡиғаға тиклемге ун алтынсы быуат үҙе - яҙма документаль сығанаҡтар
       планында ҡараңғы осор. Шуға күрә ул ваҡиғаларҙы тасуирлауға ҡараштарҙың төрлө булыуы аңлашыла. Археологик
       яҡтан да XV-XVI быуат етерлек грунталь (йәғни "ҡаҙырға" мөмкин булған) базаға эйә түгел.
       - Икенсе төрлө әйткәндә, ул саҡтағы кешеләрҙең көнкүрешен матди иҫбатлауҙар сиктән тыш аҙ, шулай ҙа ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкинме?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡта башҡорт этник мәҙәниәтендә
       Ислам ныҡлап урынлашҡан һәм ерләү йолаһында мәжүсилек
       һыҙаттары бөтөрөлгән булған. Ә ауылдар йәки нығытмалар урындарын ҡаҙыуҙар, белеүегеҙсә, бик перспективалы түгел, сөнки был урындарҙа элекке культура ҡатламдарын юҡҡа сығарып төҙөгәндәр. Өфө Кремле тап шуның сағыу миҫалы булып тора ла.
       Танылған этнографыбыҙ Раил Кузеев, XV-XVI быуаттарҙа бөтә Волга-Урал халыҡтары территорияһының хәҙерге һыҙаттары формалашыуы тамамлана, тигән һығымтаға килгән. Шул иҫәптән төрки халыҡтарҙың да.
       - Ә шәжәрәләргә таянып, аныҡ тарихи мәғлүмәттәр алырға мөмкинме?
       - Был күпкә нигеҙлерәк тип уйлайым. Шәжәрәләр уларҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкин булған башҡа сығанаҡтар менән дә нығытыла бит. Әлбиттә, бының билдәле бер ҡатмарлылығы ла бар. Бигерәк тә эш элита тамырҙарының килеп сығыу тарихына ҡағылһа - һәр кем юрғанды үҙ яғына тарта башлай.
       - Тап Башҡортостан үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылған саҡта ошо территорияла йәшәгән башҡорттарҙың дәүләтселеге формалашамы?
       - Дәүләтселекте классик аңлатыуҙан сығып ҡарағанда, аныҡ
       ҡына әйтеүе ҡыйын. Минеңсә, тап шул осорҙа урындағы этноста "дәүләтселек" терминына тулыһынса яуап биргән ундай ойоштороу булмаған әле. Әммә барған эске сәйәси һәм
       социаль процестар уны аҡрынлап ойоштороу хаҡында һөйләй.
       Тағы ла башҡорт ырыуҙары биләмәләре бер ваҡыт өс хаким
       мәнфәғәттәре зонаһында булып сығыуы ла ҡатмарлылыҡ тыуҙыра. Икеләтә буйһоноу хәле килеп тыуа, ә был етди стресс, ике яҡлап яһаҡ һалыуҙары тураһында әйтеп тораһы ла
       юҡ. Ҡыҫҡаһы, этностың иҫән ҡалыу-ҡалмау мәсьәләһе килеп баҫа. Һәм бейҙәр етәкселегендә мең башҡорттары Ҡазанға батша наместнигына Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙы һорап, баш
       эйеп бара.
       - Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы, ә тарихи хәтер күҙлегенән ике дәүләттең берләшеү факты беҙҙең өсөн нимәһе менән мөһим?
       - Был бик мөһим. Тап ошо мәлдән башлап беҙ Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығын, Урал буйын һәм Урал артын биләгән ырыуҙарҙың яңы үҫеш этабы тураһында һөйләй алабыҙ. Үҙ ирке менән ҙур дәүләткә ҡушылыу уларҙы башҡа төрлө ижтимағи кимәлгә күтәрә. Рәсәй дәүләте өсөн иһә был территория Рәсәйҙе күп тапҡырҙар ҡотҡарып алып ҡалған мөһим стратегик рубеж була. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы союз булған, тип уйлайым.
       Бер үк ваҡытта был этник аң берҙәмлеге формалашыуға этәрә - башҡорт ырыуҙары бөгөн беҙ тергеҙергә, дауам итергә, яңыртырға маташҡан берҙәм этник мәҙәниәтте барлыҡҡа килтерә башлай.
       Донъяның колониаль тарихында күҙәтелеүенсә, әгәр барыһы ла юйҙырып ташланған булһа, республикабыҙ бөгөн дан тотҡан этномәҙәни төрлөлөккә эйә булмаҫ ине. Төбәгебеҙ
       - мәҙәниәттәр һәм этностар үҙ-ара үрелеп үҫешкән уникаль төбәк. Иғтибар итһәгеҙ, Урал-Волга буйында артыҡ ҙур сәйәси
       бәрелештәр булмаған. Был Рәсәйҙең башҡа өлөштәре менән сағыштырғанда күпкә толерантлы төбәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал