6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Осабыҙ икән, былай булғас...
12.02.07


       Минең һауа транспорты хеҙмәте менән күптә н файҙаланғаным юҡ. Һуңғы йылдарҙа бала менә н бергә ҡағыҙ самолеттар ғына осорабыҙ. Шуға
       ла миңә аэровокзал реконструкцияһы темаһына
       арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашыу ы ҡыҙыҡ булды, һәм Башҡортостандың үҙ ирке м енән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы на ҡарата яңыртылған аэропорт бинаһында булы у тағы ла мауыҡтырғыс тойолдо.
       - Пассажирҙар өсөн аэровокзал бинаһын асыу
       апрель урталарында планлаштырыла, - ти респ убликаның төҙөлөш, архитектура һәм транспорт
       министры урынбаҫары Николай Протасов. - Төҙ өлөш һәм биҙәү эштәре тамамлана, бинаға инже нер коммуникациялары үткәрелгән, техник яҡта н йыһазландырыу башлана. Металл эҙләү, тикше реү ҡорамалдары, видеокамералар урынлаштырыл а.
       Аэровокзал реконструкцияһы 2005 йылдың окт ябренән башланғайны. Яңы бина халыҡ-ара аэро порт талаптарына яуап бирә. Барыһы ла юғары кимәлдә. Был маҡсатҡа киткән аҡсалар ҙа аҙ т үгел (614 миллион һум аҡса тотонолған). Бар сығымдар суммаһы бер миллиард 300 миллион һу м тәшкил итәсәк. Бөтә средстволар ҙа республ ика бюджетынан бүленгән.
       Реконструкциялау һөҙөмтәһендә аэровокзал м айҙаны өс тапҡырға артып, 13 мең квадрат мет р тәшкил итә. Аэровокзалдың үткәреү һәләтлел еге бер ярым тапҡырға үҫкән Иҫке терминал сә ғәтенә 400 кеше үткәргән, һуңғы йылдарҙа дон ъяла теракттың йышайыуы сәбәпле тикшереү етд и алып барыла, һәм һөҙөмтәлә сәғәтенә 200 ке ше үтә. Яңы терминалда сәғәтенә 600 кеше үтә
       аласаҡ.
       Аэровокзал бинаһы ғына яңыртылмай, уның ти рә-яғы ла төҙөкләндерелә. Осоу-ултыртыу һыҙа ты реконструкцияһына 870 мең һум аҡса бүленг ән. Аэропортта һыҙаттар оҙонлоғо 2500 һәм 37 00 метр. Һыҙаттарҙа күп йылдар буйына ремонт
       үткәрелмәгән, ә хәҙер ваҡыт талап итә.
       Өфө-аэропорт автомобиль юлында ла үҙгәрешт әр бар. Ҡаланан проблемаһыҙ килеп етеү өсөн дүрт юл үткәргес төҙөлә. Улар Дим районына б оролош урынында, "Метро" магазины эргәһендә,
       Зубово ҡасабаһы янында һәм оло юлдан аэропо рт яғына боролған урында буласаҡ.
       Аэровокзал ҙурайған һайын эшсе ҡулдар ҙа к үберәк талап ителә. Хәҙерге ваҡытта штатта 1 875 кеше иҫәпләнә.
       - Проблемалар ҙа юҡ түгел, - ти "Өфө" халы ҡ-ара аэропорты директорының социаль мәсьәлә ләр, кадрҙар һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш
       буйынса урынбаҫары Таһир Мөхәмәтшин. - Был аэропорт һәм ҡала араһында автобустар йөрөшө . Пассажирҙарҙың ете проценты ғына ойошма тр анспорты менән аэропортҡа килә икән, 20 проц ент - шәхси машинала, 20 процент- таксиҙа. Х алыҡтың 50 проценты автобустарҙа килә. Әммә был маршрутты хеҙмәтләндергән "Башавтотранс"
       аэропорт килешеүенән тыш, автобустар рейсын
       һирәгәйткән. Һөҙөмтәлә пассажирҙар аэропорт ҡа тиклем 30-40 минут оҙағыраҡ бара.
       Улай тиһәң, "Башавтотранс" менән мөнәсәбәт тәрҙең ыңғай яҡтары ла бар. 5 февралдән Үҙә к баҙарҙан аэропортҡа тиклем "101к" төнгө яң ы рейс булдырылды.
       Матбуғат конференцияһынан һуң журналистар
       өсөн аэропортҡа экскурсия ойошторолдо. Бынд а бар нәмә лә матур, яңыртылған зал күҙҙе ҡа маштыра. Иҙәндә гранит, стеналарҙа мәрмәр, б ында яҡтылыҡ һәм киңлек...
       Аэровокзалға инеүселәр башта металл эҙләү аша үтәсәк, уларҙың әйберҙәре лә шулай уҡ ти кшереү аша үтә. Быны хәүефһеҙлек талап итә. Аэровокзалдың беренсе ҡатында билет һатып ал ып була һәм теркәү ойошторола. Рейс ваҡыты и ғлан ителгәс, пассажирҙар икенсе ҡатҡа күтәр елә. Бының өсөн аэровокзалдың ике яғынан да эскалатор урынлаштырылған. Һуңынан инде һеҙҙ е тағы ла бер тапҡыр етди тикшереү көтә, аҙа ҡ һеҙҙе "дөйөм туплауға" оҙаталар.
       Бында тағы бер яңылыҡ... Дүрт телескопик т рап һатып алынған, пассажирҙарҙың икенсе ҡат тан тура самолетҡа инеү мөмкинлеге бар. Бынд ай комфорттың хаҡы - бер телескопик трап 700
       мең доллар тора
       Хәйер, әгәр самолет йыраҡта булһа, осоу ма йҙанына сығырға тура киләсәк. Әммә һеҙҙе сит
       ил автобустары самолетҡа тиклем еткерәсәк.
       Хәҙерге ваҡытта Өфө аэропорты менән 42 ави акомпания эшләй. "ТУ-154", "ТУ-134" самолетт ары менән Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар , Новосибирск, Пермь, Һамар, Яңы Уренгой һәм
       Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына осоп була. Үзбәкс тан, Әзербайжан, Төркиә һәм Германияға халыҡ -ара рейстар даими оса. Африка, Греция, Югос лавия, Болгария, Ҡытай һәм Испанияға - чарте р рейстар.
       Апрель урталарында яңы аэровокзалды асыу п ланлаштырыла. Тимәк, беҙҙе бөтә уңайлыҡтары askған яңы аэровокзал көтә. Осабыҙ икән, был ай булғас...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал