6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Пушкиндың мәҙхиәһен өфөләр таратҡан
09.02.07


       10 февраль - бөйөк рус шағиры Александр С ергеевич Пушкинды иҫкә алыу көнө. 170 йыл эл ек, 1837 йылдың 10 февралендә уның ғүмере өҙ өлә. Пушкин исеме менән бәйле булған ваҡиған ы бергәләп иҫкә алайыҡ.
       Пушкиндың "Азатлыҡ" ("Вольность") тип атал ған мәҙхиәһе шағир иҫән сағында баҫылмай, ҡу лъяҙмала ул ил буйынса йөрөй. Хөкүмәт мәҙхиә
       тураһында белгәс, был Пушкинды көньяҡҡа ебә реүгә сәбәп була.
       Александр Сергеевич мәҙхиәһен Михайлов һа райы күренеп торған фатирҙа әҙерлекһеҙ ижад итә, бында Павел I үлтерелә.
       Азатлыҡ һөйөүсән мәҙхиә тыйыла, әммә ул Рә сәй буйлап йөрөй. Уны таратыуҙа өфөләрҙең дә
       роле бар.
       1828 йылдың декабрендә Киев гренадер полкы
       рядовойы Красичков Өфө өйәҙенә ялға ҡайта. Ул Өфөнән 40 саҡрым алыҫта йәшәгән помещикта , отставкалағы поручик Охлебининда була. Ула р һөйләшеп ултыра, аҙаҡ Красичков "Азатлыҡ" мәҙхиәһенең күсермәһен ала. Ул мәҙхиәне Киев
       гренадер полкына алып ҡайта. Ә бында декабр ь ихтилалына бәйле тентеүҙәр, ҡулға алыуҙар башлана. Александр Сергеевичтың мәҙхиәһе лә быға сәбәпсе була. Күп офицерҙар дәрәжәһен һ әм байлығын юғалта, һөргөнгә ебәрелә.
       Ырымбур губернаторы помещик Охлебининды яҡ лай, әммә уның артынан күҙәтеү булдырырға мә жбүр була.
       Тыуған яҡты өйрәнеүсе Петр Ищериков Башҡор тостанда һәм Киевта мәҙхиәнең таралыуы тураһ ында 1937 йылда "Красная Башкирия" гәзитендә
       яҙып сыға. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилм и үҙәге ғилми архивында был турала һәм уның эштәре тураһындағы материалдар йыйылып ҡуйыл а. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Флүрә Әхмәрова Ищер иков материалдарын ентекле өйрәнгән. "Азатлы ҡ" мәҙхиәһе бай булмаған помещик В.А.Юматовт а булыуын да асыҡлаған. Уның Өфөнән алыҫ түг ел ауылы булған.
       Пушкиндың тыйылған шиғырҙарын таратҡаны өсө н Стәрлетамаҡ помещигы малайы, портупей-юнке р Василий Яковлевич Зубов та язаһын күрә. Ул
       Кавказға ебәрелә.
       Репрессиялар була торҙо, ә "Азатлыҡ" Рәсәй
       буйлап йөрөнө, уны уҡынылар, ул көрәшкә саҡ ырҙы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал