6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Инвестициялар

Сит ил беҙгә ярҙам итәсәк
09.02.07


       Сит ил капиталының өфөләргә ярҙамы артҡандан-арта бара.
       Тотороҡлолоғо менән айырылып торған төбәгебеҙ үҫешенә Европанан да, Азиянан да инвесторҙар аҡса һала. Был турала Өфө ҡала округы хакимиәтендә хакимиәт башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова ҡатнашлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында телгә алынды. Унда республика
       баш ҡалаһының 2006 йылдағы социаль-иҡтисади хәле тикшерелде.
       Европа региональ үҫеш банкы "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһына 10 миллион
       евро кредит бирә. Был аҡсаларҙы алыу маҡсаты - ҡала хужалығын яңыртыу һәм энергия менән тәьмин итеү технологияларын индереү.
       Швейцария үҫеш һәм хеҙмәттәшлек буйынса агентлығы Нуғай ҡасабаһында мәжбүри күскенселәр һәм мигранттарҙың
       тупланған биләмәһен төҙөү проектын финанслай. Ошо уҡ агентлыҡ 17-се балалар клиник дауаханаһы өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 10 миллион һум бушлай аҡса бүлде.
       Сит ил инвестициялары темаһын оҙаҡ дауам итергә мөмкин. "ИКЕА" халыҡ-ара класлы күп функциялы сауҙа һәм
       коммерция үҙәген төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
       Өфөнөң Киров районында Европа стандартындағы "өс йондоҙ" класлы ҡунаҡхана төҙөү буйынса "Группа "Кремль" компанияһының инвестиция проекты эшкәртеү стадияһында.
       Проектҡа инвестициялар 25 миллион АҠШ долларынан ашып
       китәсәк.
       "Өфө-аэропорт" автомобиль юлы районында халыҡ-ара кимәлдәге офис үҙәге төҙөлә. Төҙөлөштөң беренсе сиратын
       2007 йылдың көҙөнә тамамларға планлаштыралар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 80 миллион АҠШ доллары тәшкил итәсәк.
       Төркиәнең "Шишеджам" компаниялары төркөмө Өфөлә быяла һауыттар сығарыу буйынса берләшкән төрөк-рәсәй предприятиеһы төҙөүгә 80 миллион долларға яҡын һалды. "Русджам-Өфө" заводы республиканың мөһим производстволарының береһе буласаҡ. Инвестиция программаһының 65 миллион доллар күләмендә ике этабы тормошҡа ашырылды ла инде. Хәҙер предприятие йылына 240
       мең тоннаға тиклем быяла продукция сығара ала. Киләсәктә 427 мең тонна ҡеүәтенә сығыу планлаштырыла. Был йылына бер миллиард 335 миллион шешә һауыт тигән һүҙ.
       "РосЕвроДевелопмент" компанияһы былтыр "Глумилино" биҫтәһендә 150 мең квадрат метр майҙанлы ғаилә тибындағы
       күп функциялы ижтимағи-социаль комплекс төҙөү буйынса ҙур инвестиция проектын эшкәртеү инициаторы булды. Уға дүрт миллиард һум аҡса һалынасаҡ, объектты 2010 йылда файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылған.
       Бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә былтыр Өфө инфраструктураһын үҫтереүгә инвестициялар күләме 39 миллиард һум тирәһе тәшкил итте. Социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлөшө, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө йүнәлеш булды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал