6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

"Мәғариф" милли проектына бүленгән средстволар урынлы тотоноламы?
06.02.07


       Мәктәптәрҙе компьютерҙар менән йыһазландырыу һәм интернетҡа тоташтырыу "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә
       көтөлмәгәнсә иң ҡатмарлы мәсьәлә булып сыҡты. Һәр хәлдә, күптән түгел үткәрелгән Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы
       ултырышынан һуң ошондай һығымта яһала. Ултырышта ревизорҙар республикабыҙҙа был милли проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән бюджет средстволарын файҙаланыуҙы тикшереү һөҙөмтәләрен халыҡҡа еткерҙе.
       Республикала мәктәптәрҙе глобаль селтәргә тоташтырыуға милли проект башланғанға тиклем - бынан дүрт йыл элек үк әүҙем тотонғайнылар, тине контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Петр Бобылев.
       - Беҙ Кушнаренко районына барып сыҡтыҡ - бер мәктәп тә тоташтырылмаған, - тип билдәләне ул. - Бөрйән районында ла
       шул уҡ хәл.
       Кушнаренко район хакимиәте башлығы урынбаҫарының яуап сығышынан күренеүенсә, хәлдәр улай уҡ насар түгел: урындағы
       30 мәктәптең 14-ендә интернетҡа тоташҡандар. Дөрөҫ, канал тиҙлекле түгел. Шул уҡ ваҡытта өс мәктәптә интернет түгел, хатта телефон да булмауы асыҡланды.
       Бөрйән районы вәкиле, үҙ сиратында, бөтә донъя селтәренә
       тоташтырыр алдынан район мәктәптәрендә күптән иҫкергән компьютер моделдәрен алмаштырырға кәрәклеген билдәләне.
       Ревизорҙар асыҡлауынса, 2006 йылда республиканың 3125 белем биреү учреждениеһынан 767-һе интернетҡа сыҡҡан. Быйыл тағы ла 1910 мәктәпте селтәргә тоташтырыу планлаштырыла. Был йүнәлештә төп эште "Башинформсвязь" акционерҙар йәмғиәте алып бара. Предприятиеның техник редакторы билдәләүенсә, бер мәктәпкә был маҡсатта уртаса 150 мең һум аҡса тотонола.
       Ултырыш барышында бер кем дә милли проект сиктәрендә компьютерлаштырыуға бүленгән сумманы аныҡ ҡына әйтә алмауы асыҡланды. Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе быны республикала милли проектты тормошҡа ашырыуҙы төп ойоштороусы булып торған Мәғариф министрлығының эшләп
       еткермәүе тип баһаланы.
       Былтыр Башҡортостанға 2006-2008 йылдарға иҫәпләнгән "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға бер миллиард
       50 миллион һум аҡса бүленгән булған: 714 миллионы - федераль, ҡалғаны республика бюджетынан. Ревизорҙар республиканың 16 район һәм ҡалаһының мәғариф бүлектәре һәм белем биреү учреждениелары, шулай уҡ Өфөнөң 15 дәүләт
       интернатында һәм махсус мәктәптәрендә уларҙың нисек файҙаланылыуын тикшерҙе.
       Класс етәкселеге өсөн өҫтәп түләүҙә закон боҙоуҙар асыҡланды. Былтыр ғинуарҙан класс етәксеһе функцияһын башҡарған һәр уҡытыусы бер мең һум күләмендә өҫтәмә түләү
       ала. Әммә ҡайһы бер мәктәптәрҙә был сумманы ни өсөндөр ҡырҡҡандар. Ә Кушнаренко районында, мәҫәлән, хакимиәттең мәғариф бүлегенән чиновник класс етәкселеге өсөн аҡса алып
       ятҡан. Дөйөм алғанда, класс етәкселеге өсөн түләп еткермәү 1,9 миллин һум тәшкил иткән - "һәм был тик тикшерелгән мәктәптәрҙә генә" тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Петр Бобылев.
       Мәктәптәрҙе - уҡыу материалдары менән, ә ауыл мәктәптәрен автобус менән дә йыһазландырыуға килгәндә, федераль бюджеттан Башҡортостанға 70 миллион һумға 221 комплект уҡыу һәм уҡыу-күргәҙмә ҡорамалдары бүленгән булған. Был ҡорамалдар республика райондары һәм ҡалалары мәктәптәренә таратып бирелгән. Ауыл мәктәптәре 38,8 миллион һумға 72 автобус алған, республика бюджеты иҫәбенә
       тағы ла 101 автобус һатып алынған.
       Йәштәребеҙ ҙә аҡсаһыҙ ҡалдырылмаған. 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәләтле үҫмерҙәрҙе дәүләт яҡлауы сиктәрендә федераль бюджет йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар, ярыштар һәм конкурстар еңеүселәре
       һәм призерҙары өсөн 5350 премия бүлә. Былтыр бындай премияға республикабыҙҙың 112 вәкиле лайыҡ булған: 33 кеше
       - 60 мең һум, ҡалғандары 30-ар мең һум күләмендә бүләк алған, тине ревизорҙар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал