6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Төҙөкләндереү йылы

Төҙөкләндереү йылы дауам итә...
05.02.07


       Үткән йылда баш ҡаланың тышҡы йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе - ҡала матурланды, таҙарҙы, заманса биналар ҡалҡып сыҡты, яңы юлдар һалы нды, баш ҡала урамдары яҡтыртылды, балалар ө сөн уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Хәйер , бындай үҙгәрештәр республиканың халыҡ йәшә гән башҡа урындарында ла булды. Бар эштәр ҙә
       Төҙөкләндереү йылы сиктәрендә уҙғарылған са ралар һөҙөмтәһе.
       Президент Советы ултырышында билдәләнеүенс ә, Төҙөкләндереү йылының маҡсаттарына өлгәше лде, бөтә мәсьәләләр ҙә уңышлы хәл ителде. Б ашҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов фекер енсә, иң мөһиме - кешеләрҙең тормош сифатын
       күтәреүгә өлгәшелде: торлаҡ күпләп төҙөлә, мәҙәниәт һарайҙары, мәктәп һәм балалар баҡса лары, дауаханалар, санаторий корпустары һәм башҡа социаль объекттар барлыҡҡа килә, бина түбәләре һәм фасадтары, юл участкалары, трот уарҙар, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү си стемалары ремонтлана.
       Шуның менән бер рәттән, республика башлығы
       фекеренсә, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түге л. Миҫал өсөн, торлаҡ проблемаһы киҫкен тора : үткән йылда ғына Өфөлә, бөтә илдәге кеүек үк, торлаҡҡа хаҡтар ике тапҡырға артҡан. Таб ышы юғары булған ғаиләләр генә бөгөнгө көндә
       ипотека ала ала.
       Торлаҡ проблемаһының төп сәбәбе, Башҡортос тан Президенты һүҙҙәренә ҡарағанда, торлаҡ т өҙөлөшө күләменең тейешенсә булмауы. Төҙөүс еләр күп осраҡта төҙөүгә ер участкаларын алғ ан ваҡытта проблемаларға юлыға.
       - Был проблеманы хәл итеү өсөн тәүәккәл са ралар талап ителә. БР Хөкүмәтенә "берҙәм тәҙ рә" принцибы буйынса юридик шәхестәргә һәм г раждандарға ер участкаларын биреү һәм тапшыр ыу тураһында ҡарар эшләү буйынса республика ведомство-ара комиссия булдырыу тураһындағы мәсьәләне ҡарау кәрәк, - тине Мортаза Ғөбәйҙ улла улы.
       Үткән йылдың төп йомғағы, Президент билдәл әүенсә, торлаҡ йорттарҙы, ихаталарҙы тотоуҙа
       кешеләрҙең культураһы күтәрелде. Уларҙың эк ологик өмәләрҙә һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатна шыуы быны иҫбатлай.
       - Халыҡтың үҙҙәре йәшәгән урынын матурлау теләге ҙур, - тине Мортаза Рәхимов. - Әммә б ыл әлегә норма, йәшәү рәүеше һәм күптәрҙең ф екере түгел. Беҙгә күп эшләргә кәрәк әле. Үҫ еп килгән быуынға бысратмаҫҡа, йорттарҙы һәм
       ихаталарҙы һаҡларға өйрәтергә кәрәк. Был ат а-әсәләр, мәктәп, киң мәғлүмәт саралары, баш ҡа йәмәғәт институттары бурысы.
       2007 йыл Башҡортостанда Башҡортостан менән
       Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығы йылы тип иғ лан ителде. Юбилей алдынан 40-ҡа яҡын мөһим социаль объект сафҡа инәсәк Тимәк, республик ала төҙөкләндереү дауам итә.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал