6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Етештереү көнө универсаль була ала
31.01.07


       Өфөлә киләсәк заман продукттары һатыла башлаған. 26 ғинуарҙа беҙҙең уҡыусыбыҙ 2007 йылдың 30 ғинуарында етештерелгән ҡаймаҡ һатып алған: һауытының ҡапҡасындағы
       яҙыуға ҡарағанда, продукт нәҡ ошо көндө әҙерләнгән.
       - Минең кесе балама ике ай, ҡатыным уны имеҙә, шуға күрә күптән түгел мин аҙыҡ - түлек алғанда һәр ваҡыт етештереү ваҡытын ҡарай башланым, ә бына хәҙер уларға ышанырғамы - юҡмы, белмәйем, - тип һөйләй Илдар Ҡаҙаҡҡолов. - Был хәл Кувыкин урамындағы "Полушкала" булды. Мин һатыусынан был ҡаймаҡты ҡасан килтерҙеләр, тип һораным. Кисә, тине ул. Ә әҙерләнеү ваҡыты ҡайҙа күрһәтелгән Ҡапҡасында, тип яуаплай.
       Әле булмаған дата яҙылыуын күрһәткәйнем, ул юғалып ҡалды, һәм был көн продуктты ҡулланырға мөмкин булған ваҡыттың һуңғы сигелер, күрәһең, тип белдерҙе.
       Илдар ҡаймаҡты барыбер һатып алырға була - беҙҙең редакцияға алып килер өсөн. Продукттың ҡапҡасында ысынлап та
       бер генә дата: 30.01.07. Банканың үҙендә ғәҙәти яҙыу: етештереү ваҡытын ( көнө, айы, йылы) ҡапҡаста ҡарағыҙ". Ҡаймаҡты етештереүсе - Пенза өлкәһе Заречный ҡалаһы "Пищекомбинат" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең телефоны күрһәтелмәүе сәбәпле, беҙ уларҙың Өфөләге коллегаларына мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Һөт заводында беҙгә ҡаймаҡ - ул
       шундай продукт, "өлгөрөп" етергә тейеш, шуға күрә ҡайһы берҙә ваҡыты аванс менән бирелә - әммә ул 12 сәғәттән дә күберәк булырға тейеш түгел, тип белдерҙеләр.
       Республика Эске эштәр министрлығының ҡулланыусылар баҙары өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш бүлегендә һәм БР буйынса Дәүләт аҙыҡ - түлек инспекцияһында бер тауыштан, әгәр был ысынлап та дүрт - биш көнгә алдан бирелгән етештере ү ваҡыты булһа, тимәк бында законды тупаҫ боҙоу күҙәтелә, ти п
       аңлаттылар.
       - Бындай хәл менән күптән осрашҡан юҡ ине, һуңғы тапҡыр 1990 - сы йылдарҙа намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ошондай уҡ ысул менән һыйыр майын ҡулланыу ваҡытын "оҙайтҡандар" ине, - ти Госпродинспекцияның сауҙа ҡағиҙәләре һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы контролдә тотоу буйынса бүлек начальнигы Наталья Николаева. - Был осраҡта шунда уҡ ҡулланыусыларҙы алдауҙары күҙгә ташлана. Продуктты етештереүселәр һәм уны ҡайтарыусылар һәм һатыусылар менән дә һөйләшеп, тикшереү
       үткәрергә кәрәк - әгәр һатып алыусыларҙы күрәләтә алдауҙары
       асыҡланһа, барыһы ла яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
       Үҙ сиратында "Полушка" магазины директоры Татьяна Жукова
       бында бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу юҡ, тип раҫлай:
       - Был оҙаҡ һаҡланыусы ҡаймаҡ: 30 тәүлек, һәм уның ҡапҡасын да продуктты ҡулланырға мөмкин булған ваҡыттың һуңғы сиге билдәләнгән - йәғни, 2007 йылдың 30 ғинуары.
       Ашығыс һығымталар яһамайыҡ, әммә шулай ҙа ҡапҡастағы яҙыуҙарҙың бик уңайлылығын билдәләмәйенсә булмай: кәрәге тейһә, уны ҡулланыуҙың һуңғы көнө тип, икенсе юлы - продуктт ы етештереү көнө тип тә әйтергә мөмкин...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал