6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Рәсми хроника

Иҡтисад тармағы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды
06.02.04


       Бөгөн республикабыҙ башҡалаһында БР Хөкүмәтенең киңәйтелг ән ултырышы булып уҙҙы. Унда республиканың сәнәғәт, төҙөлөш , транспорт, элемтә тармаҡтарының 2003 йылғы эшмәкәрлеге һөҙ өмтәләре тикшерелде, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде.
       Билдәле булыуынса, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир П утин илдәге тулайым эске продуктты ун йылда икеләтә арттырыу , тимәк, етештереүҙе ҡырҡы арттырыу бурысын ҡуйҙы. Рәсәйҙең иң ҡеүәтле төбәктәренең береһе булған Башҡортсотан был йәһәт тән өлгө күрһәтә. Төп социаль -иҡтисади күрһәткестәр буйынса
       ла илдә иң алдынғы урындарҙы биләйбеҙ.
       Республика сәнәғәте үҫеш юлында. БР Статистика буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр сәнәғәт етеште реүе күләме 192 миллиард һумдан ашыу булды, физик күләм инде ксы 107,5 процент тәшкил итте. Сәнәғәттең күпселек тармаҡтар ында етештереү күләме артты, был айырыуса ҡара металлургияға , машиналар эшләүгә һәм металл эшкәртеүгә, медицинаға, полиг рафияға ҡағыла. Башҡортостан етештереү күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында унынсы урынды биләй. Сәнәғәттә етештереү үҫеше темпы буйынса Татарстан, Һамар, Пермь өлкәләре кеүек ҙ ур төбәктәрҙән алда барабыҙ.
       Башҡортостанға Рәсәйҙә етештерелгән троллейбустарҙың, к альцийлы соданың, бутил һәм изобутил спирттың яртыһы тура ки лә. 2003 йылда республикала 11,2 миллион тонна нефть һәм 352 ,5 миллион кубометр тәбиғи газ сығарылған. Нефть эшкәртеү б уйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге урынды биләйбеҙ. Былты р 25,4 миллион тонна нефть эшкәртелгән. Нефть химияһы предп риятиелары ла һөҙөмтәле эшләне.
       Былтырғы йыл республика төҙөүселәре өсөн ҡатмарлы булһа
       ла, эш һөҙөмтәләре яҡшы булды. Өс сәнәғәт предприятиеһы :йы лытҡыстар етештерүсе "Полимер", республиканы ғына түгел, күр ше төбәктәрҙе ле юғары сифатлы плиткалар менән тәьмин теүсе" ИталБашКерамика", Мөрсәлим ҡасабаһында ваҡ таш сығарыуға ҡул айлаштырылған завод сафҡа инде. был предприятиеларҙың респуб лика иҡтисады өсөн әһәмиәте ҙур. Йомағужа һыуһаҡлағысында һә м "Плиэф" комплексында башҡарылған ғәйәт ҙур эштәр хаҡында ә йтеп тораһы ла юҡ. Бындай төҙөлөштәр ил күләмендә лә юҡ тип әйтерлек.
       Һуңғы йылдарҙа республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙ ә алдынғы позицияларҙы биләй. Ипотека ысулы менән торлаҡ төҙ өү күләме йылдан-йыл арта бара. Һуңғы өс йылда, мәҫәлән, ошо
       юл менән 800 самаһы ғаилә торлаҡлы булған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал