6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Йәйғорҙо" ҡышын ҡаршылағыҙ
31.01.07


       Һәр кем үҙенең балаһында китапҡа, балалар әҙәбиәтенә һөйө ү тәрбиәләргә теләй. Был сабыйҙы "дөрөҫ йүнәлештә" тәрбиәләү һәм үҫтереү, беҙгә ҡасандыр үҙ ата - әсәйҙәребеҙ йырлаған һә м һөйләгән йыр һәм шиғырҙарҙы уларҙың да белеүе өсөн кәрәк.
       Хәтеремдә, апайым менән минең өсөн атай - әсәйем даими рәүештә "Мурзилка" һәм "Веселые картинки", һуңынан - "Пионер " һәм "Костер" журналдарына яҙыла торғайны. Был хәл күптән булды, ул осорҙа илдә бар нимә тип әйтерлек, шул иҫәптән
       балалар өсөн сығарылған журналдар ҙа бик арзан тора ине...
       Минең ҡарамаҡҡа, беҙгә балаларыбыҙҙы йөкмәткеһе йыш ҡына аптырашҡа һалған дисней йәнһүрәттәре һәм телепузиктар стилендә түгел, ә үҙебеҙҙең матур итеп сығарылған балалар журналдары һәм гәзиттәре өлгөһөндә тәрбиәләү мөһим. Нисек кенә булмаһын, көнбайыш мәҙәниәте, уларҙы донъяға ҡарашы беҙҙең өсөн ят.
       Әлеге ваҡытҡа тиклем республикала балаларҙы кескәйҙәр өсө н яҙған башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары менән таныштырыусы баҫма юҡ ине, айына бер нисә тапҡыр "Истоки" гәзитендә йәки "Бельские просторы" журналында сыҡан айырым биттәр
       балаларҙың әҙәби "һыуһауын" баҫа алмай, әлбиттә.
       Ысынлап та, балалар өсөн публицистиканан нимәлер уҡып ишеттерер өсөн беҙ бик һирәк кенә ҡалын журнал йәки гәзит һатып алыуыбыҙ ихтимал. Сабыйға матур итеп биҙәлгән ҙур китап алып биреү еңелерәк: ул кәм тигәндә бер йылға етәсәк.
       Шулай итеп, балалар өсөн комикс йүнәлешендәге түгел, ә әҙәби баҫмаға мохтажлыҡ көндән - көн нығыраҡ һиҙелә. Һәм, ниһәйәт, был хыял тормошҡа ашты: быйылғы йылдың ғинуар айында Башҡортостанда тәүге тапҡыр балалар өсөн урыҫ телендә сыҡҡан әҙәби гәзит донъя күрҙе - ул "Уфимская радуга " тип атала.
       Ни өсөн гәзитте "йәйғор" тип атарға ҡарар иттегеҙ, тигән
       һорауға гәзиттең баш мөхәррире, балалар өсөн бер нисә
       шиғырҙар һәм йырҙар китабы авторы Вера Капустина былай тип яуапланы:
       - Йәйғор ҡасан сыға Ҡара болоттар таралып, йәшенле ямғыр туҡтағас, ҡояш күренер алдынан. Һәм уны береһе күреп ҡала ла : "Ҡарағыҙ әле, йәйғор!" - тип ҡысҡыра. Һәм барыһы ла уға ҡа рап һоҡлана һәм ҡыуана. Бына гәзитебеҙ барыһын да һоҡландырһ ын һәм ҡыуандырһын өсөн беҙ уны "Уфимская радуга" тип атарға булдыҡ та инде...
       Гәзитте сығарыуға рухландырыусылар - Өфө әҙәбиәт берекмәһенең балалар секцияһы, уның составына Өфө һәм
       Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 23 яҙыусы һәм шағир инә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең әҫәрҙәре, мәҫәлән, "Уфимская радуга" гәзите  мөхәррире Светлана Войтюк, яҙыусы Татьяна Казырина, Галина Кудрявцева кеүек даими рәүештә "дөйөм Рәсәйҙең" "Веселые картинки", "Миша" һ. б. балалар журналдарында баҫыла. Татьяна Казыринаның шиғырҙары хатта Канадала сыҡҡан балалар журналында ла донъя күргән.
       "Уфимская радугала", әйтеүемсә, тик әҙәби йүнәлеш буйынса
       ғына эшләйәсәк гәзиттә, әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, кроссвордтар һәм йомаҡтар баҫыласаҡ. Унда "Күңелле дәрес" ( шиғыр юлдары менән бирелгән мәсьәләләр), "Танып бел!" ( шиғри йомаҡтар), "Тәржемәләр" ( Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ телдәренән тәржемәләр), "Беҙҙә ҡунаҡта" ( башҡорт уҡыусыларының ижады менән танышыу), "Иғтибар! Конкурс!" һ. б . рубрикалар планлаштырыла.
       Бөгөнгө көнгә гәзиттең төп проблемаһы: уны даими сығарыу өсөн аҡса булмауы. "Уфимская радуга" гәзиткә йән өрөүселәрҙе ң энтузиазмы арҡаһында ғына донъя күрҙе тип әйтергә була.
       Билдәле булыуынса, "әҫәре" киң мәғлүмәт сараларының береһендә булһа ла донъя күргән һәр бер бала артабан ижад итеү өсөн бик ҙур этәргес көс ала. Миңә ҡалһа, талантты үҫте реү - бик файҙалы эш. Ваҡыты еткәс, бәлки, беҙҙең республика ла ла үҙ агния бартоларыбыҙ, чуковский һәм маршактарыбыҙ бар лыҡҡа килер.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал