6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һалымдар, сумаҙандар һәм митингылар тураһында
30.01.07


       Күптән түгел Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына сығышы менән Татарстандан булған Айнур Әйҙелдиновты
       тәғәйенләү Башҡортостандың әүҙем йәмәғәт тормошо менән
       йәшәгән вәкилдәренең түҙемлегенә сик ҡуйҙы. Кисә ошо йәмәғәтселәрҙең күпселеген Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бинаһы һәм
       Өфөнөң Нефтселәр һарайы алдындағы майҙанда күрергә мөмкин ине.
       Транспаранттарҙағы яҙыуҙарҙан: "Сердюков ( Рәсәйҙең баш һалымсыһы ), Рәсәй Президенты Указын боҙма", "Федератив Рәсәй өсөн", "Әйҙелдинов, сумаҙан, вокзал - Ҡазан" һ. б.
       Өфөлөләрҙең, хәйер, башҡа ҡала һәм райондар халҡының да асыуын аңларға була. Беренсенән, беҙҙең үҙебеҙҙә лә күп йылдар буйына республикала һалым органдарында эшләгән һәм тө бәктәге һалым базаһының барлыҡ ыңғай һәм кире яҡтарын
       яҡшы белгән кадрҙар етерлек. Икенсенән, кем әйтмешләй, "за державу обидно" - Рәсәй Президенты Указына ярашлы, бындай ранг етәкселәрен тәғәйенләү төбәк башлыҡтары - был осраҡта - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән килешеп эшләнергә тейеш. Өсөнсөнән, Рәсәйҙең федератив ҡоролошона ҡа рата һорау барлыҡҡа килә - был тәғәйенләү күрше республикаларҙы берләштереү өсөн һынау ташы түгелме икән. Һәм, ниһәйәт, Үҙәктең Башҡортостанға ҡарата һалым сәйәсәте былай ҙа күп һорауҙар тыуҙыра: һуңғы бер нисә йылда ғына федераль ҡаҙнаға һалым суммаһы 70 процентҡа тиклем күтәрелде. Һәм донор төбәк Үҙәк яғынан билдәле субсидия һәм дотацияларға мохтажлыҡ кисерә башланы. Әммә, йыйылған һалымдың күберәк өлөшө республикала ҡалһа, күп кенә социаль программаларҙы ( шул иҫәптән билдәле торлаҡ мәсьәләһен дә) тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкин булыр ине.
       Бына ошо фекерҙәр төрлөлөгө һәм килешмәүсәнлектәр ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәрҙе пикет ойоштороусы "Федератив Р әсәй өсөн" йәмәғәтселек хәрәкәте флагы аҫтына йыйҙы ла инде.
       Һәм митингыға нигеҙҙә студенттар, аспиранттар, вуз
       уҡытыусылары һәм Өфөнөң башҡа зыялылар вәкилдәре сыҡһа ла, уларҙың артында тағы ла күптәр тороуы аңлашыла. Үткән көҙ барлыҡҡа килгән "Федератив Рәсәй өсөн" йәмәғәт хәрәкәте республикалағы йәмәғәт хәрәкәттәре өсөн үҙенсәлекле союз ролен үтәй.
       - Үҙәк төбәктәрҙең мәнфәғәтен иҫәпкә алырға тейеш. Беҙ бюджет - ара мөнәсәбәттәрҙе яңынан ҡарау өсөн сығыш яһайбыҙ,
       сөнки федераль ҡаҙнаға 70 - 80 процент күсерелгән хәлдә, Башҡортостан Республикаһының бюджеты бына инде нисәнсе йыл дефицит менән ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта Рәсәй бюджеты - профицит, алтын валюта запасы, стабфонд арта. "Республика һалымдарының барыһы ла тип әйтерлек "юҡҡа сыға", Башҡортостан халҡы үҙ хеҙмәтенең реаль һөҙөмтәләрен күрмәй. Беҙ үҙебеҙҙең гражданлыҡ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап сығыш яһайбыҙ һәм үҙен федератив дәүләт тип атаған Рәсәйҙең федератив закондар буйынса йәшәүен теләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хәрәкәттең координация советы ағзаһы Тимур
       Лоҡманов.
       Уның һүҙҙәрендә мәғәнә бар. Бөтә үҫешкән донъяла үҙәк һәм
       федератив дәүләт субъекты араһында табыш 50 - гә 50 нисбәте
       буйынса бүленә. Ҡайһы бер урында аҡса "табыусы" төбәктәргә 70 проценты ла тороп ҡала. Беҙҙә иһә бөтөнләй киреһенсә.
       Бер яҡтан, Үҙәкте аңларға мөмкин - бөгөн нефткә хаҡтар түбәнәйгәндә, Рәсәйҙең Стабфонд аҡсаһы федераль бюджет өсөн "хәүефһеҙлек мендәренә" әйләнде. Үткән йыл эсендә
       триллиондан ашыуға артып, 2007 йылдың 1 ғинуарына Стабилизация фонды күләме ике триллион 346 миллиард һум тәшкил итте. Һәм эксперттар иҫәпләүенсә, ике - 2,5 йыл дауамында нефттең барреле 18 - 20 долларға тиклем төшкән осраҡта ла фонд средстволары дефицитты ҡаплай аласаҡ. Әммә, икенсе яҡтан, төбәк аҡсалары төбәктә ҡалған хәлдә, ул яңы юғары технологиялы производстволар булдырыуға тотонолор ине (Башҡортостанда ғына ла бөтә Рәсәй иҡтисады күҙлегенән сығып ҡарағанда инвестиция йәлеп итерлек һәм отошло бер нисә
       тиҫтә проект бар). Ә бындай производстволар үҫеше, үҙ сиратында, бөтә Рәсәйгә "нефть энәһенән" төшөү мөмкинселеген
       бирергә һәләтле. Средстволарҙы үҙәк һәм субъекттар араһында бөгөнгөләй бүлеү, Тимур Лоҡмановтың фекеренсә, донор төбәктәрҙең "ҡанын һура". Пикетта ҡатнашыусылар Айнур Әйҙелдиновты халыҡ янына сығып, Федераль һалым хеҙмәтенең Ба шҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бер нисә йыл дауамында кадрҙар буталсыҡлығы дауам итеүе хаҡында асыҡ яҙылған листовканы алырға саҡырҙы. Фискаль орган етәкселәре лә бирсәткә урынына алмашына, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президентының, айырып әйткәндә, кандидатуралар, шул иҫәптән Федераль һалым хеҙмәте идаралығы начальниктарын тәғәйенләгәндә мотлаҡ рәүештә федерация
       субъекттары башлыҡтары менән килешеү булырға тейешлеге тураһындағы Указы тупаҫ боҙола.
       Митингы ойоштороусылар быны федерализм принциптарын тупаҫ рәүештә боҙоу тип ҡабул итә.
       Бөгөнгө көнгә республика төрлө кимәл бюджеттарына һалым һәм башҡа төрлө аҡса күсереүҙәр күләме буйынса Рәсәйҙә етенсе урын биләй, әммә бындай "кадрҙар алманышы" республика иҡтисадына һиҙелерлек зыян килтерергә һәләтле.
       Әммә Айнур Әйҙелдинов пикетсыларҙың саҡырыуын ишеткән хәлдә лә сыҡманы. Хәйер, уны артыҡ көтмәнеләр ҙә. Халыҡ был чиновниктың әлегә аңлашылмаған, хәүефле һәм йәмәғәтте тулҡынланырға мәжбүр иткән уйында ни бары пешка ғына булыуын яҡшы аңлай.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал