6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тәбиғәтте бер кем дә киҫәктәргә йолҡмаясаҡ
30.01.07


       Күптән түгел Раил Хәлиуллинға Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район - ара прокуратураһына (БПМП) етәкселек итеү ышанып тапшырылды. Бөгөн бында биш оператив хеҙмәткәр э шләй: прокурор, урынбаҫар, өлкән ярҙамсы, ярҙамсы һәм тәфтишсе. Раил Әүхәҙи улы был ведомствола уға нигеҙ һалынған
       1990 йылдан башлап эшләй, эшкә БДУ - ның юридик факультетын
       тамамлағандан һуң килә. Һуңғы йылда тәбиғәтте һаҡлау прокуроры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
       Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының эшмәкәрлек өлкәһе ярайһы уҡ киң: тирә - яҡ мөхитте, һауаның таҙалығын һаҡлау, айырыуса һаҡланыу аҫтындағы территориялар тураһындағы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү, граждандарҙың тирә - яҡ мөхитк ә бәйле конституцион хоҡуғын, урындағы үҙидара органдарының тирә - яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса төҙөгән хоҡуҡи акттарын тикшереү, бынан тыш - контролдә тотоусы органдар экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлағанда ҡабул иткән сараларҙың
       законлылығын күҙәтеү һәм башҡалар.
       Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән, дөрөҫөрәге, яңыртылған Урман һәм Һыу кодекстары Рәсәй халҡы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, әлбиттә. Бай тәбиғәтле республикабыҙ өсөн дә ул бик актуаль. Әйткәндәй, беҙҙең республика майҙаны
       - 14 миллион гектарҙан ашыу, уның иҫәбендә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр - 7,8 миллион гектар, урман фонды - 5,4 миллион гектар, Башҡортостандың йылғалар селтәрендә 13 меңдән ашыу йылға иҫәпләнә. Республикала бер кешегә йылына 8
       750 кубометр һыу тура килә. Башҡортостандың төп һыу артерияһы - Ағиҙел йылғаһы. Һыу кодексын тикшереү ваҡытында Дәүләт Думаһына был закон проекты буйынса граждандарҙан, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларынан алты меңгә яҡын төҙәтмә менән мөрәжәғәт итеү иҫәпләнгән. Рәсәй Президенты ла үҙенең иҫкәрмәләре менән сығыш яһаған. Һәм беҙ Раил Әүхәҙи улына был кодекстарҙа ниндәй яңылыҡтар бар һәм улар ябай кешегә ниндәй ҙә булһа сикләү менән янамаймы, тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
       - Шунда уҡ билдәләп үтәм: улар барыһы ла бөгөн дә халыҡ байлығы булып ҡалған тәбиғи байлыҡтарҙы аҡыллы итеп файҙаланыуға йүнәлтелгән, йәғни, урманды йәки һыуҙы "өлөштәргә" бүлгеләрҙәр, тип ҡурҡырға кәрәкмәй, - ти Раил Әүхәҙи улы. - Урмандар һәм һыуҙар - элеккесә федераль милекк ә ҡарай: Рәсәйҙең һәр бер кешеһенең һыу объектына ла, урманғ а ла хоҡуғы бар. Яңылыҡтар иһә файҙаланыу формаларының үҙгәреүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Һыу һәм Урман кодекстары байтаҡ мәсьәләләрҙе урындарҙа хөкүмәт һәм министрлыҡ акттары менән көйләүҙе күҙ уңында тота, тик шул ваҡытта ғына улар тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ. Барлыҡ механизмдарҙы көйләйәсәк 40 - тан ашыу норматив акт өҫтөндә эш алып барыла . Һыу ятҡылыҡтарына идара итеү буйынса федераль, төбәк һәм урындағы властар араһында вәкәләттәрҙе сикләүҙең яңы нормалары индерелә. Тағы бер иғтибарға лайыҡлы мәл: административ механизмдарҙан килешеү мөнәсәбәттәренә күсеү. Мәҫәлән, әгәр элек урман ҡырҡыу өсөн махсус билет һатып алынһа, хәҙер эшмәкәрлектең был төрө өсөн договор төҙөргә кәрәк буласаҡ.
       2006 йылды прокуратура ниндәй һөҙөмтәләр менән тамамланы
       Беренсенән, БПМП индергән бер дәғүә лә судтар тарафынан кире ҡағылмаған. Икенсенән, тамамланған эштәр үҙҙәре үк эшмәкәрлек сифаты тураһында һөйләй. Мәҫәлән, хәүефле ҡалдыҡтар өлкәһендә законды тупаҫ боҙоуға бәйле АНК "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Башнефть - Өфө" филиалы хеҙмәткәре һәм "Экотех" (Пермь) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиленә ҡарата ике енәйәт эше тикшерелеп , судҡа йүнәлтелгән. Шишмә район суды Шишмә районы территорияһында үҙ белдеге менән төҙөлгән коттедждарҙы һүтеү
       буйынса "Сангаз" яуаплылығы сикләнгән һәм "СК - Мастер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә, Туймазы суды - "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә автозаправка станцияларын Туймазыла һыу һаҡлау зонаһынан сығарыу буйынса белдерелгән дәғүәләрҙе ҡәнәғәтләндергән.
       "Нефтестройресурс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорына ҡарата асылған енәйәт эше буйынса ла суд үҙенең хөкөмөн сығарған: Салауат урман хужалығы территорияһында эйәһеҙ торбаны ҡаҙып алып, уны артабан һатып ебәрергә ниәтләгән эшселәр ике километр майҙанда йәш саған ағастарын юҡҡа сығарған, 250 мең һумлыҡ зыян килтергән. Суд йәмғиәт етәксеһен шартлы рәүештә бер йыл һәм алты айға хөкөм иткән.
       Ләкин йыш ҡына ябай граждандар ҙа уртаҡ байлыҡ - тәбиғәтк ә иғтибарһыҙ ҡарашта ҡалыуын дауам итә. Мәҫәлән, Өфөнөң Сове т районы суды үҙенең ихатаһында, Чекалин - Йылға урамы киҫелешендә, юғары зарарлы пестицид - метафос һаҡлаған өфөлөгә ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараны: уның ғәйебе буйынса асыҡ торған ике мискәнән 300 квадрат метр майҙанда тупраҡ зарарлана, тирә - яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырыла.
       Йыш ҡына граждандарҙың ялыуҙары буйынса ла эштәр асыла. М әҫәлән, Менделеев урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр беренсе ҡатта урын биләүсе шәхси эшҡыуарҙарҙың за конһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тирә - яҡта көслө резина еҫе аңҡыуына зарлана. Тикшереүҙәр аҙағында дәғүәләр ҡәнәғәтләндерелә.
       - Ҙур эштәр иҫәбендә - беҙҙең тарафтан Туймазы район суды на ебәрелгән енәйәт эшен әйтергә була, ул үткән йылдың һигеҙ енсе мартында Туймазы районында, "Уралсибнефтепровод" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең магистраль нефть үткәргесенең 1924 -
       се километрындағы авария факты буйынса асылды, - тип һөйләй
       Раил Әүхәҙи улы. Тирә - яҡ мөхиткә 15 миллион һумдан ашыу күләмдә зыян килтерелгән. Тикшереү барышында аварияның
       сәбәбе һәм уның өсөн ғәйепле кеше асыҡланды.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал