6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Республиканы бөтә матурлығында күрһәтәйек!
30.01.07


       Тип мөрәжәғәт итте БР Хөкүмәтендә Башҡортостандың Рәсәй м енән берлегенең 450 йылына арналған ултырышта БР Хөкүмәте Пр емьер - министры урынбаҫары, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров.
       Бөтә докладсылар ҙа берҙәй булып быйыл республика халҡын күп төрлө ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтөүен билдәләне. Һәм был йәшәйештең бөтә яғына: ижтимағи - сәйәси, мәҙәни - тамаша һәм социаль - иҡтисади өлкәләргә ҡағыла.
       Байрамдың күләме хайран ҡалдыра. Был аңлашыла ла: ул бөтә
       Рәсәй күләмендә, Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә билдәләнәсәк.
       Рәсәйҙең баш ҡалаһында юбилей тантаналары 25 - 26 майҙа үтәсәк. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, төп саралар йома көнөнә, 25 майға билдәләнгән. Б ыл көнө "Манеж" Үҙәк күргәҙмә залы бинаһында башҡорт күргәҙмәләре асыласаҡ һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталарының гала - концерты үтәсәк. Әйткәндәй, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттарының ҡоролтайын да "Манежда" үткәреү планлаштырыла.
       26 майҙа Мәскәүҙең Измайлов паркында Башҡортостандың иң к өслө спортсылары, билдәле эстрада - фольклор һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында һабантуй ойоштороласаҡ.
       24 майҙа әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда башҡорт шағирҙары
       шиғриәт кисәһенә йыйыла.
       Июнь айында Рәсәй архивының Федераль күргәҙмәләр залында "Мәңгегә Рәсәй менән" архив документтары һәм музей экспонаттары" күргәҙмәһе ойошторола.
       Республикабыҙҙың баш ҡалаһы юбилей сараларының үҙәгенә әйләнәсәк, әлбиттә. Докладсылар барыһы өсөн дә ҙур әһәмиәткә
       эйә булған был тарихи ваҡиға иң юғары кимәлдә үтһен өсөн нимә эшләнеүе һәм бөгөн нимә өҫтөндә эш алып барылыуы хаҡында отчет бирҙе. Юбилей датаһына республикала төрлө тәғәйенләнештәге ҡырҡҡа яҡын объект төҙөләсәк һәм реставрацияланасаҡ.
       Юбилей объекттары араһында беренсе урында Дуҫлыҡ Монументы тора. Был һәйкәл ҡалаға ингән һәр кемде "ҡаршы ала ". Бында төҙөүселәр Сутолока йылғаһын "торба эсенә йәшерергә ", халыҡ өсөн күмәкләп күңел асыу майҙаны төҙөргә, шулай уҡ яҡын - тирәләге территорияны йәшелләндерергә ниәтләй.
       Август аҙағына тиклем "Аҡбуҙат" ипподромы, "Өфө - Арена" Боҙ һарайы, Халыҡтар дуҫлығы йорто файҙаланыуға
       тапшырыласаҡ. Октябрь айында сараларҙы нәҡ ошонда үткәреү ҡ аралған. Был ваҡытҡа тиклем байрамды ойоштороусылар саралар тотҡарлыҡһыҙ һәм шыма үтһен өсөн ҡорамалдарҙы тикшереп өлгөрөргә тейеш.
       Хәмит Мәүлейәров әйтеүенсә, бөтә объекттар, шул иҫәптән
       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Республика клиник дауаханаһының хирургия комплексы, Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының хирургия комплексы, "Көньяҡ" биҫтәһендәге 870 урынлыҡ яңы мәктәп, Рәми Ғарипов исемендәге 1 - се һанлы башҡорт гимназияһы, Базилевкалағы психиатрия дауаханаһы тейешле ваҡытында тапшырыласаҡ, уларҙы төҙөү план буйынса бара. Эштәрҙең төп
       күләме бөгөнгө көнгә "ҡаралама вариантында" башҡарылған да инде.
       Юбилей көндәренә пландаштырылған төп сара - Рәсәй субъекттары етәкселәре һәм РФ Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышы, әлбиттә. Әлеге ваҡытта күсмә Дәүләт Советын үткәреү урыны, юл маршруттары, ҙур ҡунаҡтар ҡараясаҡ социаль
       - мәҙәни тәғәйенләнеш объекттары билдәләнә.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал