6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Алтын арғымаҡтарҙан ҡаҙылыҡ әҙерләнек
30.01.07


       Халыҡ Өфөнөң "Динамо" стадионына "Нефтяник Башкортостана" к омандаһының еңеүенә өмөт итеп түгел, ә донъялағы иң көслө кл убтарҙың береһе булған Мәскәү "Динамоһы" өсөн сығыш яһаусы волейбол йондоҙҙарын күрергә килде. Тамашасы хужалар командаһының Владимир Алекноның алтын арғымаҡтарынан башҡорттарҙың милли аш - һыуына ҡараған ҡаҙылыҡ әҙерләр тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын.
       Чемпионатта бер еңеүгә лө өлгәшә алмаған башҡорт командаһы
       быйылғы сезонда еңелеү белмәгән Рәсәй командаһын артта ҡалдырыуы хаҡында хыялланырға ла тура килмәй ине, әлбиттә. Быға тиклем "Нефтяник Башкортостана" һәм "Динамо" 14 тапҡыр осрашты - һәм һәр осраҡта ла еңеүҙе мәскәүҙәр яуланы.
       Билдәле контораларҙың береһендә букмекерҙарҙың "Динамо" й әки "нефтселәрҙең" еңеүенә ставка ҡабул итмәүҙәре билдәле. С өнки Мәскәү командаһының еңәсәге аксиомаға тиң итеп ҡаралды. Башҡа варианттар бөтөнләй юҡ ине.
       Тәүге партияла өфөлөләр артта ҡала башланы. Старт составында сыҡҡан тәжрибәле Андрей Борозинец яҡшы уйын күрһәтә алманы. "Энергетиктан" тартып алынған "доигровщикты"
       Маричев тиҙ арала ҡатыны һәм улы эргәһенә оҙатыуҙы хуп күрҙ е һәм уның урынына Дмитрий Бакулинды сығарҙы. Оҙон сәсле Өфө егете уйынға еңел инде, әммә "нефтселәргә" ярҙамы бик үк
       һиҙелмәне - 25:19.
       "Нефтяник Башкортостана" командаһындағы рәсәйлеләр туп тапшырыу оҫталығы менән маҡтана алманы. Ике "пушка" ла - Максим Терешин һәм Алексей Казаков - йүнләп "атманылар".
       Нимә эшләргә Һәм шул ваҡыт өсөнсө "пушка" пәйҙә булды. "Динамо" өсөн отошло уйын барышына Тодор Алексиев килеп ҡушылды. Уның биш тапҡыр туп ырғытыуы уҡ "Динамоның" бәкәленә һуҡты. Өфөлөләр алға сыға - бына Мәскәү клубы артыҡ ҡурҡыныс та түгел. Ниңә Маричев зарланғандыр: йәнәһе, Гуанторенаһыҙ ауыр буласаҡ, Алексиев уға еткерә алмай...
       Көйәрмәндәрҙең алҡышлауҙары аҫтында уйын ҡайнай - Бакулин дәһшәтле һөжүм итеүсегә блок ҡуя. Казаков, Алексиев блокта, тағы ла Казаков! Улар иҫәпте 17:10 - дан 20:10 - ға әйләндерә - уңыш кеҫәлә тип әйтергә мөмкин.
       Мәскәүҙәр хужаларға ҡарағанда ла үкенеслерәк иҫәп менән еңелде. Был юлы таблола хужалар файҙаһына - 25:18. "Нефтселәрҙең" бер партияла еңеүе үҙе үк сенсацияға тиң. Хәҙер "Динамо" үҙен ҡулға аласаҡ, Владимир Алекно бер нисә уйынсыны алмаштырасаҡ - һәм өфөлөләрҙең лайыҡлы еңелеүе хаҡында отчет яҙа башларға мөмкин...
       Ауыр көрәш аша булһа ла, икенсе сетта ла еңеү беҙҙең ҡулд а - 25:22. "Нефтяник Башкортостана" партиялар буйынса алға с ыҡты - 2:1.
       Андрей Жеков башҡорт ҡаҙылығын әҙерләү буйынса баш повар ask{o сығыш яһаны. Ул бер кем көтмәгәндә туп индерергә лә, блок ҡуйырға ла өлгөрҙө. Ә пастары - һоҡланып ҡарап торорлоҡ ! Кәрәк икән, партнерын бер ҡулы менән генә буш сеткаға сыға ра ала!
       Киҫкен мәлдәрҙең береһендә Андрей запастағылар эскәмйәһен "тар - мар" итһә итте, әммә тупты ҡулынан ысҡындырманы. Бынан һуң дүртенсе партияла иҫәп 22:19 - ға әйләнде.
       "Динамо" "нефтселәрҙе" ҡыуып етергә маташып ҡараны, хатта
       яҡынайып та алды, әммә Жеков Терешинға тағы бер пас эшләне,
       һәм Макс үҙенә генә хас һалҡын ҡанлылыҡ менән ҡеүәтле блок - аут ҡуйҙы. Еңеү! 25:23 һәм 3:1! Хатта республиканың күрене кле
       шәхестәре лә был минутта балаларҙай ҡыуанды.
       Матчтан һуң баш тренер Владимир Алекно матбуғат
       вәкилдәренә былай тип белдерҙе:
       - Урыҫтар һәр ваҡыт сәбәбен таба - йә юлда килеп арыныҡ, йә тағы берәй һылтау. Ә беҙҙең Өфөгә килгәнгә ике көн инде. Мин үҙемдең команданы беләм һәм кемдең нисек уйнағанын әйтә
       алам. Беҙ еңә алмай инек, сөнки диагональ һөжүм итеүселәрҙе ң уйыны барманы.
       - Егеттәрҙең кемеһе юғары кимәлдә уйнаны
       - Уйынсылар тураһында әйтмәйем - дәғүә белдерә алмайым. Бөгөн нәҡ "Нефтяник Башкортостана" беҙгә үҙебеҙ теләгәнсә уйнарға ирек бирмәне. Хужалар байтаҡҡа көслөрәк булды. Тәүге
       партия еңел бирелде, сөнки өфөлөләр ул ваҡытта үҙҙәренең көсөнә ышанмай ине.
       Шулай итеп, был матчта хужаларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Кузнецов - бына тигән блоктары, Терешин - кәрәкле туптарҙы индерә белеүе, Бакулин - һөжүм итеүҙәге тотороҡлоғо , Казаков - беренсе темптағы һөжүмдәре, Алексиев - урынлы тапшырыуҙары, блоктары өсөн. Жековты тотош уйыны өсөн маҡтарға һәм "камиллыҡтың сиктәре юҡлығын" хәтергә төшөрөргә мөмкин. Артем Ермаков "Нефтяник Башкортостана" командаһының йәшерен геройы тигән исемгә лайыҡ, ул һаҡта бына тигән уйын күрһәтте.
       "Динамола" көслө уйынсы Александр Волковҡа маҡтау һүҙҙәре
       әйтер инем, команда күп осраҡта уның һөжүмдәренә таянды.
       Матчта булмаған кешеләрҙең "ә бит судьялар "Динамоға" еңе ү яуларға ҡамасаулай ала ине", тип әйтеүҙәре мөмкин - бындай ғәйепләүҙәр йыш ҡына яңғырай. Ҡыҙыҡһыныусыларға яуап бирәм -
       судьяларға шулай уҡ плюс ҡуйырға була. Ике яҡҡа ла ярҙам нисбәте тигеҙ булды, йәғни судьяларҙы ышаныслы рәүештә квалификациялы тип әйтергә мөмкин.
       "Динамо" комплексы етәкселәренә лә плюс. Был юлы
       журналистар өсөн матчты күҙәтергә мөмкин булған урындар табылды. Ә бына комплекста һаман да бәҙрәфтә тәмәке тартырға
       рөхсәт итеүҙәре насар, әлбиттә. Беҙҙә закон буйынса йәмәғәт
       урындарында, өҫтәүенә - спорт ҡоролмаһында, тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла, Төтөн яратыусыларҙы урамға ҡыуырға кәрәк, унда
       улар үҙҙәрен генә ағыулаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал