6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостанды өйрәнеүсе ғалим
29.01.07


       Башҡортостандың Фәндәр академияһында Рәсәйҙең билдәле ғалимы Лев Гумилевтың дуҫы Сергей Иванович Руденкоға автографын ҡуйып бүләк иткән бер нисә китабы һаҡлана.
       Лев Гумилевтың исеме, Евразияны өйрәнеүсе ғалим булараҡ, киң билдәле. Шулай уҡ уны шағирә Анна Ахматованың улы булараҡ та беләләр.
       Гумилев үҙенең китаптарын бүләк иткән Сергей Руденко кем һуң
       Сергей Иванович Руденко ( 1885 йыл 28 ғинуар - 1969 йыл 1 6 июль) - билдәле ғалим: тарихсы, археолог, антрополог һәм этнограф.
       Ул 1955 йылда Мәскәү һәм Ленинград Академиздатында
       сыҡҡан "Башҡорттар. Тарихи - этнографик очерктар" китабы авторы.
       Башҡорт ғалимы - этнограф Наил Бикбулатовтың фекеренсә, был китап башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф - ғәҙәттәре, уның йәшәйеше менән яҡынданыраҡ танышырға, башҡорттарҙың баш ҡа халыҡтар менән туғандашлығын аңларға теләүсе һәр кем өсөн кәрәкле.
       Сергей Иванович Руденко Харьковта, хеҙмәткәр ғаиләһендә донъяға килә. Наил Бикбулатов ғалимдың апаһы Вера Сунцова менән хат алыша. Ул ғалимдың биографияһы менән ентекләберәк таныштыра:
       "Хәтеремдә, - тип иҫләй Вера Михайловна, - Сергей Иванов ич ата - бабаларыбыҙ Запорожье яғынан ти торғайны. Холҡондағ ы үҙһүҙлелек, ныҡышмалылыҡ ошонан килмәйме икән.." "Буласаҡ э тнограф һәм археологтың әсәһе Людмила Алексеевна 1895 йылда, Сережаға ун йәш тулғанда, вафат була. Тиҙҙән ғаилә Пермгә күсеп бара, унда балалар ( барыһы алты бала тәрбиәлән ә) гимназияла белем ала башлай.
       Сергейҙың атаһы, Иван Дмитриевич, башҡорт ерҙәренең сиктәрен билдәләү буйынса комиссияға инә. Атай менән ул дуҫтарса мөнәсәбәттә була. "Иван Дмитриевич ... балаларҙы үҙ ҡылыҡтары өҫтөндә уйланырға һәм улар өсөн яуап бирергә өйрәтә. Мәҫәлән, Сережаның тәмәке тартыуын күргәс, атаһы уға : "Бының менән шөғөлләнергә кәрәкмәгәнлеген үҙең күрерһең", - тип кенә әйтә. Тартҡандан һуң егеткә ҡыйын була һәм ул ғүм ере буйына тәмәкене ауыҙына алманы, - тип яҙа Вера Сунцова. Сергей баҫалҡы һәм оялсан кеше була, "дөрөҫ эшләмәүҙән" ҡурҡа. Нисектер Сережаны тәүге төпҡыр өҫтәлгә өлкәндәр менән
       бергә ултырталар. Уның ауыҙына төш эләгә. Һәм ул башҡалар ашап бөткәнсе төштө ауыҙынан сығарырға ҡыймайынса, башҡа аш - һыуҙы тәмләп тә ҡарамайынса ултыра. Һуңынан да Сергей
       Иванович бик оялсан булып ҡала, хата бәләкәй балаларҙан,
       үҙенең туғандарынан да ояла.
       Атаһы, Иван Дмитриевич, балаларға ғаилә намыҫын һаҡларға,
       әхлаҡи юғарылыҡта ҡала белергә өйрәтә. Һәм Сергей Иванович
       ғүмере буйына шундай кеше булып ҡала, көнләшеү, насар ниәттәр алдында ла тотанаҡлығын, юғары намыҫлылығын һаҡлай, ауырлыҡтар, төрлө һынауҙар аша үткәндә үҙ шәхесенә ҡарата ихтирам тойғоһо тыуҙыра".
       Әле гимназияла уҡыған сағында уҡ Сергей каникул ваҡытында
       атаһы менән бергә башҡорт ауылдары буйлап йөрөй, уларҙы фотоға төшөрә, йола һәм ғөрөф - ғәҙәттәрен, риүәйәт һәм әкиәттәрен яҙып ала. 1904 йылда йәш егет Петербург университетына, физика - математика факультеты тәбиғәт бүлегенең география төркөмөнә уҡырға инә. Был ваҡытҡа ул "багаж" да туплап өлгөрә. Студент Руденко 1905 йылда Пермь музейында Пермь губернаһы башҡорттары тураһында доклад менән сығыш яһай. Университетта белем алыу Руденкоға 1906 - 1907 йылдарҙа Башҡортостанға ике тапҡыр экспедиция менән сығыу мөмкинселеген бирә. Экспедицияның маҡсаты Рус музейы ө сөн материалдар туплау була. Маршрут Пермь, Өфө, Ырымбур губ ерналарындағы үтеүе ауыр булған башҡорт улустары, Уралдың та улы - урманлы райондары буйлап үтә. Унда тупланған бай коллекцияға башҡорттарҙың хужалыҡ һәм көнкүрештә ҡулланған төрлө предметтары: һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ, ер һөрөү әйберҙәре, ҡорал, кейем - һалым, биҙәүестәр, музыка ҡоралдары йыйыла. Шулай итеп башҡорттар Рус музейында "прописка" ала. Артабанғы йылдарҙа Руденко сыуаштар, мариҙар , мордва, ханттар, мансиҙар, ненецтар йәшәгән төбәктәрҙә лә булып ҡайта...
       Петербург университетын Сергей Руденко 1910 йылда тамамлай . Уны кафедрала ҡалдыралар. Экспедиция йомғаҡтары ғилми публикациялар, хеҙмәттәр булып теркәлә бара. Уның 1908 - 190 9 йылдарҙа Париж журналында сыҡҡан хеҙмәте "Башҡорттарҙың риүәйәттәре һәм әкиәттәре" тип атала.
       Ғалимдың Башҡортостанға булған ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. 1915 йылда ул "Башҡорттар" монографияһын тамамлай, икенсе йылда у ның тәүге өлөшөн сығара. "Башҡорттар. Этнологик монография т әжрибәһе" темаһы буйынса магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай. Был ваҡытта уның Башҡортостан территорияһында эшләмәүен иҫәп кә алырға кәрәк. Революциянан һуң ул Томск университеты, Пет роград университеты профессоры була, Рус музейы директоры урынбаҫары булып эшләй. Әммә 1928 йылда республиканың тәбиғи ресурстарын, етештереү көстәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн СССР Фәндәр академияһының башҡорт экспедицияһы ойошторолғас, Сергей Иванович уға етәкселек итә.
       Ләкин Башҡортостанда уны бәлә көтә. Илдә ул ваҡытта "тарихсылар - халыҡ дошмандары" эше йәйелдерелә. Беҙ һеҙгә
       Өфөлә һөргөндә вафат булған академик Любавский тураһында һөйләгәйнек инде. Башҡортостанда эшләү ваҡытында Руденконы л а ҡулға алалар һәм ун йылға холоҡ төҙәтеү - хеҙмәт лагерына хөкөм итәләр. Ғалимдың тәжрибәһе һәм белеме Беломор - Балтика комплексында, һуғыш ваҡытында - Ладога күлендә "Тормош юлы" төҙөлөшөндә ярҙам итә. Һуғыштан һуң ул Чукотка ярымутрауына, Таулы Алтайға, Үҙәк Азияға барған экспедицияларға етәкселек итә. Әммә ғалимдың башҡорттарҙың т арихы һәм этнографияһына булған ҡыҙыҡғһыныуы элеккесә һаҡлана. 1952 йылда Руденко экспедиция менән тағы ла Башҡортостанға килә, крайҙың көнкүреше һәм мәҙәниәтендәге үҙгәрештәр менән таныша, яңы әҙәбиәт һәм документтарҙы өйрәнә. 1955 йылда Сергей иванович үҙенең яңы бүлектәр менән
       тулыландырылған "Башҡорттар" монографияһын сығара.
       Был талантлы ғалимдың ижади һәм тормош ҡаһарманлығы була. Уны Руденко элекке "халыҡ дошманы" исемен йөрөткән йылдарҙа әҙерләй. 1957 йылдың 13 декабрендә уның исеме
       аҡлана.
       Һәм ауыр йылдарҙа уға кем ярҙамға килгән тип уйлайһығыҙ Ҡатыны - Нина Михайловна Руденко. 1927 йылда улар өйләнешергә хәл иткәс, Сергей Руденко былай тип әйтә: "Мин үҙем уның өсөн йәшәгән кеүек ,минең өсөн йәшәргә теләгән яҡын кешем булыуын теләйем". Нина Михайловна уның барлыҡ
       экспедицияларында ла ҡатнаша, иренең законһыҙ ҡулға алынған
       йылдарҙа күргән ҡыйынлыҡтарын уртаҡлаша.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал