6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Өфө лә "текә" ҡала
29.01.07


       Студенттар өсөн байрамға тиң Татьяна көнөндә "Өфө уттары" күңел асыу комплексында "Беҙҙекеләрҙе бел!" исеме аҫтында
       үткән рок - фестивалде алты сәғәтлек өҙлөкһөҙ драйв, дәртле көйҙәр һәм күтәренке кәйеф фестивале тип һүрәтләргә мөмкиндер.
       Быйылғы фестиваль - юбилей: ул бишенсе тапҡыр үтте һәм йыйылған тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Йола буйынса, төп ойоштороусы - "Русское радио" радиостанцияһы,
       ул үҙе өсөн хас булмаған был сара менән Өфө рок - мәҙәниәте үҫешенә ярҙам итә.
       Фестиваль "Мөхәббәтте һаҡлағыҙ!" дивизы аҫтында үтте, уның һәр йәштә лә мөһим булыуы менән килешәһегеҙҙер, сөнки мөхәббәтһеҙ тормош үҙенең мәғәнәһен юғалта, төҫһөҙ һәм
       күңелһеҙгә әйләнә. Был девиздың икенсе йүнәлеше лә бар: ул СПИД тип аталған ҡурҡыныс сир таралған осорҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған хәүефһеҙ енси бәйләнештәрҙе яҡлап сығыш яһай. Шуға күрә концертҡа ингән урында тамашасыларға, улар, нигеҙҙә, студенттарҙан тора ине, билдәле фирмала етештерелгә н "һаҡланыу" средстволары тапшырылды. Тәүҙә килеп өлгөргән ике йөҙ бәхетле йәнгә фестивалдең символикаһы төшөрөлгән банданалар һәм значоктар ҙа эләкте.
       "Өфө уттарына инергә теләүселәр мотлаҡ контроль үткән ара ла сәхнәлә марафонға әҙерлек башланды. "Марех" фирмаһында етештерелгән һуҡма ҡоролмалар ҡуйылыуы башҡарыусылар өсөн үҙ е үк уңыштың яртыһы. Быйыл фестивалдә ҡатнашырға дәғүә итеүсе 40 рок - төркөмдән 11 төркөм һайлап алынған. Хэдлайне р сифатында инде халыҡ - ара кимәлгә сығырға өлгөргән "Люмен " төркөмө саҡырылған ине.
       Юбилей концертында ҡатнашыусылар составы был юлы ике этапта билдәләнде. Октябрь айында интернетта йәштәр йомғаҡлау сараһында үҙҙәре күрергә теләгән рок - төркөмдәр өсөн тауыш бирҙе. Ноябрь айында, тәүге этапҡа йомғаҡ яһағандан һуң, ойоштороусылар һәм ҡаланың әйҙәүсе рок - музыканттары үҙ ҡарамағына иң яҡшы тип һанаған йәш
       командаларҙы һайлап алды. Шулай итеп, Өфө тамашасылары алдында билдәле "Люмен", "Год змеи", "Калипсо", "Пиноккио", "Нечто", "Пупсы" менән бер рәттән йәштәр: "Осколки", "Lux@Burg,"Crush Test","Tramplinodin", "Бактериоfag","БТР" төркөмдәре сығыш яһаны.
       Беренсе булып сәхнәгә сығыу хоҡуғы "Год змеи" төркөмөнә тапшырылды, ул фестивалгә кәрәкле темп һәм социаль йүнәлеш бирҙе. Был төркөм композицияларының оригиналь яңғырашына музыкант Роберт Юлдашевтың ҡурайҙа оҫталарса уйнауы ла булышлыҡ итә, был тағы бер тапҡыр бөйөк башҡорт халыҡ инструментының мөмкинселектәре сикһеҙ булыуын дәлилләй. "Год змеи" йырсыһының Владимир Высоцкийҙың тыуған көнөн иҫләүе һәм йырын уға бағышлауы ла ҡыуандырҙы.
       "Люмен" төркөмөндә ысын профессионалдар уйнауы шик тыуҙырмай. Уның республиканан ситтә лә танылыу яулауына
       өфөлөләр ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. "Люмен" программаны тамамланы, шуға күрә уны күреү бәхетенә иң ныҡышмалдар ғына
       ирешә алды.
       Йәш башҡарыусыларҙан "Бактериоfag" төркөмө күңелгә хуш килде, ул интеллигентлы башҡарыу алымдары һәм ентекле һайланған йыр текстары менән айырылып торҙо. Музыка аша һүҙҙәрен дә ишетергә мөмкин, ә бына башҡа төркөмдәр хаҡында быны әйтеүе ҡыйын. Мәҫәлән, "Осколки" һәм "БТР" төркөмдәре ҡ асандыр популяр булған көнбайыш башҡарыусыларына оҡшатырға тырышып тамашасыларҙың ҡолағын ярҙы, үҙҙәренең тамаҡтарын да бөтөрҙө. Шулай уҡ сәхнәлә брейк - данс элементтарын хәтерләткән бейеү башҡарырға ла маташтылар. Былар барыһы ла етди тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер, тип уйламайым. Әйтелгән төркөмдәр сығышы ваҡытында улар ҡыйын булһа ла залдан сығып, фойела саф һауа һулап инергә тырышты.
       Фойела иһә, сәхнә янындағы кеүек үк, броун хәрәкәте тамамланманы. Күптәр фестивалгә аралашырға йәки үҙҙәрен күрһәтергә генә килгәндер, тигән тәьҫорат ҡалды. Башында әтә с кикреге эшләгән йәки сәстәре сыуалып бөткән егеттәр тегелә й - былай йөрөй. Йәштәрҙең күпселеге - егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа
       - кис буйы тәмәкенән айырылманы. Хәйер, саранан башҡаны көт өргә лә түгел, шуға ул рок - фест тип атала ла, бында һәр кем күңеленә оҡшағанса ял итә.
       Һәр рок - төркөм үҙенең ярты сәғәтлек сығышы өсөн ( плюс - минус илле минут) бағыусыларҙан шәп бүләктәр алды - заманса ноутбуктар һәм музыка ҡоралдары. Билеттар һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшө, үткән йылдағы кеүек үк, ата - әсәләре баш тартҡан ВИЧ - инфекциялы балаларға тапшырыласаҡ.
       Һис һүҙһеҙ, 2007 йылғы рок - фестиваль үҙенең төп бурысын үтәне: башҡарыусыларыбыҙҙың нимәгә һәләтле булыуын күрһәтте, йәштәргә үҙ тамашасыһын табырға, билдәле музыканттарға өфөнөң дә "текә" ҡала булыуын иҫбатларға ярҙам
       итте. Белгән кешеләр раҫлауынса, Өфөлә рок - музыка үҫеше Мәскәү, Питер йәки Екатеринбургтан бер ҙә ҡалышмай.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал