6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Законлы акценттар
29.01.07


       Үҙ алдыңа реаль маҡсаттар һәм аныҡ йүнәлештәр ҡуйыу - билдәләнгән юлдың яртыһын үтеү тигән һүҙ. БР Президентының парламентҡа һәм халыҡҡа яңы Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итер
       алдынан уҡ эксперттар ышаныслы рәүештә төбәк башлығының унан алдағы "Халыҡ тормошоноң яңы сифатына" ( Республикала хәл - торош һәм уның 2006 йылдағы төп үҫеш йүнәлештәре тураһында) мөрәжәғәтенең тулыһынса үтәлеүен билдәләне.
       Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев яҙғы сессияның тәүге ултырышында әйтеүенсә, Мөрәжәғәтнамәнән тыш дәүләт үҫешенең төп векторҙарында ориентир билдәләүе ауыр, сөнки ул - "халыҡтың бөгөнгө хәл - торошо, республикан ың йәмәғәт - сәйәси һәм социаль - иҡтисади үҫешенең быйылғы һәм алдағы йылдарға төп йүнәлештәрен тәрән һәм комплекслы анализлау булып тора". Һәм башҡарылғанға йомғаҡ яһау - халыҡҡа һәм парламентҡа үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп социаль - сәйәси тезистарының беҙҙең төбәк йәмәғәтселеге тарафынан нисек тормошҡа ашырылыуын күреү маҡсатында тағы бе р тапҡыр артҡа әйләнеп ҡарау өсөн бына тигән һылтау ул. Һис һүҙһеҙ, төп положениелар быйылғы Мөрәжәғәтнамәгә лә инәсәк. Мәҫәлән, "халыҡтың йәшәйеш сифаты һәм кимәлен күтәреү" - һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Әммә ҡалғандары - партияның дәүләт төҙөлөшөндә һәм халыҡ тормошонда ҡатнашлыҡ дәрәжәһе, йәки илебеҙ Конституцияһында ҡаралған Рәсәй Федерацияһы һәм уның субъекттары араһындағы мөнәсәбәтте камиллаштырыу, йәки "ысын мәғәнәһендә дөйөм Рәсәй байрамы" -
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә
       450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек, - барыһын да күҙ алдына килтерергә һәм, иң мөһиме, - көндәлек йәшәйештә тормошҡа ашырырға мөмкин.
       "Закондар сығарыу акттары артабан да халыҡ ихтыяждарына яуап бирергә тейеш. Парламентарийҙарға закон проекттарына тейешенсә экспертиза үткәреү, уларҙы ҡабул итеү эҙемтәләрен күҙаллауҙы тәьмин итеү кәрәк", - тип әйтелә Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендә.
       Башҡортостандың закон сығарыусылары үткән йыл буйына Мөрәжәғәтнамәнең төп положениеларын норматив акттар менән ны ғытты, һәм быйыл да был эшен туҡтатманы. "Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында", "Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тураһында", "Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында" һәм башҡа закондарға үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоусы айырыуса ҙур
       әһәмиәткә эйә булған закондар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы йөкмәткеһен яңы редакцияла тормошҡа
       ашырыуға йүнәлтелгән.
       Көҙгө сессия барышында парламент Президиумының ете ултырышы үткәрелде, уларҙа 168 һорау ҡаралды. "Башҡортостан Peqosakhj`һында торлаҡ - коммуналь комплексы үҫешенең хәл - торошо һәм перспективалары тураһында" темаһына бик мөһим "Хөкүмәт сәғәте" үткәрелгән. Дәүләт Йыйылышы даими рәүештә өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса парламент комиссиялары биргән мәғлүмәтте тикшерҙе - сөнки был да Мөрәжәғәтнамәлә күрһәтелгән приоритеттарҙың бер өлөшө.
       Парламент үткәргән биш пленар ултырышта 93 закон проекты ҡаралған, 52 закон ҡабул ителгән, бөгөнгө көнгә уларҙың 42 - һенә Башҡортостан Республикаһы Президентының ҡултамғаһы ҡуйылған. Даими комитеттарҙың 30 ултырышы уҙған, һығымталар һәм баһалама ебәреү менән 318 федераль закон проекты, шулай уҡ 137 закондар сығарыу инициативаһы ҡаралған. Парламент граждандар, дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләренән килгән 1021
       мөрәжәғәтте тикшергән.
       "Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт кадрҙары менән эш алып барыу кәрәк. Республика дәүләт хеҙмәте вазифалары реестрын раҫлау һәм яҡынса вазифалар регламентын ҡабул итеү мотлаҡ", - тип, муниципаль реформаның әһәмиәтлелеген раҫлаусы һәм властың граждандар алдындағы яуаплылығын һыҙыҡ аҫтына алыусы күрһәтмә бирелә Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә. "Һәр кеше власть эшмәкәрлеге хаҡында белергә, үҙенең фекере иҫәпкә алыныуын күрергә хоҡуҡлы". Шуға күрә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар хаҡындағы Кодексына һиҙелерлек
       үҙгәрештәр индерҙе, "Башҡортостан Республикаһында
       граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында", "Урындағы үҙидара о ргандарына административ комиссиялар булдырыу һәм уларҙың эш мәкәрлеген тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт вәкәләттәре биреү тураһында" республика закондары ҡабул итте.
       Урындағы үҙидара реформаһы йүнәлешендә парламентарийҙар " Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәттең муниципаль вазифалары исемлеге тураһында", "Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым
       дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында" закондарға, шулай уҡ урындағы үҙидара, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен көйләүсе башҡа акттарға ла кәрәкле
       төҙәтмәләр индерҙе.
       Башҡортостан Республикаһының тирә - яҡ мөхитте һаҡлау һәм
       төбәк экология сәйәсәте тураһындағы закондар өлкәһендәге эшмәкәрлегенең федераль кимәлдә ыңғай баһа алыуын билдәләргә кәрәк. Дәүләт Думаһының Экология буйынса
       комитеты ҡарарында билдәләнеүенсә, Башҡортостандың төбәк ҡануниәте тирә - яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә иң үҫешкәндәр иҫәбенә инә. Төбәктә Рәсәй Федерацияһында ла аналогтары булмаған республика закондары эшләп килә.
       "Рәсәй Федерацияһы һәм уның субъекттарының илебеҙ Конституцияһында ҡаралған килешеү мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлеше булып ҡала", - Мөрәжәғәтнамәлә башҡарма һәм закондар сығарыусы власть өсөн билдәләнгән маҡсаттар республиканың федератив төҙөлөштә туплаған тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһы Президенты Вл адимир Владимирович Путиндың вәкәләттәрҙе төбәктәр, федерация субъектарының үҙаллылығын һәм уларҙың илебеҙ тормошондағы ролен арттырыу файҙаһына билдәләү бурысы менән ауаздаш булып яңғырауын дәллиләй. Дәүләт Йыйылышы
       РФ Президентына "Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһындағы килешеү мөнәсәбәттәрен яңыртыу тураһында" мөрәжәғәтен юҡҡа ғына нәҡ 2006 йылдың һуңғы
       айҙарында йүнәлтмәне. Шулай уҡ республикала Договор тексын
       әҙерләү менән шөғөлләнеүсе комиссия төҙөлгән.
       "Дәүләт органдары, предприятие һәм учреждение етәкселәре
       киң мәғлүмәт сараларының сығыштары буйынса тиҙ арала сара күргән элекке практикаға әйләнеп ҡайтырға кәрәк. Граждандарҙ ы ҡабул ителгән ҡарарҙар менән әүҙем таныштырыу мотлаҡ", - т ип йүнәлеш бирҙе Мөрәжәғәтнамәлә Мортаза Рәхимов. Үткән йылда республика тормошонда булып үткән ике мөһим ваҡиға президент наказының әһәмиәтен тулыһынса баһаларға мөмкинселек бирҙе. Рәсәйҙең иң "өлкән" гәзиттәренең береһе
       булған "Республика Башкортостан" үҙенең йөҙ йыллығын билдәләне, ә йыл аҙағында БР Журналистар союзының 16 - сы съезы булып үтте.
       Республикала 750 баҫма гәзит - журналдар һәм йөҙ ярым электрон киң мәғлүмәт саралары теркәлгән. Өстән бер өлөшө республика, өстән бере - федераль һәм тағы ла өстән бере - ҡ ала һәм район статусына эйә. Периодика республикала йәшәүсе
       халыҡтарҙың алты телендә сығарыла. Ә төбәк үҙе лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң күп уҡыусылар иҫәбенә инә.
       Съезд яҙмыш үҙе үк баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары
       мөхәррирҙәре өҫтөнә һалған ҙур бурыстарҙы аңлау һәм улар өсөн яуаплылыҡ билдәһе аҫтында үтте. БР Президентының дәүләт советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов иғтибарҙы "дүртенсе власть"
       эшмәкәрлегенең ориентирҙарына йүнәлтте.
       "Публицистика трибунаһын, "дүртенсе властың" бөтә
       мөмкинселектәрен көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү, шәхестең э шлекле һәм әхлаҡи тәжрибәһен таратыу, йәмғиәт һәм власть
       араһындағы диалогты киңәйтеү, хоҡуҡи демократик дәүләтте нығытыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен тормошҡа ашырыу өсөн һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк. Башҡортостандың үҙ
       ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек осоронда былар барыһы ла айырыуса мөһим, - тип билдәләне төбәк башлығы. - Журналистарға беҙҙең күп милләтле дәүләтебеҙҙең тарихи тәжрибәһен тағы ла әүҙемерәк һәм тулыраҡ асырға, йәмәғәтселек аңында федерализм, патриотлыҡ, халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы идеяларын нығытырға кәрәк".
       Әйткәндәй, Мортаза Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуы - федераль әһәмиәткә эйә булған мөһим тарихи ваҡиғаны лайыҡлы байрам итеү буйынса билдәләнгән курс сиктәрендә ҙур бурыс нәҡ журналистар корпусы иңдәренә төшә. Ул дөйөм Рәсәй байрамының идея һәм әхлаҡи йөкмәткеһен төрлө яҡлап яҡтырта, уның тарихи әһәмиәтен, юғары рухи, патриотик мәғәнәһен илебеҙ халҡына еткерә. Нәҡ журналистар халыҡҡа "башҡорттарҙың урыҫтар һәм башҡа халыҡтар менән бергә һәр
       ваҡыт Ватан һағында тороуы, ә Рәсәй менән ҡаҡшамаҫ берлеге быуаттар төпкөлөндә килешеү ептәре менән нығытылыуы тураһында һөйләй".
       Журналистар граждандарҙы республикала ҙур юбилей объекттары төҙөү һәм милли - мәҙәни төҙөлөш барышы буйынса мәғлүмәт менән тәьмин итә. Яңы Мөрәжәғәтнамә яңы йүнәлештәр билдәләйәсәк, әммә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар мәнфәғәтендә сәйәси - социаль үҫеш динамикаһының уртаҡ йүнәлеше һаҡланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал