6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Конкурентлыҡ - иҡтисадтың этәргес көсө
26.01.07


       Иҡтисад дәреслеген асып ҡарарға ла кәрәкмәй, конкуренцияның
       иҡтисад үҫеше өсөн төп шарт булыуы былай ҙа барыһына ла мәғлүм. Әммә был постулатты аңлау уны ысынбарлыҡта ҡулланыу факторы булып тормай. Бәлки шуғалыр ҙа бай тәбиғи ресурстар,
       көслө иҡтисади һәм геосәйәсәт потенциалына эйә булып та Рәсәй һаман үҫешкән илдәрҙе ҡыуып етә алмай. Миҫал өсөн беҙҙең төбәкте ҡарайыҡ. Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән субъекттарының береһе, әммә беҙҙең бизнес - берләшмә үҙенең конкурентлыҡ өҫтөнлөктәрен тулы кимәлдә файҙалана алһа, иҡтисад үҫеше темптары ла юғарыраҡ була алыр ине. Конкуренцияның иҡтисад үҫеше өсөн яҡшы икәнен аңлау бар, әммә бына тулы ҡиммәтле конкурентлыҡ мөхите булдырыу өсөн Рәсәйҙең закондар сығарыу платформаһын йөҙ процентҡа файҙаланыу күҙәтелмәй.
       Һөҙөмтәлә - конкурстарҙа еңелеү, монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу өсөн штрафтар формаһында иҡтисадҡа килтерелгән зыян, күрше төбәктәр баҙарына инеү мөмкинселеге булмауы һағалай.
       Сәбәптәре, әйтелгәнсә, закондар сығарыу базаһын һәм уның менән файҙалана белмәү, файҙаланырға теләмәү.
       Үткән йылда Рәсәйҙә конкурентлыҡты һаҡлау һәм реклама тураһындағы яңы закондар үҙ көсөнә инде, Башҡортостан территорияһында уларҙың үтәлешен Федераль монополияға
       ҡаршы хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы күҙәтә. Тауарҙар ҡайтарыуға заказдар биреү өлкәһен контролдә тотоу, дәүләт һә м муниципаль ихтыяждар өсөн хеҙмәтләндереү күрһәтеү ҙә ошо ведомствоға йөкмәтелгән. Әммә яңы закондар индереү менән бергә монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу буйынса асылған эштәр һаны ла арта бара. Мәҫәлән, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2006 йылдағы эштәр һаны, 2005 йыл менән сағыштырғанда, 70 процентҡа - 477 - гә тиклем
       - артҡан.
       Мәҫәлән, торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүлеүҙә ҡағиҙәл әр боҙоуға бәйле эштәр барлыҡҡа килде. Уларҙың сәбәбе - муниципалитеттарҙағы яңы кешеләр. Вәкәләттәрҙе сикләү индерелеүе менән күп кенә функциялар уларға тапшырылған, әммә муниципаль берәмек хакимәттәре башлыҡтары йыш ҡына улар тураһында бер нимә лә белмәй, һәм ҡарарҙы (законды боҙоп) ҡала һәм район хакимиәттәре ҡабул итә. Мәҫәлән, үткән йылда Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының 34 норматив - хоҡуҡ акт проекттарын тикшергән,
       23 проект буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр әҙерләнгән.
       Хәйер, участкалар буйынса ла хәҙер аукциондар үткәрелергә тейеш, әммә бөгөнгө көнгә тиклем участкаларҙы "элеккесә"
       бүлеү факттары осрай - кем беренсе мөрәжәғәт иткән, таныш - белештәре ҡайҙа эшләй һ. б.
       Конкурстар үткәрелгән осраҡтарҙа ла ( участка бүлеүгә ген ә түгел) ҡануниәтте боҙоуҙар осрай. Ҡайһы берҙә конкурс комиссияһы ағзалары киң мәғлүмәт сараларында тендер хаҡында мәғлүмәт бирмәй, һәм хәбәр унда ҡатнашыуы мөмкин булған һәр кешегә барып етмәй, был шулай уҡ ҡағиҙә боҙоуға тиң. Йәк и конкурста ҡатнашыусыларға ҡуйылған талаптарҙа ҡануниәттә раҫланмаған шарттар тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә заказсы конкурс объектив һәм законға ярашлы үткән осраҡта мөмкин булған
       хеҙмәтләндереүҙәрҙе тейешле хаҡҡа алыуҙан мәхрүм ҡала. Былар барыһы ла закондарҙы белмәгәндән йәки уларҙы аңламағандан килә.
       Хәйер, йыш ҡына комиссия ағзалары күрәләтә ошондай ҡағиҙә
       боҙоуҙарға бара, тип таный Зөлфирә Аҡбашева. Ә был инде коррупция тип атала.
       Тағы бер хәүефле мәл - баҙарҙа тотҡан урындан файҙаланып монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу. Үткән йылда монополияға ҡаршы ведомство килешеүҙең отошһоҙ шарттарын көсләп тағыу, к илешеүҙән нигеҙһеҙ баш тартыуға бәйле 35 ошондай эш ҡараған.
       Тауар баҙарҙарында, финанс хеҙмәтләндереү баҙарында шулай
       уҡ намыҫһыҙ конкуренция факттары етерлек. Реклама тураһында
       законға ла барыһы ла ҡолаҡ һала тип әйтеп булмай. 132 ҡағиҙ ә
       боҙоу рәсми рәүештә теркәлеү үткән. Был матәм көндәрендә рекламалау, киң мәғлүмәт сараларында "реклама хоҡуҡтарында" махсус билдәһе ҡуйылмау, әҙәпһеҙ реклама һәм башҡаларға ҡағыла.
       Бер яҡтан ҡарағанда, ҡануниәтте белмәү, бәлки, бик ҙур проблема ла түгелдер, ваҡыты еткәс, барыһын да төшөнәсәкбеҙ һәм өйрәнәсәкбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең юридик наҙанлығыбыҙҙы файҙаланып, республика бизнесын ҡулға алырға маташыусылар өсөн "Троян аты" ролен үтәй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал