6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Һәр кем өсөн бер аҙ яҙ моңо
26.01.07


       Джаз - ул һеҙҙә ниндәй тойғолар уята Яҙ, мөхәббәт, ирек,
       бәхет... Был сәнғәтте яратыусы, бер концертты ла ҡалдырмаҫҡ а тырышыусы кешеләр һаны артҡандан арта. Джаз көйө һәр ваҡыт
       яңы асыш булып яңғырай, шуға күрәлер ҙә һәр концертта тамашасылар залы тулы була. Өфөнөң иң йыш ҡунаҡтарының береһе булған Даниил Крамерҙың ошо көндәрҙә үткән концерты ла халыҡты күп йыйҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залындағы аншлаг үҙен аҡланы - концерт еңел, яҙғы һәм ысын мәғәнәһендә джаз байрамына әйләнде. Был юлы Крамер ғәҙәттән тыш аҙ һүҙле булды, хәйер, американ Рич Гудс (контрабас) һәм Олег Бутман (һуҡма инструмент) компанияһында
       һүҙҙәр кәрәкмәйҙер ул. Бары тик мөғжизәле, әсир итеүсе көй генә ҡала...
       Крамерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, кем менән генә уйнамаған һәм ниндәй генә фантазияға көй яҙмаған "джаз тамырлы лирик" Рич Гудс залды һоҡланыуҙан телдән яҙҙырҙы. Продюсер, башҡарыусы, музыкант, инженер - ул биш йәшендә уйнай башлай.
       Сәхнә карьераһын Рич үҙенең тыуған ҡалаһы Питсбург клубтарында электр гитараһында уйнап башлай. Билдәле джаз оҫталарында белем ала һәм тиҙҙән үҙе лә Нью - Йоркта күренекле джаз белгесенә әйләнә. Өфөлә ул тәүге тапҡыр һәм көтөлмәгән импровизациялар фейерверкы менән тыңлаусыларҙы бе р күреүҙә әсир итте. Уның контрабастағы солоһы үҙе ни тора! Тыңлаусыларҙың береһе әйтеүенсә, уның солоһы - көнсығыш көйҙәренә һалынған нәфислек, һағыш һәм хыял.
       Олег Бутман - һуҡма инструменттарҙа башҡарыусы. Башта балалайкала уйнай башлай, әммә уның өлкән ағаһы, билдәле саксофонсы Игорь Бутманға барабансы кәрәк була. Олег тиҙ арала яңы һөнәр үҙләштерә, һөҙөмтәлә ысын оҫтаға әйләнә. Ул Игорь Бутмандың джаз квинтетында 1984 йылдан 1987 йылға тиклем уйнай. Артабан Америкаға юл тота һәм Билли Тайлор, Гровер Вашингтон һәм Пэт Мэтэни кеүек йондоҙҙар менән сығыш яһай башлай. Был һайлауын музыкант музыкаль юлының мөһим этабы тип атай, сөнки ул Нью - Йоркта джаз нигеҙҙәрен төшөнөү мөмкинселегенә эйә була. Уның экспрессив, шаян
       уйыны Ричтың бас гитараһы һәм Крамерҙың фортепиано симфонияларына ҡушылып яҙғы мөғжизә тыуҙырҙы - кешеләргә шат лыҡ, байрам, сағыу тәьҫораттар һәм яҡты өмөттәр бүләк итте.
       Даниил Крамер үҙе даими рәүештә төрлө радио һәм телекомпаниялар менән хеҙмәттәшлек итә, Чайковский исемендәге концерт залында "Даниил Крамер менән джаз кисәләре", Мәскәү консерваторияһының ҙур залында "Академик з алдарҙа джаз көйө" һ. б. кеүек төрлө музыкаль проекттарҙың илһамландырыусыһы һәм етәксеһе лә булып тора. Ул Рәсәй
       ҡалаларындағы күп кенә филармония залдарында, шул иҫәптән Ө фөлә лә, джаз филармония абонементтары идеяһын тормошҡа ашыр Гы. Музыкант "Розовая пантера" джаз фестиваленә ваҡыттың аҙ ҡалыуын белдерҙе. Яҙын ул ҡалабыҙға йәш, өмөтлө һәм ҡалабыҙҙа инде билдәле булған музыканттар - саксофонсы
       Анна Королева һәм фэнк - джаз башҡарыусы скрипкасы Феликс Л ахутиҙы алып киләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал