6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // САУҘА

"Зианчура" - Өфөнөң көньяҡ сауҙа ҡапҡаһы
05.02.04


       Күптән түгел, дөрөҫөрәге, үткән йылдың июль айынан башлап
       Башҡортостандың башҡалаһында "Ейәнсура" сауҙа йорто эшләй б ашланы. Сығышым ошо райондан булғас, миндә лә был йорт ҡыҙыҡ һыныу тыуҙырҙы, әлбиттә. Бер ҡарауға ябай магазин тип уйларғ а була. Тик уның тәү ҡарауға күҙгә салынмаған айырым үҙенсәл ектәре лә бар икән шул. Бәлки Ейәнсура районының урман - тау ға бай тәбиғәтендә тыуып үҫеүселәр генә был сауҙа залында т ыуған райондың үҙенә генә хас биҙәктәрен күрәлер. Иң башта у л бында эшләүсе персоналдың мөләйемлелегендә, һәр кешене йыл майып ҡабул итеүҙәрендә, юғары культуралы хеҙмәтләндереүендә
       сағыла. Бынан тыш Ейәнсура урман хужалығы оҫталары эшләгән төрлө сувенир, ағастан эшләнгән һауыт - һабалар ҙа тыуған яҡ ты хәтерләтә. "Зианчуринская" тип исемләнгән шифалы минерал ь һыуҙы ла Өфөнөң башҡа магазиндарынан табып булмай, бары о шо йортта ғына һатыла ул.
       Был сауҙа йортоноң асылыу тарихы менән бер аҙ таныштыры п үтеү артыҡ булмаҫтыр. Бер йәйге көндә сығыштары Ейәнсура районынан булған бер нисә кеше яҡташтар ойошмаһы төҙөргә бу ла. Өфөлә йәшәүсе билдәле яҡташтарҙың - яҙыусы, шағир, арти ст, ғалим, рәссам, журналист, табиб, педагог, музыкант, студ ент, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙарҙың исемлеген төҙөүгә күп
       көс һалына. Республикабыҙ башҡалаһында йәшәүсе ейәнсуралар бик күп булып сыға. Өҫтәүенә улар барыһы ла тыуған яғын һағы на, райондарына ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә лә әҙер, тик ойош тороусы булмағанлыҡтан бер - береһе менән аралашмайҙар икән.
       Ошо эште яҡташтар идараһы үҙ өҫтөнә ала ла инде. Уны йәмәғә т ойошмаһы итеп теркәүгә генә лә йылдан ашыу ваҡыт китә. Был
       йәһәттән Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Р әшит Әлмөхәмәтов ҙур эш башҡара. Бер йыл элек БР Юстиция мин истрлығында республика йәмәғәт ойошмаһы тигән статусҡа эйә б улғас, яҡташтар ойошмаһының коммерция эшмәкәрлеге менән шөғө лләнергә мөмкинселеге лә барлыҡҡа килә. Һәм бына үткән йылды ң июль айында ниһайәт районыбыҙҙың сауҙа йорто ла асылды. Ун ың рәйесе итеп Рәхим Мәһәҙиев һайланды.
       Яҡташлыҡ идараһы йыл да Башҡорт дәүләт филармонияһына би лдәле ейәнсураларҙы һәм, ғөмүмән, яҡташтар менән осрашырғате ләк белдереүсе барыһын да йыя. Әйткәндәй, филармонияның худо жество етәксеһе вазифаһын инде күп йылдар дауамында Ейәнсура
       егете Салауат Итбаев башҡара. Ул. үткән йылда яҡташтар ойош маһы рәйесе посын алып барған Рәшит Әлмөхәмәтовты алмаштырҙы . "Ейәнсура" сауҙа йорто ҡатнашлығында үткәрелгән тәүге сара
       булып үткән йылдың 20 декабрендә үткән ейәнсуралар осрашыуы
       торҙо ( сауҙа йортоноң уставы буйынса, йыйылған аҡсаның 15 проценты яҡташтар ойошмаһы иҫәбенә күсерелә). Кисәнең геройҙ ары булып 70 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән күренекле ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре доктор ы Ирек Аҡманов, БР атҡаҙанған артисткаһы, Башҡорт дәүләт фил армонияһы солисткаһы Мәғфирә Ғәлиева, фән эшмәкәре, БР халыҡ
       мәғарифы отличнигы Абдулла Илтенбаев, "Башҡортостан уҡытыус ыһы" журналының баш мөхәррире Сәлимйән Ғүмәров һәм үткән йыл
       Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған билдәле ә ҙип Марат Кәримов торҙо. Юбилярҙар исеменә был кисәлә бик кү п йылы һүҙҙәр әйтелде. Сығыштар Ейәнсура районынан сыҡҡан би лдәле артистарҙың концерт номерҙары менән аралаштырып алып б арылды. Улар араһында Вәлит Илембәтов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ар тур Туҡтағолов, Лилиә Ишемйәрова, Байрас Абдуллин, Салауат Ҡ усҡарбаев, Филүс Ҡаҙаҡбаев, Лилиә Ҡолмөхәмәтова, Хәмит Телә мов һәм башҡалар булды.
       "Ейәнсура" сауҙа йорто хеҙмәткәрҙәренең хәл ителмәгән п роблемалары ла етерлек, әлбиттә, әммә улар киләсәккә пландар
       менән янып йәшәй.
       - Сауҙа йортон киңәйтергә, кафе асырға уйлайбыҙ, быны ң өсөн майҙан етерлек, - тип һөйләй сауҙа йортоноң рәйесе Зи лә Садиҡова. - Итте үҙебеҙҙең райондан килтерәсәкбеҙ. Күмәрт әләп һатыуҙы ла юлға һалырға ине, был йүнәлештә тәжрибә лә б ар - үткән йыл Ейәнсура картуфы менән һатыу иттек, беҙҙә был
       продукт бик тәмле, экологик яҡтан таҙа, шуға күрә бик тиҙ а лып бөттөләр. Ғөмүмән, хәҙер беҙҙең маҡсат "Ейәнсура" сауҙа йортоноң үҙ тауар билдәһен булдырыу. Үткән йыл бынан тыш бор онғо рецептар буйынса эшләнгән ҡорот менән һатыу иттек, йәйг еһен ҡымыҙ, буҙа, башҡа милли продукттар һатырға планлаштыра быҙ. Яҡташтар беҙгә ярҙам итер тигән теләк һәм ышаныста ҡала быҙ.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал