6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уйнап туйҙыҡ
26.01.07


       Республика парламентының яҙғы сессияла үткәргән тәүге пленар ултырышы, Өфөлә уйын бизнесын бөтөрөүҙе иҫәпкә алмағанда, артыҡ ҡыҙыу яңылыҡтар алып килмәне. Депутаттар 16
       закон проекты ҡараны, уларҙың яртыһы тәүге уҡыуҙа ҡаралды.
       Сессияны БР Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев республика ҡануниәтенең хәл - торошо һәм үҫеш перспективалары тураһындағы аналитик доклады менән асты. Авторҙар коллективы Башҡортостандағы закондар сығарыу процесының һәр бер мөйөшөн бик ентекле яҡтыртты, башҡа урында һәм башҡа ваҡытта уны бер һүҙһеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы урынына уҡырға мөмкин булыр ине. Әммә Константин Борисович билдәләүенсә, эштәр әле тағы бер нисә депутаттар саҡырылышына етерлек. Докладтың айырым брошюра фо рмаһында сығарыласағы һәм, һис шикһеҙ, һәр халыҡ һайланыусыһы һәм дәүләт хеҙмәткәре өсөн өҫтәл китабына әйләнәсәге хаҡында быға тиклем дә яҙғайныҡ инде.
       Парламентарийҙар Мәләүез ҡалаһы һәм районында, Күгәрсен һәм Саҡмағош райондарында мировой судья вазифаларына дүрт ка ндидатты раҫланы. Артабан депутаттарҙың яртыһы тип әйтерлек тәүге тапҡыр Башҡортостандың Контроль - иҫәпләү палатаһының 2006 йылға эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһындағы
       отчетын тыңланы. Аудиторҙар бюджет средстволарын һәм бюджеттан тыш средстволарҙы тотоноуҙа 336 миллион һумлыҡ
       ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡлаған - үткән йыл менән сағыштырғанда, был тиҫтәләрсә миллион һумға кәмерәк.
       "БАШвестЪ" республикала көндөҙгө сәғәттә һәм кистәрен көслө спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү тураһындағы ҡарар депутаттарҙың ҡаршылығын осратмауы хаҡында хәбәр иткәйне инде. Шулай уҡ парламентарийҙар террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия рекомендацияларына ярашлы, "Сауҙа эшмәкәрлеге тураһында" законға төҙәтмәләр индереү менән килеште. Хәҙер персоналдың һәм һатып алыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн сауҙа урыны хужаһы яуап бирәсәк.
       Билдәле булыуынса, ҡомар һәм уға эйәреп килгән алама ғәҙәттәр индустрияһына ҡаршы бөтә Рәсәйҙә көрәш алып барыла.
       1 ғинуарҙан башлап Башҡортостанда ла "БР территорияһында уйын бизнесы объекттарын ойоштороу һәм урынлаштырыу тураһында" закон эшләй башланы.
       - Дөрөҫөн әйткәндә, баш ҡалала уйын бизнесын көйләү 2004 йылда уҡ башланды. Ул ваҡытта ҡала советы уйын автоматтары залдарының урынлашыуы тураһында махсус положение ҡабул итте, артабан уның нисек үтәлеүен күҙәтеүсе ҡала комиссияы барлыҡҡа килде. Былар барыһы ла ул ваҡытта уҡ ҡала халҡының казинолағы шау - шыуға зарланыуы арҡаһында барлыҡҡа килде, клубҡа үҫмерҙәрҙе һәм пенсионерҙарҙы индереүҙе сикләүҙәрен һ орап мөрәжәғәт итеүҙәр ҙә күп булды. Криминоген хәлдең көндән - көн киҫкенләшеүе билдәләнде, - ти Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. - 2004 йылдан башлап
       Өфөнөң уйын клубтарында 179 енәйәт ҡылынған. Положение
       барлыҡҡа килгәндә, Өфөлә өс меңгә яҡын уйын автоматтары иҫәпләнә ине. Баҙарҙар, магазиндар һәм туҡталыштарҙағы автоматтарҙың алыныуы бик яҡшы. Әммә судтар уйын автоматтары залдарының майҙанын сикләүгә ҡаршы төштө. Уйын к лубтарының һаны тағы ла 120 - гә тиклем артты, уларҙа биш ме ң уйын автоматтары барлыҡҡа килде.
       Ҡала башлығының хикәйәләүе закон йомшаҡ һәм килешеүсән булғанда, ҡомар һәм уға бәйле алама ғәҙәттәрҙең сигенгән позицияларын тиҙ арала яңынан биләүен күрһәтте. Әммә тиҫтәләгән мең халыҡты үҙ ауына сорнарға маташҡан ҡомарлы эшҡыуарлыҡҡа ҡаршы ла сара табырға мөмкин.
       - Республика законы ҡабул ителгәс, барыһы ла үҙгәрҙе. Ноя брь - декабрь айҙарында беҙ 120 уйын автоматтары залдарының барыһын да тикшереп сыҡтыҡ һәм уларҙы 2007 йылдың 1
       ғинуарынан башлап ҡағиҙәләр киҫкенләшеүе, ә перспективала ҡалала уларҙың бөтөнләй ҡалмаясағы хаҡында иҫкәрттек. Бөгөн 89 уйын автоматтары залы һәм алты казиноның дүртәүһе ябылған , - тип отчетын дауам итте Павел Рюрикович. - 63 уйын клубы ның реклама вывескалары алынған. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң эске
       эштәр идаралығына уйын автоматтары залдарының төндә законһыҙ рәүештә эшләүе хаҡында мәғлүмәт килә. Һөҙөмтәлә уларға электр, һыу һ. б. биреүҙән туҡтатыла. Бөгөн уйын бизнесының барлыҡ объекттары ла тип әйтерлек айырым капиталь ҡоролмаларҙа урынлашҡан. Һәм властар менән диалог та яйға һалынды. Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр тәшкил иткән биналар бушатылған, уларҙы хәҙер офис, магазин һ.б. өс өн файҙаланырға мөмкин.
       Ҡомарлы уйын бизнесы яңы ҡағиҙәләр буйынса уйнарға әҙер,
       һәм үҙгәргән талаптарға ярашлы уйын залдары асыуға 40 - тан ашыу ғариза бирелгән дә инде.
       Дәүләт Йыйылышы депутаттары Өфө менән генә сикләнмәҫкә хәл итте, улар хөкүмәттән парламенттың киләһе ултырышында Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында ҡомарлы
       уйындарға ҡаршы закондың үтәлеше хаҡында отчет биреүен
       һораны.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары,
       федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль
       органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре
       ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал