6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Элемтә тарифтары үҙгәрә
25.01.07


       Рәсәйлеләр тағы ла һайлау алдында тора: телефон элемтәһе өсөн түләгәндә ғазап кисермәҫ өсөн ниндәй тарифҡа өҫтөнлөк бирергә Ғинуар айының аҙағында стационар телефон буйынса минималь (абонент) хаҡ түләп, йәнең теләгәнсә һөйләшеү мөмкинлеге тамамланасаҡ.
       Билдәле булыуынса, 1 февралдән башлап Рәсәйҙә асылы телефондан һөйләшеү өсөн ваҡыт иҫәбенән түләүгә ҡайтып
       ҡалған фиксациялы элемтә хеҙмәтләндереүенә яңы тарифтар үҙ көсөнә инә. Йәғни, күптән түгел генә илдең барлыҡ сәйәси көстәре һәм халыҡтың күпселек өлөшө ҡаршылығын белдереп
       сығыш яһаған күренеш. Әммә аҡрынлап ябай хәҡиҡәтте аңлау килде: барыһы өсөн дә түләргә кәрәк. Һәм халыҡ үҙен алда көткән яңылыҡ менән ризалашты. Өҫтәүенә беҙгә йыш ҡына үрнәк итеп күрһәткән сит илдәрҙә лә ошо уҡ система файҙаланыла.
       Киләһе йыл башынан өфөлөләр ҙә урындағы элемтә өсөн яңыса түләй башлаясаҡ. Өфөнөң барлыҡ абоненттарына ла яңы тариф планын һайлау буйынса инструкция һәм "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән тейешле ғариза бланкылары бирелде. Хәҙер тиҙерәк ҡарар ҡабул итергә һәм бланкыны тултырып һәм үҙең менән паспортты ла алып, ғәҙәттә телефон өсөн түләүҙәр ҡабул ителгән иҫәпләү - сервис пункттарына
       ашығырға ваҡыт.
       "Башинформсвязь" белгестәре беҙгә нимә кәңәш итә Улар "һеҙҙең телефон аппаратынан алып барылған һөйләшеүҙәрҙең айлыҡ күләменән" сығып ҡарар ҡабул итеүҙе хуп күрә. Бының өсөн "Урындағы телефон аша һөйләшеүҙәр" графаһында күрһәтелгән статистика мәғлүмәттәре менән танышырға һәм үҙгәреүсән һәм үҙгәрмәүсән ике өлөштән торған тариф планының үҙең өсөн иң ҡулайлыһын һайлап алырға кәрәк. Шунда уҡ тарифтар исемлеге (ваҡыт иҫәбенән, ҡатнаш, абонент, йәғни , лимитһыҙ), һайланған тариф өсөн минималь (абонент) түләү һ әм лимитты арттырған осраҡта бер минуттың хаҡы күрһәтелгән таблица формаһындағы шпаргалка ла бирелә.
       "Ваҡыт иҫәбенән" тарифынан башлайыҡ. Ул фатир телефоны буйынса айына биш ярым сәғәттән аҙыраҡ ( 330 минут) һөйләшеүселәр өсөн отошло. Был абонент линия (телефон менән файҙаланыу) өсөн 120 һум һәм быға өҫтәп һөйләшеүҙәр өсөн минутына 23 тин иҫәбенән сығып түләй. "Башинформсвязь" белгестәре иҫәпләүенсә, абоненттарҙың яртыһынан күберәге өйҙәге телефон буйынса уртаса алғанда айына 145 минут һөйләшә. "Ваҡыт иҫәбенән" тарифын һайлаған хәлдә, улар фиксациялы абонент түләүе 180 һум тәшкил иткән үткән йылға
       ҡарағанда ла аҙыраҡ түләйәсәк.
       Миҫал өсөн: абонент өйөндә булмай тип әйтерлек, ул йә эшт ә, йә командировкаларҙа. Бөтә эштәрен кеҫә телефоны аша хәл итеп өйрәнгән, ә кистәрен һәм ял көнө стационар телефонға
       мөрәжәғәт итһә лә, бик аҙ һөйләшә. Һис шикһеҙ, был абонентҡ а "ваҡыт иҫәбенән" тарифы тап килә.
       Ҡатнаш тариф планы телефондан айына 330 минуттан күберәк,
       әммә 840 минуттан ( 14 сәғәт) аҙыраҡ һөйләшеүселәр өсөн иҫәпләнгән. Был тариф планына индерелгән 360 "бушлай" минутты абонент 75 һумға һатып ала, ҡалған һөйләшеүҙәр өсөн лимиттан тыш һәр минуты өсөн 19 тин иҫәбенән сығып түләй. Шулай итеп, тариф буйынса минималь түләү 195 һум тәшкил итә.
       Әгәр фатирҙағы телефон менән файҙаланыусылар бер нисәү икән, уларға аралашыу өсөн 360 минут етмәй, был бит көнөнә н и бары 12 минут тигән һүҙ. Ул саҡта инде лимитһыҙ (абонент) тарифты һайларға ҡала. Бында линия өсөн түләүгә (120 һум) 16 5 һум күләмендә үҙгәреүсән өлөш өҫтәлә. Бөтәһе 285 һум. Уның ҡарауы һеҙ телефон аша бөгөнгө кеүек үк сикләүһеҙ һөйләшергә
       хоҡуҡлы.
       Төп телефондан тыш беҙҙең ҡушарланған һәм коллектив телефондар булыуын иҫкә төшөрәйек. Уларҙың хужалары өсөн элемтә хеҙмәтләндереүе буйынса икенсе хаҡ ҡаралған. Тәүге осраҡта линия өсөн түләү 80 һум, ҡатнаш тариф - 155 һум, лимитһыҙ - 245. Телефон менән коллетив файҙаланыу өсөн
       айлыҡ түләү 312 һум тәшкил итә.
       Һөйләшеүҙәр тарификацияһы беренсе секундтан башлап минут һайын икәнлеген оноторға ярамай. Алты секундтан да оҙаҡҡараҡ
       һуҙылған тоташтырыу иҫәпләнмәй. МЧС - ҡа, милицияға, "тиҙ ярҙамға", аптека һәм дауаханаларҙың белешмәләр хеҙмәтенә
       шылтыратыу бушлай. Урындағы телефондарҙан һөйләшеү ваҡыты иҫәпләнгәндә, кеҫә телефондарына шылтыратыуҙар, ҡала - ара ( шул иҫәптән республика буйынса) һәм халыҡ - ара тоташтырыуҙар иҫәпкә алынмай. Улар бөгөн эшләгән ҡағиҙәләргә
       ярашлы түләнә.
       Башҡортостанда телефон линияһы менән файҙаланыу өсөн база ставкаһы һәм бер минут һөйләшеү хаҡы башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда кәмерәк икәнлеген билдәләргә кәрәк.
       Яңы тарифтар "Элемтә тураһында" закон һәм "Һәр кем ала алырлыҡ электр элемтәһе хеҙмәтләндереүенә тарифтарҙы дәүләт көйләүе тураһында" ҡарар нигеҙендә индерелә. Аналитиктар уларҙы индереү Рәсәйҙә элемтә үҫешенә ыңғай йоғонто яһарға тейеш тип иҫәпләй.
       Белгестәр күҙаллауынса, абоненттарҙың 40 - 45 проценты ҡатнаш тарифҡа, 15 - 20 - "ваҡыт иҫәбенән" тарифына күсәсәк, 25 - 30 процент лимитһыҙ тарифта ҡаласаҡ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал